ТЫЛ ВЕТЕРАНЫ ХӘТИРӘЛӘРЕНӘН

Абдрахманова(Йосопова) Сара Зинннур ҡыҙы 1932 йылда Ҡорғат ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Һуғыш башланғанда уға 10 йәш кенә була. «Ир-егеттәр,оло ағайҙар һуғышҡа киткәс,ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалдыҡ.Беҙҙең ғаиләлә 6 бала инек.Һуғышҡа атайым һәм ике ағайым Йыһанур менән Ниғмәтйән киттеләр.Өйҙә 4 бала тороп ҡалдыҡ. Өлкән апайҙар менән бергә ашлыҡ утаныҡ,бесән йыйҙыҡ.Тамаҡ өсөн йөрөнөк,1 ҡалаҡ он бирәләр ине.Ҡышын урманда бер бабай етәкселегендә ағас йыҡтыҡ .Берҙә эшһеҙ ятманыҡ.Һуғыш бөткән йылды ауылда һөт йыйыусы булып эшләй инем.Бер һыбайлы флаг тотоп ауыл буйлап ҡысҡырып йөрөнө.Бөтә ауыл халҡы өйҙәренән сығып ҡыуандыҡ:ҡайһы илай,ҡайһы йырлай,бейей,ҡайһы шатлығынан ергә аунайҙар.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы әтейем дә,ағайҙарым да һуғыштан ҡайтманылар»,-тип хәтерләй ауыр йылдарҙы Сара Зиннур ҡыҙы. "Тормош бер аҙ яйланғас 1960 йылда Абдрахманов Ансар Вәли улына кейәүгә сыҡтым.Ул колхозда агроном булып эшләй ине,мин дә колхоз эшендәмен,шунда танышып,бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ та, бергә булдыҡ инде.Матур итеп йәшәнек.Бер-бер артлы дүрт балаға ғүмер бирҙек.Әлеге көндә ошо балаларым тәрбиәһендә йәшәйем.Балаларыма,хөкүмәткә рәхмәтлемен,ярҙам итеп торалар,онотмайҙар.Ошолай, үткәндәрҙе, тарихты онотмағыҙ,улар һеҙгә һәр саҡ фәһем булып торһон,беҙ күргәндәрҙе һеҙгә күрергә яҙмаһын,донъялар тыныс булһын,илебеҙгә бәлә-ҡаза килмәһен »,-тип һүҙен тамаланы Сара Зиннур ҡыҙы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей