Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт

Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт

“Простор” ауыл хужа­лығы предприятиеһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҙғы сәсеүҙе бөттө. Майҙың тәүге көндә­рендә үк унда эш йылдам барҙы, баҫыу батырҙары үҙ эштәрен яуаплы башҡарҙы. Барыһы 240 гектар майҙанға яҙғы иген культуралары сәселде.

Предприятие директоры Ралиф Хөснөтдинов әйтеүенсә, 120-шәр гек­тарға һоло һәм бойҙай сәселгән. Сәсеү агре­гатына механизатор Әбүзәр Исмәғилев идара итһә, сәскестә Фәнис Мөхәмәтйәнов һәм Илмир Хыялов эшләгән.  "ЗиЛ-554" йөк машинаһы води­теле Мәғәфүр Мөхәмәҙиев орлоҡ ташыған. "Т-150" тракторы менән Сәлим Нуриев культивациялаһа, "ДТ-75"-тә Алик Куканов баҫыуҙы тырматҡан. Келәттә Владимир Петунин һәм Франгил Садиҡов орлоҡтарҙы әҙерләп, тейәп ебәреп торған. Баҫыу батырҙарын йылы аш менән ашнаҡсы Әлфиә Ғирфанова тәьмин иткән.

Предприятиеның барыһы 80 баш һыйыр малы, 30 аты бар. Улар көтөүгә сығарылған.

Салауат районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәте буйынса, 22 майға ҡарата аграрийҙар сәсеү эштәренең 90 процентын үтәгән. План  – 7700 гектар.

"Таймый" агрофирмаһы яҙғы иген һәм аҙыҡ культуралары сәсеү менән мәшғүл. Шәриптән Алег Хәмиҙуллин, Алик Рәжәпов, Йыланыштан Артем Федоров, Мәсетленән Финзәл Хужин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡарабойҙай сәсеп бөтмәгән.

Сәсеү эштәренән һуң хужалыҡтар баҫыуҙарҙы химик утауға, ерҙәрҙе парға эшкәртеүгә төшәсәк.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей