Юбилей ( Аургазинский район)
"Урал! ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы Валитова Камила Сабит ҡыҙын 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлай! Юбилярғa киләсәк тормошоңда һаулыҡ, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүен теләйбеҙ, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып, изгелектәр күреп йәшәргә яҙһын!
Камила апай 1940 йылдың 5 мартында Түрһәгәҙе ауылында колхозсылар Сабит һәм Хөбәйбә (1910) Сабанаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға тыуған. 1941 йылдың июнь айында Сабит ағай балаларын һуңғы тапҡыр яратып хушлашып фронтҡа китә һәм 1942 йылдың декабрь айында илебеҙ азатлығы өсөн барған ҡанлы көрәштең береһендә хәбәрһеҙ юғала. Ғаиләгә иҫ-китмәле ҡайғы-хәсрәт, зар, бөтмәҫ әсе йәштәр алып килә был ҡәһәрле һуғыш. Йәш әсә 4 бала менән тол ҡала. Балаларға ла әсәләре менән бергә һуғыш осороноң бар михнәттәрен үҙ елкәләрендә татырға тура килә. Ул ваҡыттағы ауырлыҡтарҙы, аслыҡты, һыуыҡ өйҙә кисергәндәрен күҙ йәше аша ғына, бер нисә һүҙ менән генә әйтә алды Камила апай.
1958 йылда Мораҙым ауылы егете Валитов Фәнзир Файзулла улына тормошҡа сыға Камила Сабит ҡыҙы. Фәнзир ағайҙың атаһы Файзулла Фазыл улы ла 1943 йылдың август айында һуғышта хәбәрһеҙ юғалған була. Йәш ғаилә матур ғына йәшәп китә, икеһелә колхоз эшенә егеләләр. Камила Сабит ҡыҙы һарыҡ фермаһында, иген келәтендә, сөгөлдөр баҫыуҙарында ла, ҡыҫҡаһы бар эштә лә күңел биреп, еренә еткереп матур итеп эшләй.
Бер-бер артлы балалар тыуа. Тик бәхетле, парлы ғүмерҙәр ҡыҫҡа булып сыға. 1967 йылдың йәйе транспорт фәжиғәһендә 26 йәшлек Фәнзир Валитовтың ғүмере өҙөлә. Йәш ҡатын өс кескәй бала менән тол ҡала. "Ул ваҡыттағы кисерештәрҙе, иңгә төшкән ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алғаныма бары балалар ярҙам итте,"- ти юбиляр. Шуға ла бөгөн барлыҡ рәхмәттәре балаларына, уларҙың игелекле, тәртипле булыуҙарын ғорурланып һөйләне Камила апай. Әсә өс балаға матур тәрбиә биреп, уҡытып оло тормош юлына баҫтыра.
Беренсе ҡыҙҙары Рәуилә (1960 йылғы) тормош иптәше Юлай Минияр улы менән ҡыҙ, ул үҫтерҙеләр. Икенсеһе, Фәүилә (1965 йылғы) тормош иптәше Риф менән ике ул үҫтерҙеләр. Улдары Рифат (1963 йылғы) Рида Тимерхан ҡыҙы менән ике малайға, бер ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Балалар ғаилә ҡорғас, 43 йәшлек Камила Сабит ҡыҙы яңғыҙ ҡалған Фәнил Яхингә тормошҡа сыға. Балалар әсәләренең яҙмышына ҡаршы сыҡмайҙар, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәләр. Ял ваҡыттарында бергәләшеп йорт-ҡура төҙөкләндерәләр, баҡсала эшләйҙәр. Камила Сабит ҡыҙы Фәнил Искәндәр улы менән 27 йыл бергә йәшәп ҡалалар.
Юбилярҙың ғүмер юлдары бик һикәлтәле булһала, тырышлығы, балаларға булған ҡайнар һөйөүе бөгөн уны үҙен бәхетле әсәй, өләсәй итеп тойоп йәшәтә.
Хөрмәтле Камила Сабит ҡыҙы! Һеҙгә тән сихәтендә, йән тыныслығында,
балаларығыҙҙың ихтирам-хөрмәтендә, бәхетле, бәрәкәтле мул тормошта бик оҙаҡ йәшәргә насип итһен. Матур 80 йәшлек юбилейығыҙ менән!
Источник: СПК "Урал"