Йәш оҫта йәшәй арабыҙҙа

Өфөлә үткән “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы нигеҙендә һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында “Абилимпикс” VIII төбәк һөнәри оҫталыҡ милли чемпионатының һайлап алыу этабы үтте.

Конкурста беренсе тапҡыр Мәсетле районы исеменән Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы студенты Илдар Ғәлин ҡатнашты һәм 2-се урын яуланы.
Конкурс барышында буласаҡ профессионалдар оҫталыҡтарын күрһәтте – ярымфабрикаттар нигеҙендә “Диңгеҙ бризы” темаһына миниатюра әҙерләне.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә егетте уҡытыусыһы Вәсилә Сәфиуллина әҙерләне һәм конкурс барышында уҡыусыһы янында булды.
– Илдар Ғәлин 2-се курста ашнаҡсы-кондитерға уҡый. Ул бик уңған, колледждың барлыҡ сараларында әүҙем ҡатнаша, – ти Вәсилә Сәфиуллина.
Ҡатнашыусыларҙы Өфөлә “Торатау” конгресс холында наградланылар.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей