Йәштәр - "АгроЙәшлек"тә

25 мартта Өфө ҡалаһында ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә сиктәрендә агросәнәғәт форумы үтте. Унда районыбыҙҙан үҙҙәренең фәнни-тикшеренеү эштәре менән ике уҡыусы, етәкселәре һәм “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” ДБУ-һы белгесе Ф.Р.Әсфәндийәрова ҡатнашты.

Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8“А” класы уҡыусыһы Элина Урманшинаның “Үҫентеләрҙе теплицала үҫтереү” һәм 2-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Ирина Миндиярованың “Теплицаны үҫтереү” агропроекттары ауыл йәштәре һәм уҡыусыларҙың “АгроЙәшлек-2022” фәнни проекттар конкурсында республикала жюри тарафынан III Дәрәжә дипломдар менән баһаланды. Элина менән Иринаны һәм етәкселәре Зөһрә Айҙар ҡыҙы Исиргакова менән Гелфиә Ғүмәр ҡыҙы Миндиярованы ҙур баһаға лайыҡ булыуҙары менән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей