Уңғандарға уңыш юлдаш Сапай сырҙары донъя баҙарын яулар әле

Бер кемгә лә сер түгел: һаулыҡтың насарайыуы йыш ҡына дөрөҫ туҡланмауҙан килә. Шуға сәләмәт тормош алып барғандар үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә.

Әлбиттә, күптәр сауҙа нөктәләрендә республикабыҙҙа әҙерләнгән һөт ризыҡтарын, шул иҫәптән сырҙы ла һатып алырға тырыша.  Ә сыр – таҙалыҡ, иғтибар ярата торған “тере” аҙыҡ.  Уны яһағанда яҡшы сифатлы һөт кенә ҡулланырға тырышалар һәм бөтә технологияларҙы ла еренә еткереп үтәйҙәр.

–  Һөт ни ҡәҙәр сифатлы булһа, сыр шул ҡәҙәр яҡшы килеп сыға,  – тип аңлатҡайны беҙгә Дәүләкән районының Сапай ауылындағы “Беҙҙең сыр” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Флүр Сәйетғәлиев.

 Предприятие “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә 3 миллион һумлыҡ грант отҡан. Аҡса сыр эшләү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға тотонолған.

Ә был уңыштарҙың барыһы ла тыуған ерендә эшләүҙе хуп күргән Флүр Әнүәр улына еңел генә бирелмәгән. Ҡасандыр “Асылыкүл” колхозында бригадир, баш агроном һәм башҡа вазифаларҙы атҡарған ул. 2002 йылда тырыш, сәмсел, уңған ир-уҙаман үҙ эше менән шөғөлләнергә уйлаған. 2014 йылда иһә фермер булырға ҡарар иткән Әнүәр Сәйетғәлиевкә уңыш  үҙе “йылмайған”: ул “Ғаилә фермеры” грантын отҡан һәм ошо аҡсаға симменталь тоҡомло 50 баш һыйыр малы һатып алған. Уға тиклем дә хужалығында 32 баш мал булған. Әйткәндәй, уңған йүнселдең маҡсаты – ауылдаштарына эш урындары булдырыу, ауыл хужалығын үҫтереү.

Бөгөн ауылда айына 200 килограмм  “Халуми”, маринадланған грек сыры, “Качотта” классик итальян сыры, “Белпер Кнолле” Швейцария сыры етештерелә. Ике сыр эшкәртеү һәм уны өлгөртөү камералары бар. Уларҙы кооперативта аҙнаһына өс тапҡыр эшләйҙәр. Киләсәктә көн һайын сығарырға уйлайҙар.

Әлегә дәүләкәндәр етештергән сырҙы Өфөнөң сауҙа кәштәләрендә генә һатып алырға була. Киләсәктә иһә уны республика буйлап таратыу күҙаллана.

Шуныһы үҙенсәлекле: ике сыр яһау цехы бер юлы ике төр аҙыҡты әҙерләү мөмкинлеген бирә. Шулай итеп, тәүлегенә ике смена эшләй ала. Сыр әҙер булып та, рецепт талап итһә, уны вакуумлайҙар. Бындай сырҙарҙы һаҡлау ваҡыты – 21 көн, ә ярым ҡаты сырҙар бер ай буйы боҙолмай.

Ә был уңыштарҙың нигеҙе нимәлә һуң? Бер ниндәй сер түгел: һәр башланғысҡа нигеҙ ғаиләлә һалына. Һәр йәһәттән дә уңған Флүр Әнүәр улының ҡатыны Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы ҡасандыр Күмертау педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған,  ғүмер буйы тиерлек башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән.  Хеҙмәт стажы – 40 йыл, Рәсәй дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре. Ул хәҙер – урындағы “Гәүһәр” ансамбленең дә алмаштырғыһыҙ ағзаһы. Бынан тыш, Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы – оҫта хужабикә, сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлеш һәм башҡа аҙыҡ-түлекте телеңде йоторлоҡ итеп оҫта бешерә. “Татыу, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-береңә һәр саҡ терәк булырға кәрәк”, – тип бәхетле ғаилә серҙәре менән дә уртаҡлаша уңған ҡатын. Әле ул, хаҡлы ялда булһа ла, баҫыуҙарҙа эш ҡайнағанда, крәҫтиән (фермер) хужалығы эшсәндәренә ашарға әҙерләй.

Ата-әсәһенең ҡул оҫталығы, уңғанлығы, сәмселлеге, тырышлығы улдары Алмас менән ҡыҙҙары Гөлназға ла күскән. Улар ҙа, ата-әсәһе кеүек, шәп ғаилә ҡорған, ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫталары.

...Сәйетғәлиевтәрҙең йорто әллә ҡайҙан, бында уңғандар йәшәй тигәндәй, балҡып тора. Өйҙәре ҙур, яҡты, матур. Ихаталары гөл-сәскәләргә күмелгән. Күңелдәре матур кешеләрҙең донъяһы ла шулай гүзәл, һоҡланғыс була шул. Ҡасандыр бәхетте үҙ тыуған ерендә табырға ҡарар иткән Флүр Әнүәр улы һис отолмаған. Өҫтәүенә, ул, балаларында өлкән­дәргә хөрмәт, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләгән кеүек, ейән-ейәнсәрҙәренә лә шуны өйрәтә.

Ғаиләлә бер-береңде аңлап эш итеү, үҙ-ара хөрмәт булмаһа, тормош дауам итмәҫ ине кеүек. Тап ошо хистәр әсә һөйөүе менән яралған һәм тап улар һәммәһен дә уңышҡа әйҙәй. Ошо йәһәттән Тәнзилә менән Флүр Сәйетғәлиевтәрҙең ғаиләһе күптәргә, бигерәк тә йәштәргә өлгө булып тора.

Айһылыу НИЗАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей