Татлы династия вариҫтары

14 август – Башҡортостан Республикаһында Умартасы көнө Умартасылар көнө умартасылар династияһын дауам итеүсе Рөстәм Солтанов өсөн дә мөһим көн булып тора. Бал ҡорттарын уның ҡарт-атаһы Солтан, олатаһы Харрас һәм атаһы Фәйез ҡараған.

Эшсе бал ҡорттарына булған һөйөүе уның ҡандан килә, ә умартасылыҡ серҙәренә атаһынан өйрәнә. Бына күп йылдар инде Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рөстәм Фәйез улы бал ҡорттары менән профессиональ шөғөлләнә һәм уларҙың геүләүенән үк бал ҡорто күсенең торошон билдәләй ала.
– Мин бәләкәй саҡта уҡ атайым инә һәм ата бал ҡортон айырырға өйрәтте, уға бал һарҡытып алырға ярҙам иттем, – ти Рөстәм. – Беҙҙең бал ҡорттары селекцияланған, сағышмай. Беҙҙә – йүкә һәм сәскә балы. Быйыл рекордлы күләмдә бал алдыҡ. Тәү ҡарашҡа, умартасы йыл буйына ял иткән кеүек. Кешеләрҙә бының бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ, тигән фекер йәшәй: умарталар ҡуя ла бал йыя. Ә бит был ҙур хеҙмәт: иртәнән кискә тиклем даими шөғөлләнеүҙе, сабырлыҡ һәм уңғанлыҡ талап итә. Юҡҡа ғына, бал ҡорто кеүек эшләй, тип әйтмәйҙәр. Кеше хеҙмәт һөйөүсәнлеккә нәҡ шул бал ҡорттарынан өйрәнә лә инде.
Бал ҡорттары тураһында хәстәрлек күреүгә күп ваҡыт китә. Мәҫәлән, оҙаҡламай варраотоздан профилактик эш башҡарырға кәрәк, әгәр талпан 2 процентына зыян килтерһә, күс һәләк була. Бал йыйыу осоро тамамланғас, киләһе миҙгелгә әҙерләнә башлайбыҙ: рамдарҙы таҙартабыҙ, инвентарҙы тикшерәбеҙ, бал ҡорттары өсөн өҫтәмә аҙыҡ әҙерләйбеҙ.
Умартасы хеҙмәтендә эшкә һалҡын ҡарау һәм илке-һалҡы эшләү мөмкин түгел. Нисек эшләйһең, шундай һөҙөмтәгә өлгәшәһең. Умартасылыҡ продукцияһы бик ҡиммәтле. Балды дөрөҫ ҡулланырға кәрәк, эҫе килеш эшкәртергә ярамай, сөнки ул саҡта үҙенең үҙенсәлектәрен юғалта. Ә бына көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ балды тел аҫтына һалып ас ҡарынға һурыу, бигерәк тә төнгә ҡарата, бик файҙалы.
Еңел булмаған эшендә Рөстәм Фәйез улына тормош иптәше Эльвира Ғәлимйән ҡыҙы ҙур ярҙам күрһәтә. Солтановтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә, улар бала саҡтан атаһына ярҙам итеп, уның тәжрибәһен үҙләштереп үҫә. Төп эштән буш ваҡыттарын улар бөтә ғаиләһе менән Борғатья ауылындағы умарталыҡта үткәрә.
Солтановтар бал ҡорттарының продукцияһын үҙҙәренең һаулығын нығытыу өсөн файҙалана.
Йыл һайын эшсән бал ҡорттарынан мул йыйылған шифалы, болон үләндәре еҫе аңҡыған гәрәбә бал – уны хаҡлы баһалаусыларҙың барыһын да ҡыуандыра. Уларҙың балы районда йәшәүсе кешеләрҙә ҙур һорау менән файҙалана.
Ләйсән АБЗАНОВА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей