Яңы мал ҡуралары ҡалҡа

Скворчиха ауылы эргәһендә “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығының бер-бер артлы төҙөлгән мал ҡуралары ауылдарға яңы йәшәү һулышы өргәндәй булды. Ауыл хужалығы күтәрелә, унда йәштәр килә, эш ҡайнай икән, тимәк, ауылдарҙа тормош та һүнмәйәсәк.

Был юлы барғанда хужалыҡта быҙауҙар өсөн  бина төҙөлә ине. Был эш үткән йылдың  февраль айында башланһа, әле тамамланыуға бара – стеналары күтәрелгән, ҡыйығы ябылып бөткән тиерлек.Дөйөм майҙаны 110 квадрат метрға тиң был бинаның  түбәһен ҡаплап бөтәһе һәм эске эштәр башҡараһы ҡалған. Ул аҙаҡ яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ. Тышҡы яҡлап малдарҙы йөрөтөү урыны ла булдырыласаҡ.

Яңы бинаны быйыл июнь айында файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә. Ул  6 айҙан алып 1 йәштәргә тиклем яҡынса 150 баш үгеҙ  быҙауҙарын аҫрау өсөн иҫәпләнгән, -тине “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығының  ферма мөдире Азат Зәйнуллин.

Элекке бинаны реконструкциялағандан һуң былтыр яҙфайҙаланыуға тапшырылған йәнә бер  мал ҡураһы менән танышып сыҡтыҡ. Бында хәҙер быҙаулатыу бүлеге булдырылған. Унда быҙаулау ваҡыты еткән һыйырҙар һәм быҙауҙар аҫрала. Ике айға тиклем йәш малдар  - һәр береһе айырым урындарҙа, 2-4 айлыҡтар төркөмләп урынлаштырылған. Яңы тыуған быҙау тәүҙә 1 сәғәт ярым тирәһе киптереү урынына һалына, аҙаҡ бер аҙна самаһы ваҡыт лампа аҫтында тотола, аҙаҡ  2 айға тиклем айырым ситлектә аҫрала. Әйтергә кәрәк, быҙауҙарҙың  барыһы ла ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙан тыуған. Малдарҙың йәшәү шарттары, туҡланыуға иғтибар ҙур. Быҙауҙарҙың, быҙауларға әҙерләнгән һыйырҙарҙың һәм һауын һыйырҙарҙың һәр береһенең үҙ туҡланыу рационыбулдырылған.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей