Тракторҙар баҫыуға сығырға әҙер

Яҙғы сәсеү эштәре осоронда унда ҡатнашасаҡ ауыл хужалығы техникаһын хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн уларҙың һәр яҡтан төҙөк булыуы төп шарт. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһында раҫланған графиктарға ярашлы үҙйөрөшлө машиналарға техник тикшереү башланды.Яҙғы сәсеү эштәре осоронда унда ҡатнашасаҡ ауыл хужалығы техникаһын хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн уларҙың һәр яҡтан төҙөк булыуы төп шарт. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһында раҫланған графиктарға ярашлы үҙйөрөшлө машиналарға техник тикшереү башланды. Гостехнадзор органдарында теркәлгән машина-тракторҙарҙың йыл һайын техник тикшереү үтергә тейешлеге Рәсәй Федерацияһының 2013 йылдың 13 ноябрендәге 1013 һанлы ҡарарында ла аныҡ билдәләнгән. Унда шулай уҡ техник тикшереү үтмәгән үҙйөрөшлө техниканың файҙаланыу рөхсәт ителмәүе хаҡында ла әйтелә.

Ошо көндәрҙә республиканың Госстехнадзор инспекцияһы район хакимиәте менән берлектә ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма-предприятие вәкилдәре, үҙйөрөшлө машиналар хужалары ҡатнашлығында тракторҙарҙы, юл-төҙөлөш машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы хәүефһеҙ файҙаланыу мәсьәләләренә арналған онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмә барышында Госстехнадзор инспекцияһының район буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы Ҡасим Тайсин йыйылыусыларҙы техник тикшереү графигы менән таныштырҙы, тракторҙарға һәм уларға тағылмаларға техник тикшереү үткәргәндә ҡуйылған талаптарҙы еткерҙе, тикшереү үткәреү тәртибен бәйән итте.
— 1 марттан беҙҙең районда ла тракторҙарға, юл-төҙөлөш машиналарына һәм уларға тағылмаларға техник тикшереү үткәрелә башланы. Был эш графикка ярашлы алып барыла, бер нисә мәктәптең, ауыл биләмәһенең, шәхси ҡулдағы тракторҙар, уларға тағылмалар тикшереү үтте лә инде. Ошо арала күп техникаһы булған хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың техникаһын тикшереүҙе башланыҡ, — ти Ҡасим Тайсин. — Эш барышында күңелһеҙ ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында Гостехнадзор инспекцияһы яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техниканы тикшереүгә етди иғтибар бирә.
Шишәмбелә Ҡасим Васил улы ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Илдар Моталлапов менән Рөстәм Мамлиевтың, Рәмзис Яныбаевтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының һәм «Аграрий» ЯСЙ-һының тракторҙарының техник торошон тикшерҙе.
— Тикшереүгә ҡуйылған техниканың әҙерлеге яҡшы, — тип билдәләне тикшереүселәр. — Тикшереү барышында тракторҙарҙың двигателен ҡарайбыҙ, техниканың көҙгөләре, авария туҡтау билдәһе, аптечкаһы, ут һүндергесе, тәгәрмәсенең ҡанаттары булыуы мотлаҡ, яҡтыртыу приборҙарының төҙөклөгө лә мөһим. Етешһеҙлектәр асыҡланһа, мөмкин булғандары шунда уҡ төҙәтелә. Эш күләме ҙур булғанда, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә тағы 20 көн ваҡыт бирелә. Ошо ваҡыт үткәндән һуң, ҡабаттан тикшереү үткәрәбеҙ. Шулай уҡ һәр тракторсының техниканы йөрөтөүгә тейешле категорияға танытмаһы, техниканы теркәү тураһында таныҡлығы мотлаҡ булырға тейеш.
Трактор һәм тағылмалар тейешле талаптарға яуап бирһә, инженер-инспекторҙар техниканы файҙаланыуға рәхсәт ҡағыҙы бирә.
Үҙ йөрөшлө машинаның баҫыуға сығыуға әҙерлеген раҫлаған һәм бер йылға бирелгән был документты тракторсы һәр саҡ үҙе менән йөрөтөргә тейеш.
— Яҙғы баҫыу эштәре кампанияһын уңышлы үткәреү техниканы хәүефһеҙ файҙаланыуға, уның торошона туранан-тура бәйле булыуын аңлап һәр механизатор үҙенә беркетелгән техниканы ул боҙолмай эшләһен өсөн бар мөмкинлектәрҙе ҡулланып үҙе ремонтлай. Гараж йылытылғас, ҡыш көнө ремонт эштәре алып барыуға бөтә шарттар булдырылған: токарь, яғыулыҡ аппаратураһын йүнәтеү цехтарыбыҙ бар. Запас частар менән проблема юҡ, кәрәк нәмәне тиҙ арала табырға мөмкин, аҡсаң ғына булһын. Ремонт мәлендә Шамил Хәйбуллин, Фәнзил Бикйәнов, Йәмил Ғәбитов, Юнир Йәһүҙин, Варис Вәлиев, Тәлғәт Ғәлимйәнов, Айнур Фәритов, Павел Витушкин, Владимир Любимов тракторҙарҙың кәрәкле деталь-узелдарын алмаштырҙы, йүнәтте, — тип һөйләй хужалыҡтың үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары Ринат Әминев.
— Тракторҙарыбыҙ техник тикшереүҙе тулыһынса үтте, йәғни тикшереүгә ҡуйылған бөтә техника файҙаланыуҙың техник шарттарына яуап бирә һәм ҡулланыуға рөхсәт алды. Тимәк, беҙҙең хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәренә тулыһынса әҙер, йәғни техника бөгөндән баҫыуға сыға ала. Шулай булғас, яҙғы баҫыу эштәре осоронда техника боҙолоу сәбәпле өҙөклөктөргә юл ҡуйылмаҫ тип ышанам. Быйыл техника паркы гусеницалы Т-150 тракторы менән тулыланды. Был тракторҙы яҙғы баҫыу эштәре мәлендә тулы көсөнә файҙаланырға ниәт, — ти Наил Әхтәмов.
«Аграрийҙар» быйыл 2,5 мең гектарҙа иген культуралары һәм етен сәсергә планлаштыра. Дүрт сәсеү агрегаты эшләйәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей