УРАҠ МӘЛЕ – ТЫНҒЫҺЫҘ ВАҠЫТ

Июль айында көндәрҙең эҫе тороуы борсаҡтың тиҙ һәм дәррәү өлгөрөүенә килтерҙе. “Әй” ауыл хужалығы производство кооперативында ураҡ эштәрен ошо ҡуҙаҡлы культураны яҫмаларға һалыуҙан башлағандар. Бөгөнгә игенселәр 140 гектарҙа борсаҡты, 60 гектарҙа ужым арышын сапҡан. 70 гектарҙа борсаҡ һуғып алынған.

Был хужалыҡта 300 гектарҙа өсөнсө репродукциялы Рокет сортлы борсаҡ үҫтерелә. “Беҙҙең бурыс – уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу, бының өсөн ашығырға кәрәк. Урыуҙы һуңлатҡанда, ҡуҙаҡтарҙың ярыла башлауы һәм үҫтерелгән уңыштың юғалтылыуы мөмкин. Июлдәге аномаль эҫе арҡаһында борсаҡтың уңдырышлылығы юғары түгел. Быйыл бер ҡуҙаҡта уртаса алты борсаҡ бөртөгө иҫәпләнә. Уртаса уңдырышлылыҡ әлегә гектарынан 7,1 центнер,” – ти хужалыҡтың баш агрономы Ф. Ғәлләмов.

Борсаҡты сабыуҙы КС-100 “Сулпан” комбайнында “МакДон” урғысы менән Славик Әхмәҙиев (һүрәттә) башҡара. Яҫмаларҙы йыйыу һәм һуҡтырыуҙа комбайнсылар Фәрит Мөхәмәтдинов (“Палессе” GS-812), Марс һәм Илфат Ҡәниповтар эшләй (“СК-5”).

Ҡуҙаҡлы культураны урыу менән бер рәттән, игенселәр ужым арышын да саба. Уны 150 гектарҙан йыйып алаһы бар. “Әй” АПК-һында иген культуралары барлығы 1080 гектарҙа сәселгән, культуралар вегетацияһы осоронда көндәрҙең ҡоро тороуы арҡаһында айырым өлөшө зыян күргән. Зыян күләмен аграрийҙарға иҫәпләһе бар әле. Баҫыуҙан ырҙын табағына игенде “ГАЗ-35071” машиналарында водителдәр Ирек Кирәйев менән Шамил Йыһаншин ташый.

Ташылған иген “ЗАВ-20”-лә тәүге тапҡыр эшкәртелә. Агрегатты М. Вәлиев, И. Ҡәнипов һәм И. Ғирфановтар хеҙмәтләндерә. Келәт эштәрендә Зөлфиә Шәнгәрева менән Юлиә Ҡәнипова ярҙамлаша. “ГАЗ-53” автомобиле водителе Фларит Зиннәтуллин таҙартылған игенде бураларға ташый. Эштәргә склад мөдире Вадим Яҡупов етәкселек итә. 

Л. Саҙретдинова фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей