Иң тәмлеһе — Асҡар икмәге

Район магазиндарына бөгөн Хәлил, Ташбулат, Красная Башкирия, Магнитогорск һәм башҡа пекарняларҙа бешерелгән икмәк-булка изделиеларының төрлөһөн тәҡдим итәләр. Шулай ҙа халыҡ күпселектә Асҡар икмәген бик теләп һатып ала, сөнки, әйтеүҙәренсә, иң тәмлеһе — Асҡарҙыҡы.

сҡар икмәк заводы бөгөн Красная Башкирия пекарняһы ҡанаты аҫтында эшләп килә, йәғни уның филиалы һанала. Асҡар икмәк заводына хәҙерге көндә лә оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә оло тәжрибә туплаған һәм үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Нәзирә Исламбаева етәкселек итә.
— Икмәкте өс сменала бешерәбеҙ. Беҙҙең продукцияны тейәгән машиналар көн һайын иртә менән дүрт маршрут буйынса сығып китә. Икмәк-булкаларҙы бер машина Асҡар магазиндарына илтһә, икенсеһе Буранғол йүнәлешендә Исхаҡҡа тиклем барып етә, өсөнсөһө иһә Ҡырҙасты үтеп, Баймаҡ райондары ауылдарынан Темәскә хәтлем алып бара, баймаҡтар бигерәк тә беҙҙең булкаларҙы яратып ала, тағы бер машина Яҡтыгүл зонаһына ҡарай юл ала, — тип һөйләй Нәзирә Хәмитйән ҡыҙы.
Әйткәндәй, элекке Асҡар икмәк заводы бөгөн эшҡыуар Арсен Суфиянов ҡулында. Арсен Вадим улы иң элек предприятиены заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
— Йәш булһа ла, етәксебеҙ маҡсатлы, заманса алдынғы технологиялар индереү яҡлы, пекарня эшселәренең хеҙмәтен еңеләйтеү, улар өсөн шарттар тыуҙырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләй. Быйыл, мәҫәлән, ҡамыр баҫҡыс, ҡамырҙы бүлгес ҡоролмалар ҡуйылды. Шулай уҡ күптән түгел генә алынған булка эшләү ҡорамалына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, — тип дауам итә Нәзирә Исламбаева. — Тағы шуныһы: элекке замандарҙа ҡамырҙы ондо иләмәйенсә баҫа инек, хәҙер ҡамыр баҫҡысҡа он иләк аша үтеп килә, мониторға рецептураны индереүең етә, күпме миҡдарҙа он, һыу кәрәклеген билдәләй һәм шунан артыҡты ҡамыр һалғыс ҡабул итмәй ҙә. Бер һүҙ менән әйткәндә, төймәләргә баҫыу менән кәрәкле ҡамыр әҙерләнә.
Әҙер ҡамыр артабан ҡамыр бүлгес ҡоролмаһына оҙатыла, бында инде үлсәгес аша үткән тейешле ауырлыҡтағы масса икенсе бер махсус ҡоролмала оҙаҡ ҡына әүәләнеп сыҡҡандан һуң, уны формаларға һалырға ғына ҡала.
— Эш күпкә еңеләйҙе, күп эштәрҙе хәҙер автомат башҡара, — тип ҡыуана икмәк бешереүселәр. — Бына булка эшләүсе ҡорамалды алайыҡ, унда ҡамырҙы тигеҙләп һалыу ҙа етә, аппарат булка формаһына индереп, үҙе матурлап сығарып бирә, мейескә ултыртып бешереп алырға ғына ҡала.
— Коллективта нигеҙҙә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш ҡыҙҙар йыйылған. Мастерҙар Гөлшат Өмөтҡужина, Фирүзә Кучаева һәм Сәғирә Мәхмүтовалар үҙҙәре етештергән продукцияның һәр саҡ сифатлы, тәмле булып бешеүенә өлгәшәләр. Бында, әлбиттә, икмәк бешереүселәр Зөһрә Ҡарасбаева менән Әминә Хәкимоваларҙың хеҙмәт өлөшө ҙур, — тип маҡтай үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәрҙе производство мөдире. — Уңған ҡыҙҙарҙың тырышлығы менән йәйгеһен көнөнә ике меңдән ашыу буханка бешергән саҡтар булды. Әле лә бер сменала 12 - 14 тапҡыр ҡамыр баҫалар. Беҙ етештергән икмәк-булка изделиелары араһында ике төрлө ҡара икмәк, өй икмәге, багет, түңәрәк икмәктән тыш, төрлө булочкалар бешерелә. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең пекарня 11 төрлө изделие етештерә. Икмәк ҡулланыусыға ваҡытында барып етһен өсөн етәкселек он, май һәм башҡа сеймал менән ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итә.
Үҙ эшенең оҫталары бешергәнгә лә «Асҡар икмәге» халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана һәм уны күптәр яратып ала.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей