ЙЫЛЫ ХӘТИРӘЛӘР ҺАҠЛАНА

Гәзиттәге “Һандыҡтарҙа - ҡомарт­ҡылар” рубрикаһы аҫтында яҙылған мәҡәләләр күңелем ҡылдарын тибрәлтте. Тәслимә әбейем Ғөбәйҙуллина хаҡындағы иҫтәлектәр яңырғандай булды. Хөрмәт иткән, яратҡан, йылдар үткән һайын һағынып иҫкә алған әбейем тураһындағы хәтирәләрем менән гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашҡым килә. Ул башҡорт халыҡ күлдәктәрен кейергә яратты. Уларға өҫтәп, биҙәүестәр, түшелдерек таға ине. Ә яулығын һәр саҡ дүрткелләп ябынды. Уның милли кейемдә төшкән фотоһын да ҡәҙерләп һаҡлайым.

Әбейем Тәслимә Фәйзулла ҡыҙы 1925 йылда Ғафури районының Тайыш ауылында Зәкирә һәм Фәйзулла Атанғоловтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға ауаз һала, унан һуң Рәшит бабайым, Гөлсөм әбейем һәм төпсөк ҡыҙ – әсәйем Клара тыуа. Улар - донъяның әсеһен, ауырлығын үҙ елкәләрендә татыған һуғыш балалары. Шуға ла тормоштоң ҡәҙерен ныҡ белеп йәшәнеләр. Донъя булғас, төрлө саҡтар булғандыр, әммә уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ парҙарын табып, ғаилә ҡороп йәшәһәләр ҙә, һәр ваҡыт туғандар булып, аралашып, шатлыҡ-ҡыуа­ныстарҙы, юғалтыу-табыштарҙы ла бергә үткәр­ҙеләр. Ә Тәслимә әбейем һәр бер туғанын үҙ ҡанаты аҫтына алып, ауырлыҡтарҙы үҙе аша үткәреп, “мин оло апай” тигән титулын һуңғы һулышына тиклем үтәне. Ул һуғышта һыңар ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡан Лотфулла бабайым менән сәстәрен-сәскә бәйләп, 12 балаға ғүмер бүләк иттеләр. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре, тыуа­лары 100-ҙән уҙып китте. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. 
Хәтеремдә ҡалғаны тағы шул – улар “Әсәлек даны” миҙалын туҙанға батырып, һандыҡ төбөндә һаҡламаны, ә бер мәжлескә ҙур ғорурлыҡ менән әбейем таҡһа, икенсеһендә бабайымдың түшен биҙәр ине. Ҡайһы саҡ бабайым: “Ни эшләп ошо миҙалды “Герой атай” итеп тә сығармайҙар икән? Был миҙалда атайҙар өлөшө лә бар бит”, - ти торғайны. Әйткәндәй, бабайым хаҡлы ялға сыҡҡансы “Салауат” колхозында баш бухгалтер булды. Ә әбейем 12 баланы ҡарап өйҙә генә ятманы, колхоз эшенә лә, буш ваҡытында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашырға ла ваҡыт тапты. Ул матур итеп йырлап, ҡумыҙҙа уйнап, район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдар алды, лауреат исемдәренә лайыҡ булды. Тәслимә әбейем олоғая килә иһә дин юлына баҫып, иман нурҙарын сәсеүсе ағинәй булды. 
Бөгөн дә булмыштары менән тирә-йүнгә әҙәп-әхлаҡ таратыусы ағинәйҙәр артыуы ҡыуаныслы. Улар – йәмғиәтебеҙҙең ҡото һәм терәге. 
Гөлдәр Моратова. 
Шәрипҡол ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей