«Юрға» ат-спорт мәктәбенә —15 йыл

Бынан теүәл 15 йыл элек райондың «Юрға» ат-спорт мәктәбе беренсе уҡыусыларын ҡабул итә. Республикала нәҡ балалар өсөн төҙөлгән тәүге мәктәп булған «Юрға» тәрбиәләнеүселәре район ғына түгел, республика кимәлендәге ат бәйгеләрендә ҡатнашып, күп кенә призлы урындар яулап, дан алды. 

Ат-спорт мәктәбенең 2006 йылдан алыштырғыһыҙ директоры вазифаһын башҡарған Басир Шәрип улы Дәүләтшин балалар өсөн мөһим объекттың төҙөлөш тарихы, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй:

— «Элек башҡорттар улдарын 3-4 йәшенән атҡа мендергәндәр, ә хәҙерге балалар күпселектә атты телевизорҙан ғына күрә, шуға ла мин балалар өсөн ат-спорт мәктәбе булдырыу яғындамын» тип, бер һүҙһеҙ ризалыҡ бирә төҙөлөшкә шул саҡтағы район хакимиәте башлығы В. П. Павлюкович.
Шулай итеп, 2006 йылдың декабрендә элекке хужалыҡ-ара урман хужалығы биләмәһендә төҙөлөш эштәре киң ҡолас ала. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары А. З. Әхтәмов эштәр барышын даими күҙәтеү аҫтында тотоп, хатта көнөнә бер нисә тапҡыр майҙансыҡта булырға ваҡыт таба. Аҙ ғына етешһеҙлек, илке-һалҡы эшләнгән нәмәне күреү менән ҡабаттан эшләүҙе талап итә торғайны. Уның холҡон белгән төҙөүселәр барыһын да урын-еренә еткереп башҡарырға тырыша. Азат Зиннәт улы подрядсылар менән бер рәттән ирекле-мәжбүри тәртиптә ярҙам итерлек бағыусыларҙы ла таба. Төҙөлөштә эшселәр етмәгән осраҡта, үҙе рулдә йөрөп, водителен ярҙамға ҡалдырған осраҡтар ҙа йыш була.
Күмәк көс менән тиҙ арала уҡыу корпусы, ат һарайҙары, асыҡ һәм ябыҡ манеждар, бесәнлек, кәртә төҙөлә.
Ябыҡ манежды төҙөү эше ул саҡтағы ПУЖКХ-ға (етәксеһе Р. Б. Исрафилов, хәҙер мәрхүм, инженеры Ә. Ғ. Тутаев) йөкмәтелә. Бында айырыуса төҙөүселәр Ҡырҙастан йөрөп эшләгән Нәғимйән Вәлиев менән Рәйес Кейекҡужиндың намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Мират ағай Ғилманов аттар өсөн үҙенсәлекле утлыҡсалар яһай.
Бындай объектты төҙөү тәжрибәһе булмағас, район етәкселеге тәҡдиме менән Өфөлә, Дүртөйлөлә, Илеш районында командировкаларҙа булдым. Тик уларҙа был тәңгәлдә секциялар йәки клубтар ғына бар ине. Уларҙың документтары менән танышып, ҡайтыу менән устав, вазифауи бурыстар кеүек эштә мөһим документтарҙы теүәлләнек.
2007 йылдың ғинуарында Сибай һалым инспекцияһында уставты теркәп, юридик шәхескә әйләнгәс, мәктәпкә кадрҙар йыя башланыҡ. Беренсе сиратта тренер-предподаватель кәрәк ине, районда был тәңгәлдә берҙән-бер дипломлы белгес Урал Фәйезовты йәлеп иттек. Ул мәктәптең үҙендә йәшәп эшләне, һуңынан уны «Аҡбуҙат»ҡа эшкә алдылар.
Мәктәпкә йүгән, эйәр, ҡамыт-дуға, каска кеүек әйберҙәр ҙә талап ителде. Мөмкинселекте файҙаланып, биш кенә атыбыҙ булһа ла, унауға амуниция, шулай уҡ тройкаға егеү өсөн арба, сана ла алдыҡ. Аттарҙы тәрбиәләп тотоу өсөн тарағы ла, ҡырғысы ла, щеткаһы ла кәрәк. Шуны ла әйтеп үтеү мөһим, район хакимиәте был тәңгәлдә мөмкин тиклем ярҙам итте, аҡса йәлләмәне.
Мәктәптең исеменә килгәндә, район етәкселәре кәңәшмәһендә сығыш яһап, «Юрға» тигән тәҡдимемде еткергәс, ул бер тауыштан хуплау тапты.
Иң ауыры ерҙе рәсмиләштереү мәсьәләһе булғандыр. Һигеҙ йыл дауамында федераль власть органдары менән хаттар яҙыштыҡ, Дәүләт Думаһы депутаты С. Ш. Мырҙабаеваға ла был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итергә тура килде. «Юрға» мәктәбе биналары федераль ер биләмәһендә төҙөлгән булған. Судтар аша үтеп, тик 2016 йылдың декабрендә генә ерҙе район милкенә күсерҙеләр. Ошонан һуң ғына мәктәпкә белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия юллай алдыҡ.
«Юрға»ға Калинин һәм XXII партсъезд исемендәге колхоздар икешәр, «Заветы Ильича» хужалығы бер ат бирҙе. Башта аттарҙы менгегә үҙебеҙ өйрәттек. Шулай итеп, 18 апрелдә беренсе занятие үтте. Әлбиттә, тәүге тәрбиәләнеүселәрҙе йәлеп итеү өсөн мәктәп линейкаларында «Юрға»ға балаларҙы саҡырып, бер нисә тапҡыр сығыш яһарға тура килде. Башта 18 малай яҙылды, ҡыҙҙар булманы.
«Һыбай йөрөһәгеҙ, «ҡамытаяҡ» булаһығыҙ», тип әйткәндәр ҙә, ҡыҙҙар шуға килмәгән икән. Бының киреһен иҫбатлар өсөн һыбай йөрөгән принцессаларҙың һүрәттәрен эҙләп табып, күрһәттем. Ошонан һуң ҡыҙҙар килә башланы. Хәҙер киреһенсә, йыл һайын 25-ләгән уҡыусы араһында 5-7 генә малай килә, уҡыу йылы аҙағына уларҙан ни бары 2-3-әүһе генә ҡала. 2007-2008 йылдарҙа районға килгән республика етәкселегенең берәүһе лә беҙҙең мәктәпте урап үтмәне. Беҙҙең хаҡта бөтә республика баҫмалары яҙып сыҡты. Йәй айында «Юрға»ла республиканың төрлө ведомство етәкселәре, министрҙар менән тәүге президентыбыҙ Мортаза Рәхимов булды һәм эшебеҙгә юғары баһа бирҙе.
2007 йылдан 112-се башҡорт кавалерия дивизияһын кәүҙәләндереп, Еңеү парадында ҡатнаша башланыҡ. Тәүге йылдарҙа мәктәп хеҙмәткәрҙәре кавалеристар булһа, артабан байраҡ йөрөтөүсе итеп тренер-преподавателде ҡуйып, балаларҙы йөрөтә башланыҡ. Шул уҡ йылда район һабантуйында ат бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе урын алдыҡ. Уның һыбайлыһы Гөлсәсәк Ғималетдинова артабанғы йылдар бәйгеләрендә призлы урындарҙы ҡулынан ысҡындырманы, Баймаҡта беренселекте яуланы. Гөлсәсәк мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инде һәм беҙҙә практика үтеп, «Юрға»ла ат спорты» темаһы буйынса диплом эше яҡланы.
«Юрға» мәктәбенең тәрбиәләнеүселәре Розалия Сәйфуллина, Ғайсар Рамаҙанов, Ләйсән Хәлилова, Иҙел Хәкимов, Марат Шәрәфетдинов, Артем Слесарев, Артем Яныбаев, Гөлназ Йәнекәйева һәм башҡа күптәр төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулап, мәктәптең данын арттырыуға үҙ өлөштәрен индерҙе.
Беҙҙең һыбайлыларға 2011 йылда Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында үткән XXVI Европа чемпионатында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Былтыр Әмин ҡушаматлы атыбыҙ «Аҡбуҙат»та ойошторолған «Терра Башкирия» бәйгеһендә ҡатнашты һәм «Әбйәлил чемпионы» титулына эйә булды.
Башҡортостан Республикаһында ат спортын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән өсөн «Юрға» республика ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Үҫеп килеүсе йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә индергән өлөшөбөҙ өсөн хәрби комиссариат грамота менән бүләкләне.
2015 йылдан «Агро» хужалығы етәксеһе Наил Әхтәмовтың ярҙамы менән беҙҙә пони барлыҡҡа килде, хәҙер уның ҡолондары бар. Киләсәктә айғыр пони алырға ниәт итәбеҙ.
Ат тотҡас, әлбиттә, уға аҙыҡ та кәрәк. Был тәңгәлдә Урал аръяғы МТС-ының Әбйәлил филиалының элекке етәкселәре К. Ә. Килмөхәмәтов, З. В. Мусин, «Завет» һәм «Аграрий» ЯСЙ-һы хужалары Ғ. С. Ғәлләмов менән Н. З. Әхтәмов йыл да бушлай бесән-һалам, һоло менән даими тәьмин иттеләр. Беҙҙе район юл-ремонт төҙөлөш идаралығы (Р. Л. Аҡсурин) ярҙамынан ҡалдырмай, ветстанция хеҙмәткәрҙәре бушлай ветеринар хеҙмәттәр күрһәтә. Мәктәп коллективы исеменән шулай уҡ үҙенең аттарын бушлай арендаға биргән һәм уларҙы мал аҙығы менән тәьмин иткән Алмас Мәсәлимовҡа рәхмәт белдерәм.
Кадрҙар һайлап алыуҙа ла ауырлыҡтар бар. Сөнки беҙгә ат менән эш итеү тәжрибәһенән тыш, тәү сиратта, балалар менән эшләй белгән, шулай уҡ ҡулына балта, көрәк тотҡандай теренерҙар талап ителә. У. Ғ. Фәйезов, З. Ф. Хәсәнов, Т. Ф. Шәрипов, Р. М. Сәйфуллина, Р. Н. Солтанов кеүек беҙҙә эшләп киткән тренерҙар ат-спорт мәктәбе тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырҙы. Туғыҙынсы йыл эшләгән Ә. Б. Баймурзин тәрбиәләнеүселәренең генә түгел, ата-әсәләрҙең дә оло ихтирамын яулаған тәжрибәле тренер.
15 йыл эсендә мәктәптә 300-ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнде.
Теоретик дәрестәр санитар-гигиена нормаларына яуап биргән кластарҙа үткәрелә, ә практик дәрестәр һыуыҡ мәлдәрҙә ябыҡ манежда, көн аяҙ торғанда асыҡ манежда үтә. Шулай уҡ арендала 130 гектар кәртәләнгән еребеҙ бар, йәйге осорҙа балалар күберәк шунда шөғөлләнә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар дәрестәрҙә һыбай йөрөргә, атты егеп-туғарырға өйрәнә.
Районда ойошторолған күп сараларҙың йәме ул беҙҙең һыбайлылар. Һабантуй бәйгеләрендә даими призлы урындар яулайҙар. Яңы йыл байрамы көндәрендә заявкалар буйынса Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу мисәү аттарҙа балаларға бүләктәр тараталар, туйҙарҙы ла хеҙмәтләндерәбеҙ. Асҡарҙың боҙ ҡаласығында ҡышҡы каникул осоронда балалар аттар егелгән саналарҙа бик теләп йөрөйҙәр. «Ирәндек» лагерында ял иткән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы понила, каретала, өлкәндәргә һыбай йөрөү мөмкинлеге бирелә.
Йәй көндәрендә тәрбиәләнеүселәребеҙ менән күлдәргә һәм Ғимранташ шарлауығына һыбай походтар ойошторабыҙ.
«Юрға»ға район мәктәптәренән уҡыусылар, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, «Яҡты-Күл» шифаханаһында ял итеүселәр экскурсияға йөрөйҙәр. Магнитогорск ҡалаһының ат-спорт комплекстары, «Урал киңлектәре» ат-туристик базаһы менән даими хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, мал аҙығы килтереү өсөн техника, аттарҙы һәм һыбайлыларҙы икенсе райондарға ярыштарға йөрөтөүгә транспорт мәсьәләһе киҫкен тора.
Ат спорты — ҡиммәтле спорт төрҙәренең береһе, шулай ҙа беҙҙең төп маҡсат — мәктәп йәшендәге балаларҙы ат спорты менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеп, ошо юҫыҡта уҡыусыларҙың һәләтен асыу, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Һәм беҙҙә бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей