Уларһыҙ тере ҡулһыҙ

Илдə иң популяр һүҙҙəрҙең береһе - волонтер. Властар өсөн ҙур терəк улар, чиновниктар һəр ергə өлгөрə алмауы бар, был осраҡта ярҙамға волонтерҙар килə. Бигерəк тə əлеге көндə уларһыҙ тере ҡулһыҙ - пандемия ваҡытында волонтерҙарҙың күрһəткəн ярҙамы өсөн уларға һəйкəл ҡуймағанда ла, портреттарын урамдарға элгəндə килешер ине. Волонтер булыу өсөн талант кəрəк, арманһыҙ булып арыуың аҙ, кеше менəн мөғəллəмə итə белеү ҙə мөһим. Аҙыҡ таратҡанда, мулланың муллаһын баҫтырғас инде, бəғзе халыҡтан нимə көтəһең? Волонтерҙар, етмəһə, барыһын ла бушҡа эшлəй. Данил Акилов, район башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, яңыраҡ волонтерҙарға, ҡулдан һəм телдəн килгəнсə, рəхмəт əйткəн - китап бүлəк иткəн. "Волонтерҙың шəхси китабы" тип аталған əҫбап, үҙ проблемаларын ситкə ташлап, кеше һаулығы өсөн фиҙаҡəр хеҙмəт иткəндəрҙең эштəрендə ҙур ярҙам булыр. - Шартлы рəүештə, волонтерҙар йəш буйынса ике категорияға бүленə: мəктəп уҡыусылары һəм өлкəндəр. Мəктəптə уҡыған балаларҙың белем алыу менəн бер рəттəн волонтерлыҡ менəн шөғөллəнеүе, беренсенəн, уларҙың педагогик тəрбиə үҙлəштереүҙəре булһа; икенсенəн, махсус китапсыҡтарҙа уларҙың эштəре буйынса мəғлүмəттəр теркəлə һəм һуңынан, юғары уҡыу йорттарына ингəндə, улар барыһы ла Рəхмəт хаттары, Почет грамоталары кеүек үк баһаланасаҡ. Һəр бер волонтер-уҡыусы беҙҙең күҙ уңында һəм улар менəн эш итеү дауам итə. Өлкəндəр төркөмөнə килгəндə инде, төрлө ауылдарҙан 18 иң əүҙем волонтер район башлығы исеменəн Рəхмəт хаттары, аҡсалата сертификаттар, ҡатын-ҡыҙҙар гөллəмə менəн бүлəклəнде. Шулай уҡ, ғаилə көнө байрамында улаҙың эштəренə рəхмəт белдереп ҙурланыҡ, - ти Данил Зиннəт улы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей