Уңған механизатор

Район мәҙәниәт йортонда 2021 йыл йомғаҡтарын барлауға арналған йыйылыш үтте. Унда уҙған йыл дауамында юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән предприятие-ойошма-учреждениелар бүләкләнде, эшендә ҙур һөҙөмтәләр күрһәтеп, «Һөнәре буйынса иң яҡшы» тип табылған производство алдынғылары тәбрикләнде.

Һеҙ һүрәттә күргән Ф. Ф. Хәйбуллин үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы үтәгәне, район юлдарын төҙөүгә, йүнәтеүгә һәм төҙөкләндереүгә һиҙелерлек өлөш индергәне өсөн «Иң яҡшы юл хужалығы эшсеһе» тип табылып, район хакимиәтенең дипломына һәм ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ булды.
Фәнил Хәйбуллин Әбделмәмбәт мәктәбен тамамлағандан һуң, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен ала. Ҡулына танытма алғас та, йәш егет Ватан алдындағы изге бурысын үтәү өсөн хәрби хеҙмәткә алына.
Әрменән ҡайтыу менән хеҙмәт юлын һөнәре буйынса үҙенең тыуған колхозы — Киров исемендәге хужалыҡта башлай. Колхоз тарҡалғас, Магнитогорск ҡалаһына юллана. Унда бер аҙ эшләгәс, шулай ҙа тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә һәм бына тиҫтә йылдан ашыу район юл ремонт-төҙөлөш участкаһында тракторсы булып эшләп йөрөй. Үҙенә ышанып тапшырылған МТЗ-82 тракторында йәйен-ҡышын юлда.
— Ҡыш көндәре, ғәҙәттә, юлды ҡарҙан таҙалауҙа йөрөһәм, йәй көндәре юл ситтәрендәге ҡый үләндәрен сабам, — ти тәжрибәле механизатор.
Уңған юлсы өйөндә хәстәрлекле хужа, өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны Айһылыу Фәрит ҡыҙы менән ике улға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына баҫтырғандар. Улдары Айгиз менән Илмир бөгөн Магнитогорск металлургия комбинатында уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Айгиз үҙе Денис исемле улға атай.
— Фәнил Фәйзрахман улы Мәхмүт ауылынан йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан бер ваҡытта ла эшкә һуңламай. Ул үҙ эшенә яуаплы ҡараған, техникаһын һәр саҡ төҙөк тотҡан механизатор, — тип маҡтай уны ДРСУ мастеры Салауат Хәлитов.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей