Сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша...

Һеҙҙең менән, сәскәләрем,Иң ҡәҙерле көндәрем.Йәшәртә лә, йәшәтә лә,Бәхетле ғүмерҙәрем, - тип, сәскә-гөлдәргә күмелеп, уларға ҡарап йыуанып, ҡыуанып, көс-дарман алып, ҡайғыларын таратып йәшәй Еҙем-Ҡаран ауылында 6 бала әсәһе, хеҙмәт ветераны Фәнидә Фәрғәт ҡыҙы Сәғитова.

Уның ихатаһына аяҡ баҫыу менән үҙеңде ожмах ҡапҡаһынан ингән кеүек хис итәһең. Рәткә теҙелгән һалдаттар шикелле, таш юлдың ике яғында күҙҙең яуын алып, хуш еҫтәр таратып үҫеп ултырған сәскәләр араһынан өйгә инеп китәһең.
Ҡапҡа төбөнән бәрәңге баҡсаһына тиклем һуҙылған сәскәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Төрлө төҫтәге раузалары, гортензия, хоста, агератум, петуния, лилиә, георгин, флоксы, ләләләрҙән һәм башҡа сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша.
Өй эсендәге гөлдәр ҙә ҡыш та, йәй ҙә сәскәгә күмелеп ултыра. Уның тәҙрә төптәрен затлы орхидея, талымһыҙ ярандың әллә нисә төрө биҙәй. Баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсәһе лә быйыл бик уңған.
Бәләкәй генә Ҡыҙыл-Яр ауылында Фәнзиә Шәрифулла ҡыҙы менән Фәрғәт Шәйхетдин улының ишле ғаиләһендә Фәнидә икенсе бала булып донъяға килә.
Бала саҡтан әсәһенең сәскә-гөлдәренә ғашиҡ була, уларға һыу һибеп, тәрбиәләшеп эшкә өйрәнеп үҫә.
Еҙем-Ҡаран мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, артабан фермаға һауынсы булып эшкә килә. Бер аҙҙан һатыусы булып күсә.
1964 йылда колхозда шофер булып эшләгән Фәтих Фәйзрахман улына тормошҡа сыға. Беренсе көндән алып ҡәйнәһе Менеүәрә әбей менән уны һуңғы юлға оҙатҡансы бергә йәшәйҙәр.
- Ҡәйнәм бигерәк һәйбәт булды, донъя көтөргә өйрәтте, ярҙамлашты, балаларҙы ҡарашты. 38 йыл татыу ғүмер иттек, - тип матур хәтирәләр менән иҫкә ала Фәнидә Сәғитова.
Улар 1979 йылда Еҙем-Ҡаранда өй һалып күсеп киләләр. Фәнидә төрлө тармаҡтарҙа эшләһә лә, үҙенең егәрлелеге, матурлыҡ яратыуы, эште еренә еткереп эшләүе менән айырылып тора. өҫтәүенә ул оҫта ашнаҡсы, тәмле бәлештәр, бауырһаҡтар бешереп ғаиләһен, ҡунаҡтарын һыйлай. Ҡыҙҙары ла әсәләренә оҡшап бешеренергә оҫталар, сәскә-гөлдәр үҫтерәләр.
Ҡунаҡбайҙағы Гүзәл ҡыҙы 7 бала әсәһе. Гөлфиә - һатыусы, 5 бала үҫтерә. Эльвира 2 балаға әсәй, тормош иптәше Ғаяз менән әсәһенә ярҙамлашып, ҙур терәк булып ауылда төпләнгәндәр. Берҙән-бер улы Наил килене Резеда менән Красноусолда йәшәйҙәр. Наил икмәк ташый, килене медсестра, ике бала үҫтерәләр. Наилә лә ике ҡыҙ үҫтерә, Өфө ҡалаһында донъя көтәләр.
- Тик Рәсимә ҡыҙым ғына 32 йәштә ике ҡыҙын етем ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсте - ти Фәнидә уфтанып. - Гөлназ менән Илүзәне үҙ балаларым кеүек ҡарап, уҡытып, туйҙар яһап оло тормош юлына сығарҙым, икеһе лә хәҙер үҙҙәре әсәй.
Тормош иптәше 2001 йылда уҡ гүр эйәһе булһа ла, Фәнидә донъяһын һүндермәне, балаларына терәк булды.
Оло йөрәкле әсәй-өләсәй Фәнидә Фәрғәт ҡыҙы һәр балаһына иғтибарлы, улар ҙа иң тәүҙә нәнәйҙәренә хәл белешергә киләләр, уның тәмле ризыҡтарынан ауыҙ итәләр, һәр береһенә күстәнәстәр биреп оҙатып ҡала. 20 ейән-ейәнсәргә, 6 бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле өләсәй бит ул!
Быйыл Фәнидә Сәғитоваға 75 йәш тулды. Ҡәҙерле кешеләренең ғүмер байрамын балалары, туғандары, күршеләре бик ҙурлап үткәрҙек. Ҡунаҡсыл йорттан аҙна буйына йыр-моң, ҡотларға килеүселәр өҙөлмәне. Үҙенең моңло тауышы менән ауыл, район смотрҙарында сығыш яһаған Фәнидә әле лә матур йырлай. Ҡунаҡтың төп “фигураһы” ул.
Сәскә яратҡан кешенең күңеле лә матур, уйҙары ла изге була бит. Тирә-яғын йәмләп, бар ерҙә лә матурлыҡ тыуҙырыусы Фәнидә күршемдән сәскә-гөлдәр үҫтереүселәргә кәңәштәрен дә һораным.
- Мин февраль айында уҡ сәскәләрҙе үрсетмәгә сәсә башлайым. Яҙ етеп, көндәр йылытҡас, үрсетмәләрҙе баҡсаға күсереп ултыртам. Һыуытып китһә, өҫтәрен ҡаплайым, нисек тә өшөтмәҫкә тырышам. Матур булып үҫһендәр өсөн ҡул осондағы һәм магазиндарҙа һатылған ашламаларҙы ҡулланам. Артабан тәрбиәләп, тупрағын йомшартып, сүп үләндәрен утап, һыу һибеп, йәй буйы баҡсанан кермәйһең инде. Сәскәләрем күңелгә рәхәтлек, шатлыҡ бирә. Ҡайһы бер кешеләр, баҡсағыҙҙы - сәскәләрегеҙҙе күреп сығайым әле, тип керәләр. Түккән көсөм, эшләгән эштәребеҙ бушҡа китмәгән икән, үҙебеҙҙе генә түгел, сит кешеләрҙе лә ҡыуандыра, тип шатланам.
Бына шулай, йәштәргә биргеһеҙ донъя көтөп, матурлыҡ тыуҙырып йәшәй уңған ауылдашым Фәнидә Сәғитова.
Әлфиә ИСҠУЖИНА,
хеҙмәт ветераны.
Еҙем-Ҡаран ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей