ҮҘ ТӘРТИБЕ

Ҡарҙар иреп, һауа торошо йылынғас, районыбыҙҙың ауыл хужалыҡтары хеҙмəтсəндəре баҫыу эштəренə яйлап төшə башланы. Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдинға
шылтыратып, яҙғы сəсеүгə əҙерлек тураһында һораштыҡ. Урыны менəн баҫыуҙар ҡар ҡатламынан асыҡ булһа ла, юлдар кипмəгəн һəм унда əлегə сығып булмай.
Быйыл беренсе булып «Искра» ауыл хужалығы ялан-ҡыр эшен башлап ебəргəн. Баҫыуҙарҙа тырматыу, ужым ашлау, дым һаҡлау эштəре бара.
Фермер Илшат Мəзитовтың ерҙəрендə лə ужымды ашлауға тотонғандар. «Ватан» ауыл хужалығы ерҙəре əлегə сəсеү өсөн өлгөрмəгəнлектəн, баҫыуға техника төшмəгəн, шулай ҙа эштəр
етəрлек бында, иген ағыулау алып барыла. «Ҡайһы бер баҫыуҙар ҡарҙан асылып, əҙер булһа ла, юл булмау сəбəпле, уларға барып
етмəйбеҙ əлегə. Элекке заманалағы кеүек план менəн түгел, ə һауа торошона ҡарап, сəсеү өсөн ер өлгөргəс кенə сығабыҙ. Һəр нəмəнең үҙ тəртибе бар. Техника əҙер, график буйынса алып барылған техник тикшереү əҙерлек һыҙығында», - ти Айҙар Юнир улы.
Лилиə КƏРИМОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей