Твои люди, село!

Әбүләис ауылында өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе - күп балалы Рәхмәсовтар ғаиләһе. 

Рәшиҙә апай Үтәғол ауылында ете малай араһында бер бөртөк ҡыҙ бала булып тыуған. 17 йәше тулғас Әбүләис ауылына Сафа исемле егеткә кейәүгә сыға. 
Рәшиҙә апай оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләй, бала саҡтан моңға ғашиҡ булып үҫә, оҙон көйҙәр йырларға ярата. Ауылда булған бер концерт та унһыҙ үтмәй, бик күп йыр бәйгеләрендә ҡатнаша, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Сафа ағай шофер ҙа, малсы ла, склад мөдире лә була. Ҡайҙа эшләһә лә эшен яратып еренә еткереп эшләй. Намыҫлы хеҙмәте бик күп грамоталар, миҙалдар менән билдәләнгән, Мәскәү ҡалаһына ауыл хужалығы күргәҙмәһенә делегат булып та барған. Оҙаҡ йылдар ауыл Советы, район Советы депутаты була. 
Рәхмәсовтар биш ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Балаларын аҡыллы, эшсән итеп тәрбиәләйҙәр.Өс ҡыҙы ла бухгалтер, улдары тракторист, шофер һөнәренә уҡып сыға. Биш улы ла әрме сафтарында, Дағстан, Осетия кеүек тыныс булмаған нөктәләрҙә хеҙмәт итә, командирҙарынан рәхмәт хаттары килеп тора. Балаларҙы аҡыллы, эшсән, ярҙамсыл итеп үҫтерә Рәхмәсовтар.Өс ҡыҙы кейәүҙә, өс улы өйләнгән, үҙ ғаиләләре менән айырым донъя көтәләр. Кәртә тултырып күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәләр. 

Улдары Себергә вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Хәмит ҡатын Фәймә менән Риналия һәм Рания исемле ҡыҙ үҫтерә. 
Сәғит кәләше Фәнилә менән Фирүзә, Зөбәржәт исемле ҡыҙ үҫтерә, өсөнсөгә бәпәй көтәләр.Ҡыҙҙар Иҙәш мәктәбендә тырышып уҡып йөрөй,йырларға, бейергә яраталар. 
Рөстәм хәләл ефете Айһылыу менән бер ул үҫтерә, икенсегә бәпәй көтәләр.

Хәлим менән Сәлим әлегә өйләнмәгән, төп йортта йәшәй, Хәлим Себергә вахта юлы менән йөрөп эшләһә, Сәлим хужалыҡтағы барлыҡ эштәрҙе башҡара, кәртә тулы малдарҙы ҡарай, ҡорт та тота. Уландар әсәһенең уң ҡулы инде, кәрәк икән дебетен дә һуға, сирата, машинка менән урта ла бәйләй. 
Рәғинә ғүмере буйына бухгалтер булып эшләй, тормош иптәше Әхмәҙулла менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерә.Ҡыҙы Әлиә юрист һәнәренә уҡып сығып Өфө ҡалаһында эшләй, улдары Азамат быйыл техникумды уҡып бөтөп диплом алырға йөрөй. Әлеге көндә Себерҙә Коми республикаһында йәшәйҙәр. 
Рима оҙаҡ йылдар Малиновка совхозында бухгалтер булып эшләп Биштирәк ауылына кейәүгә сыға. ире Альфред менән ике ул үҫтерә.Улдары Алмаз 3-сө синыфта тик 4-5 билдәләренә генә уҡып йөрөй, Аскарға 4 йәш. 

Рәмилә Әбүләис егетенә тормошҡа сыҡҡан. Әлеге көндә Абзан ауылы моделле китапханаһында булып эшләй. эшкә көн һайын еңел машинала йөрөй. Илшат менән ике ҡыҙ 
үҫтерә. Миләүшә ҡыҙы медицина колледжының аҙаҡҡы курсында уҡый, диплом алырға әҙерләнә. Филүзә ҡыҙы 11 синыфта тик 5 билдәләренә генә уҡып йөрөй, юрист булырға хыяллана. 
Күп балалы Рәхмәсовтарҙың балалары барыһы ла ярҙамсыл, бер-береһенә кәрәк, бер-береһенә терәк булып йәшәй.Ауыл ерендә бесән ваҡытында ярҙам итерҙәй кеше табып булмай хәҙер, ә был бер туғандар үҙҙәре бер өмәлек, бер көн береһенә, бер көн икенсеһенә ярҙамлашп, һә тигәнсе күмәк көс менән эшләп тә ҡуя. 
Рәхмәсовтар ауылдың ғорурлығы тиһәктә дөрөҫ булыр.Балаларының бер-береһе менән татыу йәшәүҙәренә һоҡланмаған кеше юҡ, бик күптәр уларҙ нисек шулай итеп тәрбиәләй алыуҙары менән ҡыҙыҡһына әсәнән. 
-Улар бер-береһен тәрбиәләне- тип йылмая Рәшиҙә апай. 

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей