“Юлай” КФХ-һы сәсеүгә төштө

Ауыл эшсәндәренә коронавирус сире таралыу ҡурҡынысы ла сәбәп түгел, май байрамдарындағы оҙайлы ялдар ҙа уларға ҡағылмай. Хужалыҡтарға, аяҙ көндәрҙе файҙаланып, яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа мөҙҙәттә тамамлау бурысы тора.

Тәүгеләрҙән булып районда Әлкә ауылынан “Юлай” КФХ-һы сәсеүгә төштө. Дим Дәүләтшин етәкселегендәге хужалыҡ эшсәндәре яҙғы иген культураларын сәсеү менән мәшғүл. Дөйөм 171 гектарға һоло, бойҙай сәселә, былтырҙан ужым арышы үҫә.

Яҙғы баҫыу эштәрендә тракторсылар Ирек Насиров, Ураз Дәүләтшин, йөк машинаһы водителе Урал Дәүләтшин, сәсеүселәр Фәрүәз Дәүләтшин һәм Денис Ғилмийәнов, ашнаҡсы Рәфис Шөғәйепов ҡатнаша. Уларға Дим Дәүләтшиндың студент улы Иҙел дә ярҙам итә. Егет Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетында 3-сө курста белем ала. Әле атаһының хужалығында производство практикаһы үтә.

Ошо көндәрҙә “Юлай” хужалығы яҙғы сәсеүҙе тамамлаясаҡ. Райондың ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, хужалыҡтар барыһы ла яҙғы баҫыу эштәренә төшкән. Быйыл бөтәһе 7800 гектар майҙанға яҙғы иген культуралары сәселәсәк. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей