Тыныс ҡартлығы йәшәүгә көс бирә

Тамағы ашҡа туймай, өҫтө кейем күрмәй үҫкән оло быуын үткәнен бик ҡәҙерләп иҫкә ала. Зар илатҡан тормош ауырлыҡтары, етемлек, баласаҡтарын урлаған һуғыш афәттәренән һуң илгә килгән тыныслыҡ гүйә бар михнәттәрҙе онотторған. Уларҙың әлеге тормошҡа шөкөр ҡылып йәшәү рәүеше хайран ҡалырлыҡ.

– Атайымды иҫләмәйем. Ул Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә миңә 2 йәш булған. Иртән торһаҡ әсәй өйҙә юҡ, кис уны күрмәй тағы йоҡоға талабыҙ. Шулай йәшәй торғас, әсәйебеҙ ҙә һуғышҡа киткән икән, тип көнө буйы тимер юлы буйында ураҡта булған әсәйемде юҡһынып илағанымды һөйләй торғайны Зәйтүнә апайым. 1927 йылғы Насибулла ағайым 7 йылдан һуң һуғыштан ҡайтҡас ҡына, бер аҙ икмәккә туйынып йәшәп киттек. Ярай һыйырыбыҙ һөтлө булды. Хөкүмәт тә ҡыҫты – һалымға 400 литр һөт йәки 8 кг май тапшырыу мотлаҡ ине. Теше-тырнағы менән тырышып, үҙ балалары ас булһа ла, хөкүмәттең талабын үтәмәй ҡалманы ул ваҡыттағылар. Картуфтан, һыйыр ағынан өҙөлмәнек, бигерәк тә ойотҡан иң тәмле ризыҡ ине. Ҡабаҡ уңды, таш ҡоймабыҙҙан аша төшөп үҫеп тәгәрәп ятыр ине, халыҡ ас булһа ла, берәү ҙә теймәне. Әсәйҙең тырышлығынан бирешмәнек, – тип һөйләй Клара инәй Хәлил ауылында үткән бала сағына тик йылы хәтирәләр һаҡлап.

Күпме көтһәләр ҙә, атаһы Хилҡәт Ҡазихан улы һуғыштан ҡайтмай. Атаһын күрмәһә лә, Клара көн дә уны көтә. Өй аша йәшәгән, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ғәббәс ағайға барып, атайымды һуғышта күрмәнеңме, тип һорашып йөрөй. Шул ваҡытта ололарҙың, Мәхмүт ауылынан Нуриман исемле ирҙең һуғышта Дон йылғаһын аша сыҡҡанда һәләк булыуын һөйләгәндәре иҫендә ҡала. Был тетрәнгес хәлде ул гел хәтерендә һаҡлай.  Нуриман Килдейәров аҙаҡ уның ҡайныһы булып сыға.

Кейеме булмағас, мәктәпкә бара алмаған Клараны уҡытыусыһы үҙе килеп беренсе класҡа алып китә. 4-се класҡа тиклем галош менән йөрөргә мәжбүр була. Ҡалаға бесән һатырға йөрөгән күршеләре Ғөбәйт ҡыҙына яңы быйма һатып алғас, Клараға уның табанлы быймаһын бирә. Әсәһе кәзәкейенән пальто тегеп бирә. Ул заман балаларының бөтәһенең дә яҙмышы аяуһыҙ була.

Клара 18 йәшендә Рәйес исемле егеткә кейәүгә сығып,  Мәхмүт ауылында йәшәй башлай. «Төҫө барҙан төңөлмә», тигәндәй, буй-һыны ғына түгел, күңеле лә матур, аҡыллы кеше булып сыға ире. Ул колхоз тимерлегендә, мәктәптә хужалыҡ мөдире була. Оҫта ҡулдары менән күп өйҙәргә мейес сығара. Ҡулынан бар эш килгән Рәйес апа ауылдаштарының йомошон кире ҡаҡмай. Клара Хилҡәт ҡыҙы колхоздың бер эшенән дә ҡалмай, оҙайлы хеҙмәт юлын мәктәптә йыйыштырыусы булып үтә. Татыу һәм берҙәм ғаиләнең эше лә көйлө бара, улар бал ҡорто тотоп донъяһын бөтәйтә, яңы «Жигули» автомобиле һатып ала. Килдейәровтар береһенән-береһе сибәр Сулпан, Венера, Алһыу, Лилиә, Зиләрә исемле биш ҡыҙға ғүмер бирә. Иркәләнеп-наҙланып үҫкән ҡыҙҙар йыр-бейеүгә, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта булып үҫә. Атай-әсәй һәр береһенә белем бирә. Тик 36 йыл йәшәгәс, Рәйес Нуриман улын фалиж һуғып кинәт үлеп китә.

Ныҡлы тәрбиә алған ҡыҙҙар әсәләренә һәр яҡлап терәк-таяныс була. Тормош ауырлыҡтарын улар берҙәмлек, татыулыҡ менән үткәрә. Әлеге көндә уртансы ҡыҙы Алһыу менән йәшәгән Клара инәйҙең бәхетле ҡартлығына ҡыуанысы сикһеҙ. Асҡарҙа йәшәгән ҡыҙҙары ла кейәүҙәре менән төп йортта йыш була, ҡәҙерлеләрен иғтибарынан өҙмәй. Йыл башында улар һөйөклө әсәләренең 80 йәшен айыҡ табын ҡороп бик матур итеп үткәреп ебәргән.

Үкенес, тормош бер тигеҙ генә бармай шул. 48 йәшендә ҡаты сирҙән ҡыҙы Венераның был донъянан китеп барыуы әсә йөрәген һыҙлата. Матур йырлаған Клара инәй ҡартын, ҡыҙын һағынып, болоҡһоп, Рәйес апа яратып йырлаған «Иҙел»де башҡарып күңелен бер аҙ тыныслай. Атайһыҙ үҫһә лә, ул яҡшы иргә тормошҡа сығып, бәхетле ғүмер кисергән. Ҡыҙҙары әсәй, ейәндәре, бүләләре өләсәй тип өтөлөп тора. Тыныс ҡартлығы йәшәүгә көс бирә, йөрәк яраларын баҫа.  

Зөлфиә ЗАҺИТОВА

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей