Таштимерҙә йәрминкә гөрләй

Бөгөн республика буйынса ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Әбйәлилдә ул Таштимер ауылында ойошторолдо.– Таштимер баҙарында курорт төбәгенә илткән юл эсендә урынлашыуы менән уңайлы. Бында аҙна һайын шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә сауҙа гөрләй. Бөгөн дә, көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, иртәнсәктән  йәнлелек күҙәтелә. Бигерәк тә ит һатыусылар күп. Ыҫланған ит продукцияһын да тәҡдим итәләр. Йәрминкә тип иғлан ителгәс, ҡырҙан килеүселәр ҙә бар. Үҙебеҙҙең биләмәнән Йәлембәт, Михайловканан байтаҡ таныштарҙы осраттым, ә таштимерҙәр бында даими һатыу итә,  –  ти Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева.

Йәрминкәлә ауыл халҡы үҙенән артҡанды һатып ҡалырға тырыша. Һыйырҙары быҙаулағандар һөт һәм унан әҙерләнгән ризыҡтар тәҡдим итһә, нәҡ ошо мәлдә өй тауыҡтары һала башлаған ауыл йомортҡаһына ла ихтыяж ҙур, миҙгеленә күрә  баш-тояҡ та  үтемле. Бал, картуф, сөгөлдөр, кишер, төрлө үләндәр менән дә һатыу итәләр.  

Автор:Гөлнара Күсәрбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей