Всю свою жизнь посвятила животноводству

Әңкәйем, атайымдың әсәһе, Ниязова Банат Шаһиморат ҡыҙы 1932 йылдың 14 авгусында Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, ауырлыҡты күп күргән ул. Был турала үҙе һөйләргә яратманы: "Ундай ауырлыҡты балаларға күрһәтмәһен" тип кенә ҡуйыр ине.
1951 йылда Ғүмәр ауылына килен булып төшкән. Уның артабанғы тормошо Ғүмәр ауылы һәм ауылдан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡоҙаса фермаһы менән бәйле булған. Ғүмер буйы малсылыҡта эшләп пенсияға сыҡты ул. Тиҫтерҙәренең хәтерендә эшен еренә еткереп башҡарған, эшсән, етди кеше булып һаҡлана ул.
Өс балаға - бер ҡыҙ һәм ике улға ғүмер биреп, уларҙы тормош юлына аяҡ баҫтырған. Ғүмеренең аҙағына тиклем ейәнсәрҙәренә , бүләләренә таяныс, терәк булды ул.
Әңкәйем 2014 йылдың апрель айында вафат булды.

Зилә Ғатауллина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей