Уңыш мул булмаҡсы

Республикала ураҡ эштәре әле башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан баҫыуҙарында ярты миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған.

– Ужым һәм яҙғы культуралар сабылған майҙандарҙан күренеүенсә, уңыш яҡшы – республика буйынса гектарынан уртаса 30 центнерҙан ашыу, – тине Илшат Фәзрахманов Яңауыл районында үткән “Баҫыу көнө” зональ семинар-кәңәшмәһендә. – Әммә 70 центнерҙан ашыу биргән баҫыуҙар ҙа күп. Хәҙер үҫтергән байлыҡты юғалтыуҙарһыҙ алыу мөһим. Һатып алыу хаҡтары күтәрелгәнгә, иң яҡшы ваҡытҡа тиклем, бураларға йыйырға кәрәк. Ә был буласаҡ, сөнки донъяла аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ бар һәм игенгә донъя хаҡтары күтәрелә башланы ла инде.
– Уңыш бөтә ерҙә лә, шул иҫәптән Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһында, атап әйткәндә, сара бар- ған Яңауыл районында күҙҙе ҡыуандыра, – тип билдәләне ул. – Шуға күрә төбәктә иген уңышына фараздар оптимистик.
Мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәр буйынса, Мәсетле районының бөтә төр милек формаһындағы хужалыҡтарында 22054 гектарҙа иген культураларын урып йыйыу бурысы тора. Гектарынан уртаса уңыш 23,2 центнер тәшкил итә. Фермерҙар һәм ауыл хужалығы предприятиелары ужым арышы, арпа һәм һоло буйынса эштәргә тотондо.
11 авгусҡа ҡарата “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы эшсәндәре ураҡҡа төштө – 340 гектар майҙан сабылған, 125 гектарҙа ашлыҡ урылған, 3190 центнер һуғылған, уңыш гектарҙан 25,5 центнер тәшкил итә. “Аҡтау” йәмғиәтендә 860 гектарҙа ашлыҡ сабылған, 860 гектарҙа урылған, 19200 центнер һуғылған һәм гектарынан 22,3 центнер уңыш алынған. “Батыр” йәмғиәте баҫыуҙарында 50 гектар майҙанда сабылған һәм урылған, 1250 центнеры һуғылған, уңыш гектарынан 25 центнер тәшкил итә. “Йондоҙ” йәмғиәте эшсәндәре 50 гектарҙа сабып, 18 гектарҙа урып алған, 569 центнер һуғылған, уңыш гектарынан 31,6 центнер тәшкил итә. “Ҡорбанов Ю. Ю.” предприятиеһында 10 гектарҙа сабылған һәм 280 ц ашлыҡ һуғылған, уңыш гектарынан 28 центнерға етә. “Ниғәмәтйәнов И. И.” КФХ-һында 90 гектар майҙанда иген урып йыйылған, 1980 центнер һуғылған, уңыш ҡеүәте – гектарынан 22 центнер.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей