Тарихҡа торошло ғүмер

Бишауыл-Уңғар ауылында ғүмер итеүсе Мөнәзәһә Мөхәмәтзәкир ҡыҙы Арыҫланова 95 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Ул ауылдың иң оло кешеләренең береһе. Асыҡ йөҙлө, киң күңелле инәйҙе ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мөнәзәһә инәйҙең хәтере яҡшы, кәйефе көр. Зарланырға һис яратмай ул, тормошҡа яратып, көлөп баға. Йәштәргә һыр бирмәҫ, яҡшы әңгәмәсе лә.

Мөнәзәһә Мөхәмәтзакир ҡыҙы Арыҫланованың ғүмер юлы үҙе бер тарих яҙырлыҡ. Уҙаман 1926 йылдың 29 ноябрендә Яңы Ҡыйышҡы ауылында донъяға килгән. Уның сәскәләй сағын ҡәһәрле сәйәси золом һәм һуғыш йылдары урлай.
- Атайым бер ниндәй ғәйепһеҙ мулла булғаны өсөн1937 йылда сәйәси репрессияға эләгә. Ул мулла булһа ла, колхозда хеҙмәт итте, әммә уны дошман итеп күрҙеләр. Әсәйебеҙ 38 йәштә генә өс бала менән тороп ҡала. Хәтеремдә: йәйге ҡояшлы, аяҙ көн ине. Ҡырмыҫҡалы ауылынан ике НКВД кешеһе кырандаста килгәйне. Өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙеләр. Ике тоҡҡа тейәп атайымдың китаптарын да алып киттеләр. Уны дәүләт өсөн ғәйәт ҡурҡыныс кеше тип төрмәгә яптылар. Әсәйем сухарилар алып, өс-дүрт мәртәбә эргәһенә барҙы. Һуңғы тапҡыр барғанында башҡа килеп йөрөмәгеҙ, тип ҡайтаралар. Атайымды атып үлтергән булғандар, - тип күҙ йәштәре аша ауыр йылдарын иҫкә алды Мөнәзәһә инәй.- Өйҙән ҡыуып сығарып, беҙҙең алдыбыҙҙа емерә башланылар, шул саҡ әсәйем ҡайғыһынан аңын юғалтып йығылды. Әнәс ағайым менән икебеҙ ике яҡтан эргәһенә сүкәйеп ултырып илайбыҙ, үҙебеҙ өйҙө ҡутарғандарын ҡарап ултырабыҙ. Әсәйебеҙгә еңел булманы инде. Ул осорҙа берәүгә лә анһатҡа тура килмәне. Заманаһы шундай ине. Ике йыл мунсала көн күрҙек. Ул мунсанан да ҡыуып сығарҙылар, шулай итеп өйҙән-өйгә, бер әбейҙән икенсе әбейгә күсеп йәшәнек. Ағайым Әнәсте 1941 йылда һуғышҡа алдылар. Курск дуғаһы эргәһендә дошман менән ҡаты һуғыш үтте, тип хаты килә торғайны. Ҡаты яраланған һалдаттарҙы Башҡортостанға алып ҡайттылар. Уларҙың араһында Әнәс ағайым да була. Ул ҡаты яраларҙан һәләк булып, Йоматау эргәһендәге дөйөм ҡәберлектә ерләнә, таҡтаташта исеме уйып яҙылған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе алмаштырып, колхоз эшендәге бар ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәреп сығыусыларҙың береһе ул Мөнәзәһә инәй. Һуғыш башланғас, бар ауырлыҡ уның кеүек үҫмер ҡыҙҙарға ла төшә, Еңеү яҙын яҡынайтыу өсөн улар ҙа ҙур көс һала, әммә улар бирешмәй.
Ете класс белем алғас, артабан уҡыу мөмкинлеге теймәй. Ауыр йылдарҙа алһыҙ-ялһыҙ колхозға хеҙмәт итә.
- 1932-33 йылдарҙа ауылда хәлле йәшәүсе Зариф Зәйнуллинды һәм уның өлкән улын менән һөргөнгә ебәрәләр, ә ҡатыны бәләкәй балалары менән землянкала йәшәргә мәжбүр була. Шул Зариф ағайҙарҙың өйөн мәктәп иттеләр. Беренсе класты шунда уҡыным. Ете класс белемем менән колхоз эшенә егелдем. Яңы Ҡыйышҡы ауылында алты бригада ине. “Политотдел” колхозының бишенсе бригадаһында бригадир булдым. Йүгерә-йүгерә кешеләрҙе эшкә сығара инем. Ул ваҡытта кешеләрҙе Белорет яҡтарына урманға ебәрәләр ине. Әсәйем ҡайҙандыр йөн табып, тула баҫып бирҙе. Өҫтөмә һырмалы фуфайка, ул ваҡытта модала булған аҡ сабата, аҡ ойоҡ кейеп йөрөй торғайным. Йәй көндәре ашнаҡсы ла булдым, - ти Мөнәзәһә инәй.- Артабан Яңы Ҡыйышҡы ауылында сельпола бухгалтер һөнәренә өйрәттеләр. Һуңынан 1947 йылда Бөрө ҡалаһына бухгалтер курсына уҡырға ебәрҙеләр. Муйыл йыйып һатып, юлға аҡса эшләп алдыҡ. Аҡса юҡлыҡтан ауылға ҡайтмай ятып уҡыным. Уҡып бөткәс, Бишауыл-Уңғар ауылына эшкә ҡайттым. Бер аҙҙан бер нисә сельпоны берләштерҙеләр һәм мин эшһеҙ ҡалдым. Шунан Архангел районына эшкә барырға булдым. Март айында алты айлыҡ баланы санаға ултыртып юлға сығыуым һаман иҫтә. Унда бухгалтер ярҙамсыһы, кассир булдым. Ғаилә менән 1959 йылда иремдең ауылы Олокүлгә ҡайттыҡ. Шунда эшләнек, өй һалып сыҡтыҡ. Шунан һуң Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе Усман ағай Нәзиров, Бишауыл-Уңғар ауылына ҡайт, тип саҡыртып алды. Шулай итеп ҙур, иркен өйҙө, эште ташлап Бишаул-Уңғарға күстек. Ғүмеремдең егерме ете йылын ошо колхозда үткәрҙем. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауыл халҡынан һөт йыйыу эшен башҡарҙым.
Мөнәзәһә Арыҫланова 1949 йылда ошо ауылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы булып эшләгән Мансаф Фәтиховҡа кейәүгә сығып, ире менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балаларын ел-ямғырҙан ҡурсалап, аяҡҡа баҫтыралар. Хәстәрлекле ата-әсә ҡулында ҡанат нығытҡан ул-ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын тапҡан. Матур донъя ҡороп, балалар үҫтереп, Мөнәзәһә инәйгә ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иткәндәр. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл бергә ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1999 йылда ҡаты сирҙән ул вафат була. Әсә кешегә бала ҡайғыһын кисерергә лә тура килә: ғәзиз балаһы Әмир баҡыйлыҡҡа күсә. Рух ныҡлығын, ихтыяр көсө Мөнәзәһә инәйгә артабан йәшәргә көс бирә. Инәй биш намаҙын да теүәл үтәй, Ҡөрьән китабын да еңел уҡый. Ваҡытында ураҙаһын да тотҡан. Әсәйем бәләкәйҙән намаҙға өйрәтте, ятлағандар онотолмай, ти ул.
Мөнәзәһә инәйҙең хәтере әле лә бик яҡшы булыуы һоҡландырҙы. Бала сағынан алып әлегәсә бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты булған геройыбыҙ замана ығы-зығыһына бирешмәй. Һәр атҡан яңы таңға ҡыуанып, тыныс тормошта шөкөр итеп йәшәй.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей