Юбилей (Аургазинский район)
"Урал" ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы Сәйфутдинова Минирайхана Абдулла ҡыҙын 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлай! Хөрмәтле юбиляр күңелең тыныс, донъяларың түңәрәк, ҡулдарың бәрәкәтле, эштәрең уңышлы, һаулығың ныҡлы, бәхетең тулы булһын! Балаларыңдың ҡыуаныстарын күреп,тормошоңдан йәм һәм тәм табып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын Һеҙгә!
Минирайхана Абдулла ҡыҙы 1940 йылдың 8-се мартында Төрөкмән ССР-ның Чарджоу ҡалаһында донъяға тыуған. Әтисе Абдулла Абдрахман улы Габбасов Сәмән ауылыныҡы, әнисе Таластан Зәйнәб Гариф ҡыҙы. 1939 йылда әти-әнисе мул, икмәкле тормош эҙләп, туғандары янына йәшәргә күсеп килгән булалар. Бәпес тыуа, сит ергә берегеп китә алмайҙар, тыуған яҡтарын һағынып 1940 йылдың көҙөндә, ҡабат Башҡортостанға, Сәмән ауылына ҡайтып төшәләр. Әтиләрен Абдулла Абдрахман улын ноябрь айында хәрби хеҙмәткә РККА сафына саҡыралар. Ул армияға киткәндә бәләкәй ҡыҙы Минирайханаға 8 ай ғына була. Күптә үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ҡәһәрле һуғыш миллионлап ҡорбандар алып килә, Минирайхана апайҙың әтисе лә 1944 йылда Псков ҡалаһын азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Йәш әсә өс бала менән яңғыҙ ҡала, ләкин бирешмәй, балаларын ашатырға, кейендерергә һәм уҡытырға тырыша. Сәмән мәктәбенең 6-сы классын тамамлағас та, Райхана апай колхозға эшкә сыға, тауыҡ фермаһында тир түгә, үҫмер ҡыҙға көс ултырғанын күреп сусҡа фермаһына күсерәләр. Һуғыш осоро балаларының, шулай йәш кенә, нығынмаған яуырындарына бар ауыр эштәр татырға тура килә.
1959 йылдың 2-се мартында Минирайхана Абдулла ҡыҙы Ҡушкүль ауылына килен булып төшә. Кейәүе Рафик Сәйетбәки улы Сәйфутдинов (1936) бик тырыш, оҫта, үткер, эшсән егет була. Йәштәр икеһелә Чапаев исемендәге колхоздың бар эшендәлә үҙҙәрен тик алдынғы колхозсылар итеп күрһәттеләр. Рафик абзый төҙөүселәр бригадаһында эшләй, 1973 -1975 йылдарҙа бригадир булыпта эшләп ала. Минирайхана апай бар Ҡушкүл ҡатындары менән икенсе бригаданың бар ялансылыҡ эштәрен алып баралар, шулай уҡ улар өҫтөндә Николаевкалағы һарыҡ фермаһы ла, Михайловкалағы ындыр табағы ла була.
Һеҙ, Минирайхана Абдулла ҡыҙы тормош иптәшегеҙ менән, икегеҙ ҙә, ғүмерегеҙҙе колхоз эшенә бағышланығыҙ, матур тырыш хеҙмәтегеҙ
колхоз идараһы тарафынан һәр ваҡыт баһаланды. “Хеҙмәт ветераны” танытмаһы, рәхмәт хаттары ал-ял белмәй эшләүегеҙҙең һөҙөмтәһе.
Хөрмәтле юбилярыбыҙ! Ауыр тормош, ҡатмарлы йылдар булыуына, күп ваҡыт ауыр ирҙәр эшен башҡарырға тура килеүгә ҡарамаҫтан, һеҙ һәр саҡ тыныс, сабыр холоҡло булдығыҙ. Аллаһы Тәғәлә биргән тылсымлы көстө ҡулланып, сөгөлдөр баҫыуҙарында сирләп, йәки билһеҙ ҡалған, үҙегеҙ менән бергә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы өшкөрөп, йә тылсымлы ҡулдарығыҙ менән һыйпап дауалаусы, көс-дәрт биреүсе итеп таныттығыҙ үҙегеҙҙе. Бөгөнгө көндә тирә-яҡтан һеҙгә ҡот ҡойоу, төрлө сирҙәрҙән, күҙ тейеүҙән һәм башҡаларҙан өшкөртөргә, ҡулығыҙҙың шифаһын татырға тип күп киләләр. Бик күп йәш килендәргә әсә булырға ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең оло һәләтегеҙ Хоҙай тарафынан 100 йыл йәшәгән әниегеҙҙән килә, ул үҙенең туплаған бар тәжрибәһен, белемен һеҙгә, ҡыҙына биреп ҡалдырған. Бик күптәр һеҙгә ҙур рәхмәтле!
Минирайхана һәм Рафик Сәйфутдиновтар өс балаға ғумер биреп , оло тормош юлына сығарҙылар. Беренсеһе Радик (1960 й) тормош иптәше Ғафури ҡыҙы Зилә менән өс ҡыҙ үҫтерҙеләр. Икенсеһе Раил (1962 й) тормош иптәше Күмертау ҡыҙы Гөлсирә менән ике малай үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Ралия (1967 й) тормош иптәше Сәмән егете Рәмил Сагитов менән бер малай, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр.
Хөрмәтле Минирайхана Абдулла ҡыҙы! Алдағы тормошоғоҙ ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен. Киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, һаулыҡта, муллыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә насип булһын.
Источник: СПК "Урал"