Умартасылыҡ – яратҡан шөғөлдәре

Элек-электән ата-бабаларыбыҙ солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, был кәсепте быуындан-быуынға мираҫ итеп ҡалдыра килә. Районыбыҙҙың ҡайһы ғына ауы-лын алһаң да, ошо шөғөлдө үҙ итеүселәр бар. Тәбиғәттең йәмле төбәгендә урынлашҡан Мәндем ауылында йәшәүсе Зинфира һәм Ирғәле Мөхәмәтдиновтар ҙа бынан 15 йыл элек умартасылыҡ эшенә тотоноп, бөгөн был шөғөл уларҙың яратып, күңел биреп башҡарған кәсебенә әүерелгән.

Мәндем ауылы урман буйлап таралып урынлашҡан. Һәр араның үҙ атамаһы булып, Үҙәк, Үзбәйҙәк, Фәхри яланы, Ҡарамалы тип аталып йөрөтөлә. Юлдан ауылға килеп инеү менән алда һанап киткән атамаларҙың һуңғыһында, тау итәгенең һоҡланғыс һул яҡ итәгендә урынлашҡан күркәм йорт иғтибарҙы тарта. Етмәһә, “бал” тигән яҙыу ҙа үҙенә йәлеп итә. Ошо ҡортсолар менән танышып сығайыҡ, тигән теләктә ихатаға килеп инеү менән бал ҡорттарылай гөж килеп, ҡыҙы, ейән-ейәнсәре уратыуында күңелле итеп урамда эшләп йөрөгән хужабикәне тап иттек. Ихатала төрлө-төрлө сәскәләр йәм биреп ултыра, бер яҡ ситтә биҙәлеп, балалар өсөн уйын майҙансығы ла эшләп ҡуйылған, ауыл кешеһенә төп ярҙамсы техникалар ҙа бар. Алсаҡ, йылмайып торған Зинфира Фәрит ҡыҙы хужаның әлегә өйҙә булмауын әйтеп, беҙҙе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас ихласлыҡ менән өйгә саҡырҙы. Заманса итеп йыһазландырылған өйҙә тәртип, бөхтәлек күренеп тора. Матур һауыттарҙағы бүлмә гөлдәре лә нур сәсә. Залда ултырған балаҫ һуғыу станогына күҙ ташлап, хужабикәгә төбәләбеҙ. “Тик ултырып булмай бит инде, бынан бер йыл элек Туғай ауылынан әхирәтем Гөлнара Заһиҙуллинанан күреп, балаҫ һуғыу теләге тыуҙы. Ул шулай уҡ ярҙам да итте. Тормош иптәшем Ирғәле башта бәләкәй, һуңынан ҙур көрөҫлө станок эшләп бирҙе. Бер ултырһам, айырыла алмайым. Ейәнсәрем сәскә һыҙмаһын эшләп биргәйне, уға үҙ биҙәге менән бәләкәй балаҫ һуғып ҡуйҙым”, - ти Зинфира Фәрит ҡыҙы беҙҙең һораулы ҡарашҡа яуап биреп.
Зинфира менән Ирғәле Мөхәмәтдиновтар икеһе лә Мәндем ауы-
лында күмәк балалы ғаиләләрҙә, ҡыҙ кеше сәғәт һаны кеүек 12 балалы ғаиләлә - икенсеһе, ә егет алты туғанына ағай – баш бала булып тыуып-үҫеп, башта 8-се класҡа тиклем “А” һәм “Б” кластарына бүленеп айырым уҡыһалар, 9-10-ды бер класта уҡып, 1978 йылда ауыл мәктәбен тамамлағандар. Икеһенең дә юғары уҡыу йортона инеү теләге булһа ла, беренсе йылда тормошҡа ашмай. Зинфира Фәрит ҡыҙы бер йыл Мәндем мәктәбендә пионер вожатый булып эшләп, икенсе йылына Бөрө ҡалаһындағы педагогия институтына физика-математика факультетына уҡырға инә. Ирғәле Нурғәле улы леспромхозға эшкә урынлашып, шунан әрме хеҙмәтенә алына. Һуңынан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында крансыға уҡып сығып, шунда эш башлай. Бер-береһе менән дуҫлашып йөрөп, араларында мөхәббәт уты ҡабынған йәштәр 1982 йылда ғүмерлеккә бергә булырға вәғәҙә бирешеп, өйләнешәләр. Был ваҡытта уҡытыусы һөнәрен үҙ иткән ҡыҙ 3-сө курс-ты ғына тамамлағанлыҡтан, егет кеше уны аңлап, эргәһенә, ул уҡыған ҡалаға эшкә килә. Бер йыл үтеүгә мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Гөлназ тыуа. Ҡыҙлы ла, дипломлы ла булып, тыуған ауылдарына йәшәргә ҡайта улар. Бына хәҙер ҡулға-ҡул тотоношоп, дүрт тиҫтә йыл бергә матур ғүмер кисерә улар. Үҙе уҡыған мәктәптә 33 йыл эшләй Зинфира Фәрит ҡыҙы. Бөгөнгө көндә мәктәп, балалар баҡсаһы ябылыуына, ауылда йәштәр ҡалмауына зарланып та алды.
Гармунда ла уйнаған, дәдәндәр, рамдарҙы үҙе эшләгән Ирғәле Нурғәле улы бар эшкә лә оҫта. Ауыл халҡы уны хөрмәтләп староста итеп һайлап ҡуйған. Тырыш, уңған ғаилә 2013 йылда үҙ тырышлыҡтары менән ошо урында өй һалып кергән. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. Оло ҡыҙҙарынан һуң тағы ла бер ҡыҙ һәм улға ғүмер биреп, шулай уҡ Ирғәле ағайҙың һеңлеһенең улы һәм ҡыҙын үҙ балалары кеүек күреп ҡарап үҫтергәндәр. Бөгөн оло ҡыҙҙары Гөлназ Красноусолда йәшәй, башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе, тормош иптәше менән өс бала үҫтерәләр. Илгиз Ишембайҙа заводта эшләй, өйләнмәгән. Гөлсинә Өфө ҡалаһында табип-гинеколог, ике бала әсәһе. Ләйсән Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланғыс класс уҡытыусыһы, ике бала тәрбиәләй. Динар вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй, ул да әлегә кәләш алмаған.
- Кейәүҙәребеҙ барыһы ла Мәндемдекеләр. Бөгөн 7 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәйбеҙ, - тип ғорурлыҡ менән һөйләп алды Зинфира апай. – Умартасы шөғөлөн бәлки, ейән-ейәнсәрҙәр дауам итер тигән уй ҙа бар. Бал ҡорттарын 15 йылдан артыҡ тотабыҙ. Ирғәленең Әбдрәхим тигән бабаһы 4 баш ябып, өйрәтеп биргәйне, ишәйтеп-ишәйтеп арттырҙыҡ. Хәҙер 50-нән артыҡ иттек инде. Быйыл ярты тоннаға яҡын бал алдыҡ, - ти ул.
Бал ҡорттарындай етеҙ ҙә, егәрле лә булған, тәртип яратҡан Мөхәмәтдиновтар бар эште бергә башҡара. Береһе рамын эшләп ҡуйһа, икенсеһе йыуып, балауыҙын йәбештерә. Ялға ҡайтҡанда балалары ярҙамлаша. Был шөғөлдәренән тыш хужалыҡта һыйыр, 25 өйрәк, тауыҡ та тоталар. Йүкә урманы эргәлә генә булыу ҙа ярҙам итә уларға. Бал ҡорттарын күсереп йөрөтмәйҙәр. Уларҙы ҡышлатыу өсөн айырым өйҙәре лә бар. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бал ҡорттарын бағып, шатлыҡ-ҡыуаныста ғүмер кисерә бөгөн улар. Киләсәктә лә һау-сәләмәт булып, өҫтәлегеҙҙән шулай башҡорт балы өҙөлмәһен.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей