“УРАРТУ” СЫРЫ БАҘАР ЯУЛАЙ
Йүнсел кеше бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында эшләгән эшҡыуар Гагик Цолакович Аветян шундай уңғандар иҫәбендә. Ул инде 30 йыл Башҡортостанда йәшәй – ошо ваҡыт эсендә төрлө ауырлыҡтарҙы ла, уңыштарҙы ла үҙ башынан кисергән, әммә юғалып ҡалмаған, әле лә үҫеш юлынан алға барыуын дауам итә. Бөгөн уның етәкселегендәге “Урарту” ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеү һәм сауҙа кооперативы сыр етештереү менән шөғөлләнә. Беҙ ҙә был предприятиела булдыҡ һәм сыр эшләү серҙәре менән яҡындан таныштыҡ.
Гагик Цолакович беҙҙе һағайыбыраҡ ҡаршы алды, тәүҙә бик үк асылып та китмәне. Бер аҙ аралашҡандан һуң ғына яҙылды. Күп тормош һынауҙарын үткән 60 йәшлек уҙамандың үҙен тыйнаҡ тотоуы ла аңлашыла – ҡасандыр тыуған ере Әрмәнстанды ҡалдырған ирҙе бында ҡолас йәйеп ҡаршы алмағандар, инде өс тиҫтә йыл дауамында бары үҙенең тырыш хеҙмәте менән уңыштарға өлгәшеп, ошо ергә ерегеп йәшәп ята ул. Гагик Цолакович белдереүенсә, Башҡортостан улар өсөн тыуған йортҡа әйләнгән.
– 2008 йылда хужалыҡтар һөттө ҡайҙа итергә белмәне, Балаҡатай районының Ямаш ауылында ташландыҡ цехты алып, газ һәм электр уты тоташтырҙыҡ. Унда ҡайһы бер ҡорамалдар бар ине, өҫтәп үҙебеҙ ҙә алдыҡ. Шулай итеп, сыр етештерә башланыҡ, клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде, тауарға ла ихтыяж булды. Һөттө ҡабул итә башлағас, халыҡ та ҡыуанды. Ул саҡта Балаҡатай, Мәсетле райондарынан яҡын-тирәләге ауылдарҙан һигеҙ хужалыҡтан һәм 100-гә яҡын кешенән һөт алдыҡ. Тәүҙә көнөнә 1,5 тонна һөт эшкәрттек. Колхоз бөлгөнлөккә төшкәс, бинаны тартып алдылар, эш туҡтаны, унда бары ике йыл ғына эшләп ҡалдыҡ, – тип бынан 13 йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫкә алды хужа.
Балаҡатай районында эш бармағас, ул Мәсетле районында төпләнә. Был юлы алдағы кеүек уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн эшҡыуар етештереүгә тәғәйенләнгән бинаны һатып ала һәм 2010–2011 йылдарҙа уны ремонтлай. Шул уҡ ваҡытта, клиенттарын юғалтмаҫ өсөн, һыйыр һөтөн ҡабул итеүҙе туҡтатмай. Эшләргә тип теләп килгән йүнселде район етәкселеге лә күрә һәм уға 200 мең һум күләмендә субсидия бүләләр.
Предприятие, был финанс ярҙамынан файҙаланып, яңы ҡорамалдар ала, етештерелгән тауарҙың төрөн арттыра. Һатып алыусылар ҙа күбәйә бара – тәүҙә Өфө, һуңынан Екатеринбург баҙарында Мәсетле сыры танылыу яулай, шәхси эшҡыуарҙар менән бәйләнештәр нығый һәм арта. Төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлайҙар. Хужа шундай күргәҙмәләрҙең береһендә кооператив асыу йүнәлешендә лә дәүләт программаһы барлығы тураһында белеп ҡайта. Шулай итеп, улар 16 кеше берләшеп, кооператив асып ебәрә. Кооператив ағзаларының күпселеге һөт етештереүселәр – шәхси һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары. Улар берләшеп, һөттө үҙәкләштергән рәүештә ҡабул итеүҙе ойоштора.
Ә инде 2014 йылда матди-техник базаны үҫтереү программаһында ҡатнашыуға ғариза биреп, грант программаһында көс һынап ҡарауға йөрьәт итәләр. Һөҙөмтәлә предприятиены үҫтереүгә 28 миллион 900 мең һум күләмендә субсидия алыуға өлгәшәләр һәм, программа шарттары буйынса, үҙҙәренә лә 18 миллион һум күләмендә аҡса һалырға тура килә. Ә бизнес-план буйынса предприятиены үҫтереүгә инвестиция күләме бөтәһе 46 миллион 900 мең һум тәшкил итә.
– Ойошмаға һәм үҙемдең исемгә ике кредит алдым. Кооператив ағзалары 4 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтте. Быға тиклем асҡан магазиндарҙан алынған килемде лә ошо эште үҫтереүгә һалабыҙ. Ғаиләмдең, ҡатынымдың ярҙамынан тыш бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Ҡатыным Арпик Сократовна сыр әҙерләү серҙәрен бала сағынан белә – ата-әсәһе сыр яһаған. Ҡатынымдың оҫталығына таянып, ошо ризыҡты етештереү эшенә тотондоҡ та инде, – ти Гагик Цолакович.
Әйтергә кәрәк, сыр әҙерләү Аветяндарҙың ғаилә бизнесына әйләнгән. Ҡыҙҙары Карине интернет селтәрендә ошо ризыҡ тураһында мәғлүмәт тарата, йәғни тауарҙарына реклама эшләй. Уның ярҙамында предприятие тураһында республикала ғына түгел, алыҫ Иркутск, Краснодар кеүек ҡалаларҙа ла беләләр.
– Тәбиғи ризыҡтың хаҡы ҡиммәт булырға тейеш, әммә беҙ тауарға юғары хаҡ ҡуймайбыҙ, сөнки дәғүәселәребеҙ юҡ. Әле 20-нән ашыу төрҙәге сыр етештерәбеҙ, уның өс төрө республикала бөтөнләй етештерелмәй, – ти хужа.
“Урарту” етештергән ризыҡтар төрлө конкурстарҙа еңеү яулауы, предприятиеның төп урынға сифатты ҡуйыуы тураһында һөйләй. Баштан уҡ улар ошо төп талапҡа тоғро ҡала. Төрлө йылдарҙа уҙған күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа тауарҙары дипломдар, еңеүҙәр яулауы ошо хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, 2016 йылда уҙған VII “Беҙҙең бренд” ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумында “Чечил”, “Косичка”, “Моцарелла”, “Брынза”, “Сулугуни” сырҙары, “Чечил” спагет сыры, “Чечил” таяҡса сыры I дәрәжә дипломға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда “Эшҡыуар-2016” республика конкурсында Гагик Аветян “Ризыҡ етештереү тармағындағы (бәләкәй (микро) предприятие) иң яҡшы йыл эшҡыуары” номинацияһында еңеүгә өлгәшә. 2018 йылда Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендә “Чечил” сыры алтын миҙалға лайыҡ була. Ғөмүмән, республика һәм Рәсәй кимәлендәге сараларҙа “Урарту” предприятиеһы етештергән сыр, һәр ваҡыт юғары баһа алып, миҙалдар, дипломдар менән бүләкләнә.
Предприятиела 13 кешегә эш урыны булдырылған, уларҙың барыһы ла рәсми теркәлгән, ваҡытында хеҙмәт хаҡы ала. “Урарту” йәмғиәте төньяҡ-көнсығыш райондарҙа һөт етештереү тармағын үҫтереүгә ярҙам итә, тип әйтергә лә була, сөнки Мәсетле һәм Балаҡатай райондарынан 300-гә яҡын кеше уларға һыйыр ағын тапшырып тора һәм килем ала. Йәй миҙгелендә көнөнә 7–8-әр тоннаға тиклем һөт ҡабул итәләр, ҡышын иһә уға ҡытлыҡ кисерәләр.
Предприятие сыр етештереү технологияһын камиллаштырыу өҫтөндә маҡсатлы эш алып бара. Грант программаһына ярашлы һөт ҡойоу һәм стакандарҙы йәбештереү линияһын, сыр эшләү өсөн яңы ҡорамал алғандар. Парлы газ ҡаҙанлығын сафҡа индергәндәр, быға тиклем электр уты ярҙамында һөттө йылытыу бик ҡиммәткә төшкән – ай һайын 150 – 180 мең һум түләп торғандар. Яңы ҡорамалдар алып урынлаштырғандан һуң эш күпкә еңелләшкән, ҡул көсөн ҡулланыу ҙа кәмегән. Шулай уҡ яңы ҡорамалдар ярҙамында яңы етештереү алымдарын да үҙләштергәндәр.
Әйтергә кәрәк, сыр етештереү – бик күп хеҙмәт талап иткән шөғөл. Бының өсөн тәүҙә һөт йыялар. Предприятиеның дүрт автомобиле ауылдар буйлап йөрөй. Артып ҡалған һыйыр ағын Мәсәғүт һөт комбинатына тапшыралар. Әҙерлек эштәренә һөттө эшкәртеү, һаҡлау инә. Әйткәндәй, һөттө һаҡлау өсөн ҙур һыуытҡыстарҙы ла грант аҡсаһына алғандар. Әҙер тауарҙы магазиндарға таратыуға ла өс автомобиль йәлеп ителә. Сырҙы Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһендәге сауҙа нөктәләренә ташыйҙар. Шулай уҡ башҡа төр транспортты файҙаланып, тауарҙы Себер кеүек алыҫ тарафтарға ла оҙатыуҙы ойошторалар.
– Предприятиела технолог белгестәр, мастерҙар етешмәүе ауырлыҡтар тыуҙыра. Шуның өсөн дә ситтән килеп эшләгәндәргә ятаҡ төҙөнөк. Әле 10 мең тоннанан ашыу сыр етештерәбеҙ. Тулы ҡеүәткә эшләһәк, етештереүҙе ике-өс тапҡырға арттыра алабыҙ. Киләсәктә Оло Ыҡтамаҡтан көн һайын ҙур йөк автомобилдәренең беҙҙең тауар тейәп китеүенә өлгәшеү хыялы менән йәшәйбеҙ, – ти хужа.
Предприятие иҡтисады тотороҡло булғас, оҙаҡ йылдар дауамында эшләгән кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, Мөслим ауылынан Ринат Хәсәнов 2010 йылдан мастер-технолог булып эшләй. Водитель Марат Зиннәтуллин да бында үҙенә шөғөл тапҡан, хаҡлы ялда булһа ла, әле лә сафта. Ул: “Эшһеҙ ултыра алмайым”, – тип бында кире килгән.
Гагик Цолакович 1981 йылда Волгоград дәүләт ауыл хужалығы институтында зоотехник һөнәренә уҡып сыҡҡан. 1991 йылда, ил тарҡалғас, Башҡортостанда төпләнергә ҡарар иткән. Тәүге дүрт йылда Борай районында асфальт-бетон заводы төҙөүҙә ҡатнаша. 1994 йылда яҙмыш уны Мәсетле районына алып килә. Бында ла ул асфальт заводын тергеҙеп, юлдар төҙөй. 98-се йылдарҙа был эштәрендә ауырлыҡтар килеп тыуғас, ғаиләһе менән икмәк-ҡалас етештерә башлайҙар, сауҙа эшен яйға һалалар. Тәүҙә ябай киоскыла һатыу итәләр, һуңынан бер нисә магазин асалар, аҙаҡ иһә сыр етештереүгә ныҡлап тотоналар.
Арпик Сократовна менән Гагик Цолакович ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Карине сыр етештереү эшендә ярҙамлаша, улдары иһә Һамар иҡтисад университетын тамамлаған, хәрби хеҙмәткә йыйына. Ул да ғаилә бизнесын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Аветяндарҙың уңған ғаиләһе тырыш хеҙмәте менән районда абруй ҡаҙанған. Уларҙың Ҡафтау аръяғынан килеп, ошо ерҙә ерегеп китеүе һәм тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, матур йәшәргә ынтылыуы һоҡланыу хисе тыуҙыра. Эйе, теләк булғанда, һәр кеше донъяһын матур, тормошон етеш итә ала, ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк.
Рәмилә МУСИНА.