Йома көндө - оло байрам

Үткəн аҙна аҙағында яҡшымбəттəр "Айыҡ ауыл - 2021" Республика конкурсы сиктəрендə "Яҙ һəм хеҙмəт байрамы" тип исемлəнгəн сараны гөрлəтеп үткəреп ебəрҙе. Йыл башынан ғына һанаһаң да уларҙың үткəргəн саралары һаны байтаҡ. Ҡайҙан көс һəм дəрт алып өлгөрəлəрҙер? Республика кимəлендə был конкурста еңеп сығыу ниəте ҙур этəргес көс булып тора улар өсөн. Был юлы ҙур байрамды күрəм тип мəртəбəле ҡунаҡтар Дəүлəт һəм мəғариф эшмəкəре, ғалим-педагог, Өфө күп профилле һөнəри колледж директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов һəм ғалим-филолог, журналист, юғары мəктəп уҡытыусыһы, филология фəндəре кандидаты, доценты Фəнзил Бүлəк улы Саньяров та килде. Ауыл халҡы мəҙəниəт йорто алдында дəррəү йыйылып матур тамаша көттө. Күрше ауылдарҙан бындай сараны күрмəй, ҡатнашмай ҡалыу үҙе бер яуапһыҙлыҡ тип килеүселəр ҙə аҙ булманы, Ағинəйҙəр ойошмалары ла ситтə ҡалманы. Ауыл хакимиəте башлығы Юнир Сынбулатов: "Беҙҙең ауыл билəмəһендə 12 крəҫтиəн-фермер хужалығы бар. Улар уңышлы эшлəп килə. Быйыл да барыһына ла мул уңыш алырға насип итһен. Тырышып эшлəгəндəрегеҙ өсөн ҙур рəхмəт һеҙгə. Илдəребеҙ тыныс, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын",- тип байрамға килгəндəрҙе сəлəмлəне. Район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов һəм район Советы рəйесе Фəнит Моратбаҡыев та Яҡшымбəт халҡын байрам менəн ҡотланы. Рамаҙан айына аяҡ баҫыу хөрмəтенə урындағы имам хатиб Фарход Аҙнабаев доға ҡылды.

Көндөң матур тороуы, ҡыштан арынып тəбиғəт тə уянғаны һиҙелде был көндө. Элекке замандарҙа кешелəр яҙҙы үҙҙəренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫəплəгəн. Яҡшымбəткə лə улар яҙ алып ҡайтты, шуға, ҡоштар хөрмəтенə "Ҡарға бутҡаһы" байрамы ла үткəрелде. Крəҫтиəн-фермер хужалыҡтары етештергəн продукция йəрминкəһе лə шəп ойошторолдо. Тирə-яҡты йыр-моң да солғап алды. Мəмбəтҡол ауылы егете, КФХ етəксеһе Дамир Хəйбуллин яҡшымбəттəрҙе конкурстың муниципаль этабында еңеүҙəре менəн ҡотлап һарыҡ бүлəк иткəйне. Был байрамда һарыҡ итенəн тəмле аштар бешереп, ауыл халҡын да һыйланылар. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар əҙерлəгəн аҙыҡтарҙан өҫтəлдəр һығылып торҙо.

"Ҙур күлəмле, мəртəбəле байрам ойошторғанһығыҙ, быны күреп шатландым. Көйөргəҙе районының данын бар донъяға таратырға яҙһын, сөнки Яҡшымбəт бик бай тарихлы ауыл, быуын-быуындан күсеп килгəн тарихи ғөрүф-ғəҙəттəр ҙə һаҡлап киленə. Яҡшымбəт мəктəбен бөткəн донъяла, илдə, республикала билдəле булған шəхестəр ҙə күп", - тип Сынтимер Биктимер улы ауыл халҡын матур байрам менəн ҡотлап, үҙенең уҡып бөткəн мəктəбенə һəм ауыл китапханаһына. Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменəн "Башҡортостан энциклопедяһы"н бүлəк итте. Фəнзил Бүлəк улы: "Көйөргəҙе районы менəн араларҙы өҙгəнем юҡ, əммə һеҙҙең ауылға ғына юл төшмəй торҙо. Бына бөгөн ҙур телəк менəн, шатланып һеҙгə килдем. Ғүмер буйы яҡшымбəттəрҙең тырыш хеҙмəтенə һоҡланып йəшəнем. Бер ауылдан 12 фермер булыуы, ул бит ер кешеһенең, иген игеүҙең ниндəй кəрəкле эш икəнен аңлауҙан килə. Ерҙе, хеҙмəтебеҙҙе яратайыҡ. Ҙур табыштар алып йəшəйек. Һеҙ матур йəшəйһегеҙ, артабан да шулай булһын. Матур йəшəйем тиһəң, тырыш хеҙмəт кенə түгел, ə иртəн айныҡ көйөнə эшкə барыу ҙа кəрəк. Иманым камил, Яҡшымбəттəр был мəсьəлəлə лə һынатмаҫ. Айыҡ, айныҡ йəшəйек, алйып йəшəмəйек, ҡəҙерле туғандар", - тип телмəр тотто.

Яҡшымбəттəр дəртле, эшсəн халыҡ. Уларҙың бар эштəре лə уң булыр, республика этабында был конкурста күрше Яҡут ауылы кеүек еңеп сығыр тип ышанабыҙ. Байрам йома көнө үткəрелде, был көндө изге телəктəр ҙə ҡабул була торған мəл. Был изге ниəткə бар ауыл менəн тотонғас, барыһы ла уң булырына шик тə юҡ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей