Үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмалар тикшерелә

Районыбыҙҙа агросәнәғәт комплексы техникаһын тикшереү дауам итә. Был сара үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимовтың ҡарары менән март башында башланғайны.

Бөгөн, 25 мартта, Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгестәре Скворчиха ауылы А.З. Привалов крәҫтиән-фермер хужалығына тикшереү менән сыҡҡан. Яҙғы сәсеү алдынан үҙйөрөшлө машиналарҙың, уға тағылмаларҙың торошо ентекле өйрәнелде, тип белдерҙе район-ҡала дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Ғәлим Ғәлин. Шул уҡ ваҡытта сара сиктәрендә номерһыҙ файҙаланылған үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмалар тикшерәләсәк.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей