Йәшәү йәмле бергә булғанда

Ғаилә – ул оло таянысыбыҙ, һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Нисек кенә булмаһын, кеше үҙенең ғаиләһендә ял итә, рухи көс, дәрт-дарман йыя, күңелен бушатып, йән йәрәхәттәрен дауалай. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө.

Көҙән ауылында 55 йыл бергә ғүмер иткән Рәмзиә һәм Наил Хәбибуллиндар йәшәй. Бергә матур итеп ҡартайған пар менән һөйләшеүебеҙ уларҙың йәшлек йылдарын хәтерләүҙән, танышҡан, өйләнешкән мәлдәрен иҫкә алыуҙан башланып китте.

- Минең әсәйем Шәмсебаныу Талип ҡыҙы ваҡытына күрә бик белемле кеше ине. Ғәрәп графикаһын, рус, татар телендә уҡый яҙа белә ине. Ауылдағы күп кешеләр әсәйемә килгән хаттарын уҡытырға, яҙҙырырға йөрөгән булғандар. Рәмзиәнең әсәһе Миңлехаят менән минеке дуҫ булғандар. Килгән хаттарҙы бергә уҡығандар, - ти ғаилә башлығы.

Ул ваҡытта Наил Шәрифулла улы әрмелә хеҙмәт итә. Хаттарында үҙенең фотоһүрәттәрен ебәрә. Хәрби кейемдәге Наилгә Рәмзиәнең күҙе төшмәй ҡалмай. Хеҙмәтен тултырып ҡайткан егет, күрше Петровск ауылында яңы асылған һөнәрселек училищеһында электромонтер һөнәренә уҡып, ауылға электрик булып эшкә урынлаша.

Рәмзиә көндөҙөн фермала һауынсы, кисен киске мәктәптә 10-сы класта уҡый. Йәштәр йөрәгендә һөйөү уты тоҡанып, аҙаҡ улар өйләнешә – йәш Хәбибуллиндар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Мөхәббәт емештәре булып донъяға ҡыҙҙары Рәзилә, Наилә, Азат тыуа. Наил ағай 40 йыл ғүмерен кешеләргә яҡтылыҡ өләшеүгә арнай. Рәмзиә Зәки ҡыҙы тәүҙә һауынсы, һатыусы, колхоз келәтендә ашлыҡ хисапсыһы, күп йылдар сөгөлдөрсө булып эшләй.

– Өйләнешеп, йәшәп алдыҡ та киттек, шөкөр, татыу ғүмер иттек, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек, барыһы ла башлы-күҙле булды, һәйбәт йәшәйҙәр, балалар үҫтерҙеләр, үҙҙәре лә олатай-өләсәй бөгөн. Беҙҙең 6 ейән-ейәнсәребеҙ, 6 бүлә-бүләсәребеҙ бар. Уларҙың ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәйбеҙ, – тиҙәр шатланып, олатай менән өләсәй.

Рәмзиә апай менән Наил ағайҙың икеһенең дә хәтере бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып баралар. Һаман да тырышып донъя көтәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр.

– Оҙайлы ғүмер дауамында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды инде, әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, – ти мәртәбәле йәшкә еткән ғаилә башлығы. Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмаған. Бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата ла тик изгелек кенә. Шуға ла ауылдаштары араһында абруйлы ғаилә булып иҫәпләнә улар. Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарында тайпылмаған, ҡаршылыҡтарына бирешмәгән, ҡартлыҡтарын имен ҡаршылаған Хәбибуллиндар ғаиләһенә артабан да ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип булһын ине.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей