Сәсеүгә күп ҡалманы

Ер ҡарҙан әрселә барған һайын, яҙғы-баҫыу эштәре лә яҡыная. Уны уңышлы башҡарып сығыу иң элек был мөһим сараға әҙерлекле булыуға бәйле. Сәсеүгә күп ҡалманы Сәсеүгә күп ҡалманы Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәгенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, сәсеүгә орлоҡ күләме етерлек. Ужымдар ҙа ҡышҡы һалҡындарға бирешмәгән. Быйыл улар дүрт мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Ҡабат һалҡындар әйләнеп ҡайтмаһа, улар нығынып үҫеп китер. - Көҙҙән үк тупраҡта дымға ҡытлыҡ булды, уның кире йоғонтоһо һиҙелмәй ҡалмаҫ. Ҡышын ҡар күп яуыуы, әле яйлап ҡына иреп ергә һеңә барыуы яҡшы күренеш. Шулай ҙа был ғына аҙ. Яҙын сәсеүлектәргә ямғыр кәрәк буласаҡ, - тине Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге баш агрономы Фәүзиә Ғилманова. Әлеге көндә алып барылған төп эштәрҙең береһе – хужалыҡтар минераль ашламалар алыу менән мәшғүл. Бөгөнгө көнгә барлығы яҡынса ике мең тонна тирәһе минераль ашлама ҡайтарылған, йәғни 70 процентҡа район ашлама менән тәьмин ителгән. Бер гектар сәсеүлеккә 25 килограмдан артыҡ минераль ашлама тура килә. Бының яҡшы күрһәткес булыуын билдәләй белгестәр. Бынан тыш, Мәләүездән аммиак селитраһы ашламаһын алыу буйынса ла эш башланып тора. Техниканың көйлө эшләүе лә алдан күрелгән хәстәрлек. Район хужалыҡтарында 174 трактор иҫәпләнһә, шуның 73 проценты төҙөк, тикшереү үткән. Ғөмүмән, яҙғы-баҫыу эштәренә 104 трактор эшкә йәлеп ителәсәк. Хужалыҡтарҙа техниканың әҙерлеген тикшереү эштәре тамамланған, әлеге көндә уның барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү саралары күрелә. Тракторҙарҙан тыш районда 103 берәмек сәсеү агрегаттары иҫәпләнә, уларҙың да 90 проценты эшкә әҙер, культиваторҙарҙың 96 проценты төҙөк хәлдә. “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Лейтер Е.Г.”, “Искәндәров Т.Т.”, “Привалов А.З.”, “Едих Е.В.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында техника тулыһынса яҙғы-баҫыу эштәренә әҙер. Әлеге көндә яғыулыҡ-майлау материалдары алыу хәстәре лә күрелә. - Йыл һайын яңы техника алыу эш сифатына йоғонто яһамай ҡалмай. Быйыл өс ай эсендә хужалыҡтар 13 берәмек яңы техника менән тулыланды. Улар араһында үҙйөрөшлө һиптерткес агрегаты, күп функциялы махсус тейәгес, ҡеүәтле трактор ҙа бар, - тине Ишембай мәғлүмәтконсультация үҙәге баш инженеры Илсур Ғәлиуллин. Әлеге көндә 100 гектар сәсеүлек майҙанына техника ҡеүәте 170 ат көсө тәшкил итә. 2021 йылда был күрһәткес 164-кә тиң булған. Техниканың иҫкереү кимәле кәмеүгә барыуы ла ыңғай һөҙөмтә. Әлеге көндә бер тракторға һөрөнтө ере көсөргәнеше 206 гектар, был һан да кәмеү яғында. Көндәр йылытыу менән ер күҙгә күренеп асыла. Ваҡыт оҙаҡ көттөрмәҫ, баҫыуҙарҙа эш тә башланыр. Ергә ҡар һыуы һеңгәнсегә тиклем, иң беренсе баҫыуға “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ужымды туҡландырыуға төшөргә ниәтләй. Түбән баҫымлы тәгәрмәсле махсус техника минераль ашлама һиптертеүгә керешәсәк. Унан ҡала үҙ тәртибе менән дым ҡаплатыу һәм башҡа эштәр ҙә яйға һалынасаҡ. Яҙҙың матур килеүен фаразлай белгестәр. Тимәк, яҡшы уңыш алыуға ла өмөт ҙур.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей