Телятница, ветеран труда Курбанова Суфия

Корбанова Суфыя Сәғит ҡыҙы 1928 йылда Мәсетле районы Бәләҡәй Кыҙылбай ауылында тыуып үҫә. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бөйөҡ Ватан һуғышы башланғанда үҫмер ҡыҙға 13 кенә йәш була. Бына ошондай ҡыҙ һәм малайҙар, олоғайған әбей – бабайҙар иңенә төшә лә инде бөтөн ауырлыҡ. Баҫыуҙа ашлыҡтың сүбен утау, бесән сабыу ғөмүмән төрлө эштәрҙә йөрөргә тура килә.

1043 йылдың март айында беҙҙе Мәтәлегә эшҡә урман киҫәргә ебәрҙеләр, 1944 йылда Йөгөҙ урманында урман киҫтеҡ, - тип хәтерләй   Суфыя Сәғит ҡыҙы. - Артабан откормға кешеләрҙән йыйған малдарҙы Сүлиәгә тиҡлем ҡыуҙыҡ.

Хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала йәш быҙауҙарҡарай. Мәләҡәҫ ауылына килен булып төшөп, Ғылмийән ағай менән ете балаға гүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей