Сәсеү тотҡарлыҡһыҙ бара
Район хеҙмәтсәндәре планлаштырған яҙғы сәсеү эштәренең 60,2 процентын тамамлаған. Мәсетле районы аграрийҙары 13188 гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарҙы, был планлаштырылған 21917 гектарҙың 60,2 процентын тәшкил итә.
12 майға ҡарата ауыл хеҙмәтсәндәре 5003 гектарҙа бойҙай, 3759 гектарҙа арпа, 1771 гектар майҙанда һоло, 997 гектарҙа кәрешкә, 612 гектарҙа рапс, 630 гектар ерҙә етен ултыртты. “Ленинский” кооперативы кәрәкле эш күләмен – 79,3 процентҡа, “Аҡтау” йәмғиәте – 61,7 процентҡа, “Батыр” йәмғиәте – 66,7 процентҡа, “Попов А. В.” һәм “Бәҙретдинов В. В.” КФХ-лары – 50 процентҡа, Р. А. Зиялтдинов – 75,8 процентҡа, “Ниғәмәтйәнов И. И.” КФХ-һы 117 про-центҡа үтәне.
“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә яҙғы иген культураларын сәсеү тамамланған.
Хужалыҡ директоры Юрис Латыпов әйтеүенсә, орлоҡтар ағыуланып сәселгән. Планлаштырылған 1182 гектарҙың 932 гектарына сәселгән (78,8 процент тәшкил итә). “Йондоҙ” хеҙмәтсәндәре бойҙай сәсеү буйынса планды арттырып үтәгән: планлаштырылған 312 гектар урынына 322 гектар сәселгән. Барлыҡ планлаштырылған эштәр башҡарылған: 213 гектар майҙанда арпа, 273 гектарҙа һоло, 90 гектарҙа кәрешкә сәселгән. 40 тонна ашлама һатып алынған. Сәсеү барышында бер гектар ергә 35-40 килограмм ашлама индерелгән. Ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу эше башҡарылған.
Етәксе билдәләүенсә, сәсеү билдәле ваҡыт эсендә уңышлы уҙған, быға уңайлы һауа шарттары һәм, әлбиттә, механизаторҙарҙың тырышлығы, эшкә яуаплы ҡарауы булышлыҡ иткән. Юрис Хәйҙәр улы “Кузбасс” сәсеү агрегатында яҡшы эшләгән Радис Хәмиҙуллин менән Салауат Латыповты, орлоҡ ташыуҙа Ринат Закировты, культиваторҙа эшләгән Нәзир Мостафинды, ерҙе тырматыуҙа һәм дым ҡаплауҙа Азамат Хәлиловты билдәләп үтте. Әйтеп үтергә кәрәк, мөһим кампания ваҡытында игенселәр өсөн өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған.
Шулай уҡ, сәсеү эшен уңышлы башҡарырға техниканы төплө әҙерләү булышлыҡ иткән.
– Алда йылы яратыусан культураларҙы сәсеү эше тора, – ти Юрис Хәйҙәр улы. – Беҙ ҡарабойҙай майҙанын 80 гектарҙан 160-ҡа, тарыны 50 гектарҙан 90-ға тиклем арттырырға уйлайбыҙ. Эштәрҙе май аҙағында – июнь башында тамамларға планлаштырабыҙ. Бөгөн ерҙе сәсеүгә әҙерлек эштәре бара: культивациялайбыҙ, ҡабаттан һөрәбеҙ. Сәсеү эштәре тамамланғас, иң мөһиме, һауа шарттары боҙолмаһын. Көндәр йылы тороп, ваҡытында ямғыр яуһа, уңыш ҡыуандырыр.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.
Һүрәттә: Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин “Йондоҙ” йәмғиәтендә яҙғы сәсеү эштәре барышы менән танышты. Фотола ул хужалыҡ етәксеһе Юрис Латыпов (һулда) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор Салауат Латыпов менән.