Твои люди, село!

Ауыл старостаһының мең мәшәҡәте 
Һөнәре буйынса оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас та күңеленә хуш килгән шөғөл табып, унан шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек алып йәшәүселәр күп беҙҙең арала. Ғүмеренең алтынсы тиҫтәһен ваҡлаусы Рәғиҙә Ғәлимова – шундайҙарҙың береһе. Ул Бикбау ауылы старостаһы. 
Һәр ауылда – бәләкәйме ул, ҙурмы – төрлө проблемалар, тәү ҡарашҡа ваҡ тойолған мәшәҡәттәр һанап бөткөһөҙ. Совет осоронда улар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп ине: колхоз башлығы, партия, профсоюз һәм комсомол, башҡа күп төрлө ойошмаларҙың ағзалары һәм етәкселәре, милицияның участка инспекторы, мәктәп директоры – һәр кем ниндәйҙер мәсьәлә өсөн яуаплы булды. Хатта мәктәп уҡыусылары ла, «Тимур командаһы»на берләшеп, дөйөм мәнфәғәткә йүнәлтелгән эште башҡарҙы. Бөгөн уларҙың береһе лә юҡ. Был бар яуаплылыҡ заман шауҡымы менән барлыҡҡа килгән староста вазифаһының еңел булмаған йөгөн тартыусы иңенә төшә. 
Төҙөкләндереү эштәре менән даими шөғөлләнәбеҙ. Ауылға ингән ерҙә ағастар ултыртыу, уларға һыу һибеү, утау, урам буйҙарында ҡороған ағастарҙы киҫеү, аҡлау ойошторолдо, йәй көтөү өсөн дә яуаплылыҡ уның өҫтөндә. 2 май көнө зыяратты таҙартып, тәртипкә килтереү матур бер йолаға әүерелде. Үткән йыл ауылдаштар менән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылып балалар майҙансығы төҙөүгә өлгәштек. Быйыл уны буяп матурлауҙы ойоштороу өсөн күп көс һалды. Ошо эштәрҙе башҡарғанда тормош иптәше Әхмәттин Мөхәмәтдин улы уға ҙур таяныс. Бына тигән уңған ҡатын, һөйөклө әсә, хәстәрлекле өләсәй,ҡәрсәй бөгөнгө көндә Рәғиҙә Әмир ҡыҙы. 
Ул ауылдаштары араһынан үҙе уртаҡ тел тапҡан фекерҙәштәренә таяна. Үҙе лә бар эштәрҙә алдан йөрөүсе “Әхирәттәр” төркөмөнөң әүҙем ағзаһы. Һәүәҫкәрҙәр матур концерттар менән йыш шатландыра халыҡты. Рәғиҙә нәфис һүҙ оҫтаһы. Ул төрлө кисәләрҙә, конкурстарҙа шиғырҙар һөйләй, спектаклдәрҙә килештереп уйнай. 
Рәғиҙә Ғәлимованы ныҡ борсоған тағы бер проблема – ул да булһа халыҡтың эскелеккә һалышыуы. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың «йәшел йылан» ҡолона әйләнә барыуы хәүефләндерә ауыл башлығын. 
Юғары уҡыу йортонда уҡымаһа ла, ата-әсәһе, туғандарынан төплө тормош һабаҡтары алып, һуңынан өс тиҫтә йылдан ашыу колхозда бухгалтер булып эшләү дәүерендә ысын мәғәнәһендә «халыҡ университеты» үткән Рәғиҙә Әмир ҡыҙы. Тыумыштан килгән холоҡ-фиғеленә һәм һәләтенә таянып, бәләкәй ауылдың барлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Уңыштар юлдаш булһын уға.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей