Теләктәре – зыярат кәртәләү
Тыуған ауыл һәр кем өсөн яҡын һәм ҡәҙерле. Уның киләсәге яҡты, дауамлы булһын өсөн ха лыҡ тырышып эшләй, матур итеп донъя көтә.Көн һалҡын булыуға ҡара маҫтан, Аҡкүл ауылында йәшәү селәр ҙә “Урындағы баш лан ғыс тарҙы яҡлау про грам маһы”нда ҡатнашыу өсөн берҙәм һәм ваҡытында тәғә йенләнгән урынға йыйылғандар ине. Халыҡтың ауылдары яҙ мышына битараф бул мауҙары, татыу йәшәүҙәре күренде.
Иҫке Муса ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғә лиәхмәтова йыйылышты асып, халыҡты про грамманың мөм кин лектәре һәм шарттары ме нән таныштырып үтте. Халыҡ бер тауыштан ауыл зыяратын кәртәләү проектына туҡталды. Илмира Әнүәр ҡыҙы әйтеүенсә, Аҡкүл ауылы халҡы уҙған йыл да шул уҡ проект буйынса ҡат наш ҡан булған. Ләкин, бер балл тулмау сәбәпле, еңеп сыға ал мағандар. Шуға күрә, быйыл тағы ла әү ҙемерәк булырға, бар мәсьә ләләрҙе лә уйлап ет керергә кәрәк, - тине.
Аҡсаның 10 процент өлөшөн халыҡ йыйһа, икенсеһен иғә нәселәр ярҙамы менән, өсөнсө өлөштө хөкүмәт бүлә. Эште кон тролдә тотоу һәм халыҡтан аҡса йыйыу өсөн инициатив төркөм төҙөлдө. Был бурыстар Хәмит Ба ҡыев, Рәйсә Зиннурова, Венера Заһиҙуллина, Нәзирә һәм Ғүмәр Дәүләтшиндарға йөк мәтелде.
Төп бурыс үтәлгәндән һуң улар байтаҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Ауылда нәҡ ошо ҡышҡы айҙарҙа ауыл осон дағы күлде тәрәнәйтеү, эсәр һыу өсөн тотонорға шишмәне та ҙартыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә икән. Шуға күрә киләһе ялда өмә йыйып, күлде соҡотоу эшен атҡарырға ни әтләне аҡкүллеләр. Бының өсөн ауыл Советы ха кимиәтенән трактор ебәреләсәк тип килешелде.
Шулай уҡ кистәрен барлыҡ электр ҡоролмаларын ҡа быҙ ғандан һуң электр көсөргәнеше етмәгәнлектән, бағаналарҙа ут янмау мәсьәләһе лә ҡуҙ ғатылды.
- Яҡын киләсәктә ауылға светодиод яҡтыртҡыстарын ҡу йыу планға индерелгән, бюджеттан аҡса бүленгәнен генә кө тәбеҙ, - тине хакимиәт баш лығы Илмира Әнүәр ҡыҙы.
Йыйылыусылар ҡышын урам дарҙың ваҡытында ҡарҙан та ҙартылып тороуы өсөн рәх мәттәрен белдерҙеләр. Халыҡ тың әүҙем ҡатнашлығында ғына бар уй-теләктәрҙе бойомға ашы рырға мөмкин. Һәр ауыл проекты конкурсты уңышлы үтеп, еңеү яулаһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.