Йорттар туйларға яҙһын

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан райондың 12 ғаиләһе шәп бүләккә эйә булды, уларға район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ауыл ерендә йәшәгәндәргә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) социаль түләмдәр биреүгә сертификаттар тапшырҙы. — Йәшәр йортоң булыуы киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам менән йорттарығыҙҙы төҙөп бөтөп, ҡыуанып йәшәргә яҙһын, өйҙәрегеҙ балалар тауышынан гөрләп торһон, — тине Илдар Таһир улы бүләкләнеүселәргә сертификаттар тапшырып. Район башлығы шулай уҡ сарала ҡатнашҡан гүзәл заттарҙы байрам менән тәбрикләп, ғаиләләрегеҙ ныҡ, татыу булһын, ә беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер, тине.

Был көндө торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) социаль түләмдәр биреүгә сертификаттар алған ғаиләләрҙең күптәре күп бала тәрбиәләгән парҙар. Араларында ике, өс, хатта дүрт бала үҫтергәндәр бар.
Йәнекәй ауылынан килгән Әхмәтйәновтар ғаиләһе сараға ул-ҡыҙҙарын да алып килгән. Ғаилә башлығы Раян Булат улы вахта ысулы менән йөрөп «Промстрой» ойошмаһында эшләһә, ҡатыны Зиләрә Йәүҙәт ҡыҙы өй йылыһын һаҡлау менән бергә донъяһын да тарта, балаларын да ҡарай. Нурания 3-сө, Нурзилә 2-се класта уҡыһалар, Айназға 4 йәш, Асияға өс ай ғына.
— Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Ошондай программа эшләүенә ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Ғаиләләребеҙ бәхетле, балаларыбыҙ иҫән-һау үҫһен өсөн шарттар булдырыла, — ти улар.
— Ғариза яҙыуыбыҙға күп кенә ваҡыт үтһә лә, ярҙам булырына ышанып көттөк. Дәүләт биргән аҡсаға өйөбөҙҙө туйларға яҙһын, — ти Ярлыҡаптан килгән Нурзилә һәм Раян Аллаяровтар.
Был көндө Рәсәй Федерацияһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» дәүләт программаһына ярашлы шулай уҡ Хәмиттән Көнһылыу һәм Ғайсар Ғәбитовтар, Гөлйемеш һәм Марат Мостафиндар (Ҡаҙмаш), Гөлиә һәм Вадим Ғилметдиновтар (Михайловка), Нәргизә һәм Айгиз Хизбуллиндар (Йәнгел), Әлфинә Асҡарова (Йәнгел), Асҡарҙан Айһылыу һәм Фидан Исмәғилевтар, Әлиә һәм Арсений Лобановтар, Яҙгөл һәм Рәзиф Вәлиевтар, Гөлнәзирә һәм Заһир Теләүғоловтар төрлө суммаға сертификаттар алды.
«Мортазин» КФХ-һы механизаторы Ишдәүләт Байгилдинға иһә «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплексы үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы шәхси торлаҡ төҙөүгә социаль түләмгә сертификат бирелде.
И. Ә. Байгилдин оҙаҡ йылдар элекке данлыҡлы «Урал» совхозында механизатор булып эшләгән. Дөйөм стажы 30 йыл булһа, шуның һуңғы ете йылын «Мортазин» КФХ-һында: тракторҙа йөрөй, ураҡ осоро етһә, комбайнға ултыра.
— Айыуһаҙы ауылында өй башлағайныҡ. Хөкүмәттән бирелгән был ярҙам менән тиҙ арала йортто бөтөрөп инеребеҙгә ышаныс ҙур, — тип ҡыуанысын йәшермәй Ишдәүләт менән Рита Байгилдиндар (һүрәттә).
— Дәүләт тарафынан бирелгән был аҡсаны алыу өсөн тиҙ арала «Россельхозбанк»та иҫәп асырға кәрәк, сөнки республиканың Төҙөлөш министрлығы ошо банк менән килешеү төҙөгән. Әгәр кемдер Һаҡлыҡ банкы аша ипотека алған булһа, иҫәпте шунда аса. Был аҡса ете ай эсендә файҙаланылырға, йәғни ошо осорҙа йортто төҙөп бөтөргә тейешһегеҙ, юғиһә аҡсағыҙҙың юҡҡа сығыуы мөмкин, — тип аңлатма бирҙе сертификат эйәләренә район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махиянов. — Төҙөлөштәрегеҙҙе тиҙ арала тамамлап, йорттар туйларға яҙһын.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей