Уртаҡ эш һөҙөмтәле була

Ишәй ауыл Советы хакимиәте башлығы Илдар Таһиров былтыр башҡарылған эштәр тураһында эҙмә-эҙлекле һөйләгәндән һуң ағымдағы йылдың планы менән таныштырып үтте.

- Бөгөнгө көндә янғын мәсьәләһе киҫкен торғанда деполарҙың эшмәкәрлеге бик мөһим. Мәҫәлән, Ишәй ауыл Советы биләмәһендә 2 автомобиль һәм 8 янғын һүндереүсе эшләй. Был өлкә хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы менән әүҙем эш алып бара. Уҙған йылда 190 янғын иҫкәрткес ҡуйылды, - тип уртаҡлашты үҙ сығышында Илдар Таһиров. – Былтыр һыу мәсьәләһе лә ҙур проблемаларҙың береһе булды. Һыу селтәрҙәре идаралығы компанияларын билдәләү буйынса аукцион да үткәйне. Бигерәк тә мәсьәләнең сетереклеге йәй осоронда һиҙелә. Был осраҡта эсәр һыу ситтән еткерелә. Әлеге көндә тораҡ пункттарҙы догазификациялау федераль программаһы сиктәрендә Яңауыл, Восток, Үрнәк, Карасевка, Ҡанаҡай һәм Ишәй ауылдарында газ үткәрелә. 2022 йылғы планға килгәндә, Ишәй ауыл Советы биләмәһенең ҡайһы бер территорияһында юлдарға ваҡ таш һәм асфальт түшәү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта соҡор ремонты ла күҙ уңында тотола.

Бына нисә йыл дауамында беҙҙе экологик мәсьәлә борсоп килә – сүп-сар проблемаһы бөгөн дә ситтә ҡалмай. Ошо юҫыҡта ҡарағанда Ишәй ауыл Советы биләмәһендә өҫтәмә алты контейнер майҙансығы төҙөлөргә тейеш. Ҡанаҡай, Ишәй һәм Әхмәр ауылдарында санкцияланмаған сүплек бөтөнләй юҡ ителгәндә яҡшы булыр ине, тигән теләктә ҡала халыҡ. Шул уҡ ваҡытта ауыл старосталарының биләмә депутаттары менән берлектә иҫерткес эсемлектәрҙе һатыусыларҙы күҙәтеү аҫтына алыуы ҡаралған.

Этҡол ауыл Советы ауыл биләмәһендә үткән халыҡ йыйылышында тәү сиратта тораҡ-коммуналь инфраструктураһына һәм төҙөлөш тармағы үҫешенә бәйле һорауҙарға иғтибар бирелде. Янғынға һәм һыу баҫыуға ҡаршы саралар ҙа етди тикшерелде.

- План буйынса эштәр үтәлеп килә. Мәҫәлән, Этҡол ауылында Дуҫлыҡ, Йәшел һәм Зәки Вәлиди урамдарына газ үтте. Аҙнайҙа ла бөтә урамға үткәрелде, - тип уртаҡлашты Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов. – Шул уҡ ваҡытта биләмәлә экология мәсьәләләре етди үтәлеп килә. Мәҫәлән, тирә-яҡты йәшелләндереү сиктәрендә уҙған йыл 1200 – ҡарағай, 40 йүкә һәм башҡа ағастар ултыртылды.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, халыҡ йыйылыштарында үҙ ауылының киләсәгенә битараф булмаған әүҙем, тырыш кешеләрҙең бер төптән эш итеүе ҡыуаныслы. Ыңғай һөҙөмтәләргә берҙәмлек менән генә ирешеп булыуы бер кемгә лә сер түгел.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей