Йәрмәкәй районында федераль программа ярҙамында 4 ғаилә өйлө булды

Йәрмәкәй районында «Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы буйынса 4 ғаилә фатирлы булды. Район программаны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы төбәктәрҙең береһе.
Былтыр йәй был проект буйынса Йәрмәкәй ауылында 24 фатирлы дүрт ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. Проектта ҡатнашыу һәм фатир алыу шарттары тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.
Бөтә яңы башланғыс – күптән онотолған иҫкелек. Иҫке Турай ауылында яңы йорттан ике ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһында ошондай фекер яңғыраны. Элек колхоз-совхоз заманында ауылдарҙа тап ошондай йорттар төҙөлә ине. Яңы йортта Сапҡоловтар һәм Латиповтар йәшәйәсәк.
Сапҡоловтар Октябрьский ҡалаһынан ауылға 13 йыл элек күсенгән. Ғаилә башлығы биш йыл дауамында Латипов крәҫтиән фермер хужалығында механизатор булып эшләй. Гүзәл урындағы приютта ашнаҡсы. Фатирға улар йола буйынса үҙҙәренән алда бантик таҡҡан бесәйҙе индерҙе. Ғаиләлә ике бала. Улар һәр береһенә айырым бүлмә булыуына шатлана.
Йорттоң бер өлөшөндә хужалыҡ етәксеһе үҙе ғаиләһе менән йәшәйәсәк. Ул тыумышы менән Иҫке Турайҙан. Октябрьскийҙа йәшәй, көн һайын ҡаланан йөрөп эшләгән. 20 йыл дауамында агросәнәғәт өлкәһендә хеҙмәт итеүсе тыуған ауылына ҙур ярҙам күрһәтә, мәктәп һәм клуб тәҙрәләрен яңыртырға, мәсет төҙөргә һәм балалар майҙансығы өсөн аҡса бүлгән.
Йортҡа газ, һыу индерелгән, башҡа уңайлыҡтар ҙа өй эсендә. Ремонт яһалған, бөгөндән күсеп йәшәрлек. Социаль объект дүрт ай эсендә төҙөлгән. 4 миллион һумға яҡын торған йорт өсөн фермер хужалығы 800 мең һум аҡса бүлгән. Программа буйынса федераль ҡаҙнанан 80 процент , ә ҡалғаны муниципалитет менән ауыл хужалығы предприятиеһы сығымдары тотонола.
Уҫман Ташлы ауылында ла ике ғаилә өсөн шатлыҡлы көн. Екатерина Андреева «Байраҡ» хужалығында лаборант булып эшләй. Уға тиклем быҙауҙар ҡараған. Эшенә ул көн һайын күрше ауылдан йөрөп эшләгән. Улы ла мәктәпкә икенсе ауылға йөрөгән. Хәҙер хеҙмәт урыны ла яҡын, балаларға мәктәп һәм баҡса ла эргәлә генә.
Йәш ғаилә иһә муллыҡ юрап тәүҙә фатирға кескәй улын индерҙе, ул тәңкәләр ырғытты.
Тап ошо шартты фермер хужалығы башлыҡтары отошло тип һанай. Сөнки башҡа төр проекттар буйынса социаль торлаҡ алыусылар ауылдан тиҙ генә күсеп китер булған.
Федераль проект Йәрмәкәй районында 2020 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның буйынса социаль өлкәлә эшләүсе һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға иҫәптә тороусыларға фатир бирелә.
«Ауыл территорияларын комплекслы үҫтерү» программаһына ярашлы быйыл тағы райондың дүрт ауылында йорттар төҙөү планлаштырыла.
Федераль проект 500-ҙән кәмерәк кеше йәшәгән ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Программала тағы юлдар, мәктәптәр, балалар баҡсалары кеүек социаль объекттар төҙөү ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева
Источник: https://bash.news/bash/news/169502-yermekey-rayonynda..
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей