Уңыш батырҙары – “Аҡтау”ҙан

“Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә элиталы иген культуралары үҫтереү менән ныҡлап шөғөлләнгән хужалыҡтарҙан һанала. Предприятие эшсәндәре ете мең гектар майҙанды эшкәртә. Бынан тыш, әле етәкселек 800 гектар ерҙе үҙҙәренә рәсмиләштереү буйынса документтар әҙерләй. Тимәк, ауыл эшсәндәренә тағы ла тырышып баҫыуҙарҙа хеҙмәт өлгөһө күрһәтеү бурысы йөкмәтеләсәк.

Бөгөн дә хужалыҡтың оҫтаханаларында ир-егеттәр ҙур ихласлыҡ менән яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын әҙерләй, запас частар хәстәрләй.

– Бер көн менән йәшәргә ярамай, шуға ла иҫкергән техниканы ремонтлап, ҡабаттан эшкә егәбеҙ, яңыларын да ҡәҙерләп тотона егеттәр, – ти йәмғиәт етәксеһе Илдар Ниғәмәтйәнов. – Паркты тулыландырыу һис ҡасан да туҡтағаны юҡ. Мәҫәлән, йыл башланып ҡына тора, ә хужалыҡҡа 50 миллион һумлыҡ яңы техника ҡайтарылды ла инде.

Аграрийҙар алдында ете мең гектарҙа яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы ҡуйылған. Ялан батырҙары көсө менән иген – 1500, борсаҡ – 770 гектарҙа, ҡарабойҙай иһә – бер мең, гәрсис, вика үләне, арпа, һоло кеүек культуралар 470 гектарҙа сәселәсәк. Баҫыу эшсәндәре йылдағыса йылы аш менән тәьмин ителәсәк, хеҙмәт урынына алып барыу-алып ҡайтыу ҡаралған.

Хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәренә ентекле әҙерләнгән, баҫыуҙарҙы туҡландырыу өсөн 400 тонна минераль ашлама бар. Сифатлы орлоҡҡа ла ҡытлыҡ булмаясаҡ, уны алдан хәстәрләп, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплағандар. Әйткәндәй, йәмғиәт бына оҙаҡ йылдар инде ауыл хужалығы өсөн элиталы орлоҡтар етештергән Башҡортостан, Силәбе, Свердловск фәнни-тикшеренеү институттары менән яҡшы бәйләнеш булдырған. Свердловск өлкәһенең Красноуфимск селекционер үҙәге менән дә хеҙмәттәшлек дауам итә икән. Яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрен ситтән техника йәлеп итмәйенсә, үҙ көстәре менән башҡаралар, хатта йәмғиәт башҡа хужалыҡтарға ла ярҙамлаша.

“Аҡтау” хужалығы етәкселеге быйылғы баҫыу эштәренә тип, “Россельхозбанк”та ташламалы кредит юллап, аҡсаны орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ материалдары һатып алыуға тотонған. Дәүләт тә ярҙамынан өҙмәй, төрлө субсидиялар алыуҙа ярҙам итә.
Әйтеп үтеүебеҙсә, хужалыҡ элиталы орлоҡ сәсә. Нигеҙҙә, арыш, бойҙай, арпа, борсаҡ үҫтереүгә йөҙ борғандар. Баҫыуҙарҙа йыш ҡына ғалимдар ҙа булып китә, бергәләп орлоҡтоң яңы сорттарын уйлап табалар. Шуға ла сифатлы орлоҡҡа ихтыяж бик ҙур, продукцияһына һыу буйы сират. Әйткәндәй, хужалыҡ заманса иген киптергес һәм таҙартыу комплексы төҙөп сафҡа индергән. Йыйып алған уңышты һаҡлау өсөн 500 квадрат метр майҙанды тәшкил иткән дүрт иген келәте төҙөгәндәр.

Бөгөн бында ике ауылдан 20 кеше эш урыны тапҡан, етәкселек уларҙың һәр береһенең намыҫлы, эшһөйәр һәм уңған булыуын билдәләй. Ололарға алмашҡа йәштәр үҫеүен билдәләп, уларҙың ауылды һайлауына һөйөнөп бөтә алмайҙар. “Элек йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу ауыр булһа, бөгөн үҙҙәре эш һорап мөрәжәғәт итә. Һәр кемде шөғөл менән тәьмин итергә тырышабыҙ”, – ти Илдар Сәғит улы.

Ауыл эшсәндәренең хеҙмәт хаҡы уртаса 20 мең һум тәшкил итә, эш һөҙөмтәләренә ҡарап, премия ла бирелә. Социаль яҡлауҙар ҙа бар. Шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бесән-һалам бүленә, иген таратыла. Шуныһы ҡыуаныслы: етәкселек ауыл эшсәндәренең сәләмәтлеген ҡайғыртып, төрлө ял йорттарына, шифаханаларға юллама менән тәьмин итә. Район биләмәһендә урынлашҡан “Ҡарағай” шифаханаһы бөгөн күптәрҙең яратҡан ял итеү урынына әүерелгән.

Йәмғиәттең үҙ ағас ярҙырыу цехы ла уңышлы эшләй, ҡуртымға диләнкә алғандар. Заказ буйынса халыҡты ағас материалдары менән тәьмин итәләр. Бының өсөн заманса йыһазландырылған ҡорамалдар етерлек, ҡеүәтле техника ла булышлыҡ итә.

Етәкселек, алдынғы комбайнсылар, механизаторҙар, водителдәр Дмитрий Петкин, Дамир Ғәзизуллин, Зифат Ғиниәтов, Виктор Власовец, Марсель Әҙиуллин, Михаил Пастухов, Илсур Хөрмәтов, Валентин Каганов, Фәғил Ғарифуллиндарҙы һәр яҡлап маҡтап телгә алып, “нәҡ ошо егеттәр менән даныбыҙ йыраҡтарға тарала ла инде” тине.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: “Аҡтау” йәмғиәтендә ауыл хужалығы буйынса махсуслашҡан төрлө уҡыу йорттары студенттары практика үтә, тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Хужалыҡ етәксеһе Илдар Сәғит улының кесе улы Айнур ҙа бөгөн бында практика үтә, ул – Дыуан күп профилле колледжы студенты. Ағаһы Илнар ҙа ошо уҡыу йортон тамамлап, әле ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡып йөрөй. Бөгөн йәмғиәттә агроном йөгөн тарта. Егеттәр ауыл тормошон һайлауҙарына һис кенә лә үкенмәй. “Беҙ бит ауыл балалары, шуға ла ер эше ят түгел”, – тиҙәр.

Автор: Самат ҒӘЛИН
Источник: https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/u-ysh-batyr-ary-a-tau-an-/
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей