Ат – тешенән, егет эшенән билдәле, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән!

Ситкә китеп эшләп ҡараусылар ҙа ваҡыт үтеү менән ауылға ҡайта. Иҫке Сибайҙан Уралбаев Фәнзил Фәнил улы ла тыуған тупраҡ тартҡан. Сәмсел, дәрте ташып торған егет боронғо ата-бабалар кәсебе - малсылыҡ менән шөғөлләнә. 
Сит тарафтарҙа эшләп йөрөгәндән һуң, йәш тәүәкәлл егет тыуған ауылына ҡайтып малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Хәҙерге ваҡытта, мал ишәйтеп, ҡымыҙ етештереп һәм ғаилә ҡороп, үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнеп ята . Ғәҙәттә, йәштәр татлы хыялдар артынан ҡыуып, ҡалаға ашыға. Ә бына сығышы менән Һеңрән ауылынан сыҡҡан Фәнзил Фәнил улы, киреһенсә, ауыл тормошон үҙ итә. Тик тыуған ауылында сәмләнеп донъя көтөрҙәй тиҫтерҙәренең һирәгәйә барыуы күңелен ҡыра. 
Фәнзил Уралбаевтың шәхси хужалығында һыйыр малы, йылҡылары бар. Киләсәккә тәүәккәл егет уларҙың һаны арттырырға, ҡымыҙ етештерергә яңы приборҙар алырға ниәтләй. Әлегә ул табышты ит һатыуҙан ала. Яҡын киләсәктә ул һыйыр ағын да күпләп һатыуға сығарырға иҫәп тота. 
Ауылда малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнеү иң килемле эш. Тик табыш алыр өсөн мал һанын арттырырға һәм еренә еткереп һимертергә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Фәнзилдең яңғыҙына ғына мал аҙығын әҙерләү, ҡышлатыуҙы уңышлы атҡарып сығыу мөмкин булмаҫ ине. Уға уң ҡулы, атаһы Фәнил Шәрифулла улы Уралбаев ярҙам итә. Киләсәктә улар бергәләшеп заманса ҙур ферма төҙөү теләге менән яна.
Йәш егет район һәм республика конкурсында уҙғарылған конкурстарҙа гел алдынғы урындарҙы яулап йөрөй һәм бөгөн Баймаҡ ҡалаһында уҙғарылған “Иң яҡшы профессия” номинацияһында 2019 йыл еңеүсеһе сертификаты һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Фәнзил Фәнил улына артабан да яңы үрҙәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей