Тигеҙ парлы килһен ҡартлығы

Ҡотош ауылында уңған, тырыш, татыу йәшәгән, балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Әхмәҙуллиндар ғаиләһе. Улар февраль айында алтын туйҙарын билдәләй.

Ғаилә башлығы Әхмәт Мортаза улы Әхмәҙуллин 1950 йылдың 31 авгусында Ҡотош ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Әхмәт ағай колхозда хеҙмәт юлын башлай. Бер йыл эшләп өлгөргән егетте Ватан алдында бурысын үтәргә саҡыралар. Армияла сынығып ҡайтҡан ауылдашыбыҙ, ауыл тормошондағы ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, тыуған ерендә ҡалырға була һәм Яраҫтау һөнәрселек училищеһында шоферҙар курсын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Әхмәт Мортаза улы Нуриманов исемендәге колхоздың тимерлегендә эшләй. Ун йыл Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә хәрби етәксе вазифаһын башҡара.
Йәштәрҙең дуҫлығы мәктәп йылдарында уҡ башлана. Улар икеһе бергә уҡый, спорт менән шөғөлләнәләр. Икеһе лә, район буйынса үткән саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашып, беренсе урын яулайҙар. Шахмат уйыны серҙәрен дә яҡшы беләләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Әхмәт ағай шахмат буйынса район, зональ ярыштарҙа приз-лы урындар яулай. Ейәндәрен дә шахмат уйнау серҙәренә төшөндөрә.
Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙы Сафина 1949 йылдың 3 ноябрендә Ләмәҙтамаҡ ауылында донъяға килә. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Башҡорт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға математика фәненән белем бирә.
Тырыш уҡытыусының уҡыусылары араһында кемдәр генә юҡ: төҙөүсе, инженер, табип, уҡытыусы, ауыл хужалығы белгестәре...
Уҡыусылары, ауылдаштары уны төплө белем биргәне өсөн хөрмәтләй, талапсан, яғымлы, сабыр булғаны өсөн ихтирам итә. Уҡыусылары бөгөн уның кәңәштәренә таяна, бәйләнеште өҙмәй, хәлдәрен белешеп тора.
Йәш уҡытыусы эшкә етди мөнәсәбәте менән уҡыусыларының, коллегаларының ихтирамын яулай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә бөтә күңелен һалып эшләне, балаларға матур тәрбиә бирҙе.
– Уҡытыусыбыҙҙың дәрестәре юғары кимәлдә, ҡыҙыҡлы, үҙенә генә хас методик алымдар ҡулланып, мауыҡтырғыс үтә ине. Уның биргән кәңәштәре, тормош һабаҡтары бик фәһемле булды, – тип рәхмәт әйтәләр уҡыусылары.
1972 йылдың 7 февралендә улар матур итеп туй үткәрә. Йәштәр тырышып донъя көтә, өй һалып инәләр, өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Бөтә балаларына ла юғары белем бир-ҙеләр.
Балалары бөгөн һәр береһе матур ғаилә ҡороп, тормошта үҙ урындарын табып, татыу йәшәйҙәр.
Әхмәт ағай менән Гөлнәзирә апай хаҡлы ялда булһалар ҙа баҡса, емеш-еләк үҫтереп, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Балаларына булышып, ейәндәренә лә юғары белем алырға ярҙам итәләр. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, бүләһенә һөйөнөп йәшәйҙәр.
– Ҡайным менән ҡәйнәм беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Бигерәк тә ҡәйнәмдең сабыр, түҙемле булыуы һоҡландыра. Аҡыллы кәңәштәре, йылы һүҙе, тәмле аштары менән беҙҙе һыйлап, изге доғалар уҡып оҙатҡандары өсөн бик тә рәхмәтлебеҙ, – тип рәхмәт һүҙҙәрен белдерә килендәре.
Бөгөн улар икеһе лә дин юлына баҫып, мәсеткә йөрөй. Балалары, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерә.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей