Сәсеү майҙандарын арттыраб
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, ойошма етәкселәре менән уҙғарған сираттағы кәңәшмәлә яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек барышы ла ҡаралды.
[Сәсеү майҙандарын арттырабыҙ]
Сәсеү майҙандарын арттырабыҙ
Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Ю.А.Родионов әйтеүенсә, әлеге көндә районда 7 ауыл хужалығы предприятиеһы, 90 крәҫтиән-фермер хужалығы, 13390 шәхси ярҙамсы хужалыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерә. Ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә ауыл хужалығының тулайым продукцияһы хужалыҡтарҙың бөтә категориялары буйынса 173,6 млн һум (үткән йылға ҡарата 102,5%) тәшкил итте.
Районда 41801 га һөрөнтө ер бар, алдан фаразлау буйынса, уның 23300 гектарын яҙғы культуралар биләр тип уйлағайныҡ, ләкин һуңғы ваҡиғаларға бәйле сәсеү майҙандарын арттырыу ихтималлығы ла бар, тине етәксе. 15357 гектарҙа иген культуралары, уның 4432 гектарында - яҙғы бойҙай, 4885 га - арпа, 800 га - һоло, 530 га - борсаҡ, 530 га - ҡарабойҙай һәм башҡа культуралар сәсеү күҙаллана. Шәкәр сөгөлдөрө - 1173 га, соя - 326 га, майлы культуралар – 5544 га: көнбағыш - 4194 га, рапс - 1150 га, етен - 200 га һәм башҡа майлы культуралар биләр тип планлаштырыла. Мал аҙығы культураларын 4498 гектарҙа, уның 2752 гектарында - күп йыллыҡ үләндәр, 1480 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәр, 237 гектарҙа силосҡа кукуруз үҫтереү күҙаллана.
Көҙҙән 5202 га майҙанда ужым культуралары сәселгән. 15 мең гектар ер туңға һөрөлдө. Яҙғы культуралар орлоғо етерлек күләмдә (2600 т) һалынған. Бөгөнгө көндә был орлоҡ тикшереү үткән һәм 86%-ы кондицияға ярашлы тип табылған. 100 т элиталы орлоҡ бар, тағы ла 200 тоннанан кәм булмаған ошондай орлоҡ алыу планлаштырыла. Сит ил селекцияһы техник культуралары орлоҡтарына килешеү төҙөлгән һәм улар дистрибьютерҙар келәттәрендә һаҡлана, орлоҡтарҙың бер өлөшө, атап әйткәндә, 46 %-ы хужалыҡтарға ҡайтарылған да инде.
Хужалыҡтарҙа 2123 т минераль ашлама бар. 5 т үҫемлекте һаҡлау саралары тупланған. Яҙғы баҫыу эштәренә шәхси эшҡыуар Р.В. Мөьминовҡа (Россельхозбанк) - 18 млн һум, шәхси эшҡыуар Рәжәповҡа 14 млн һум күләмендә льготалы кредит бирелгән. Шулай уҡ «Восход-СТ» ЯСЙ-нең - 30 млн һумлыҡ (Инвесткапиталбанк), шәхси эшҡыуар Р.Ғ.Ғафаров - 1 млн һумлыҡ (Һаҡлыҡ банкы) һәм «Урожай» КФХ-һының 5 млн һумлыҡ (Россельхозбанк) документтары әҙерләнгән һәм тапшырылған.
14 мартҡа ҡарата «Агростартап» грант конкурсында ҡатнашыу өсөн 6 граждан һәм КФХ, «Ғаилә фермаһы»на - 2 КФХ, ДГП-ға (килем килтереүсе проект) 3 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ғариза биргән.
Техникаға килгәндә, бөтәһе 149 тракторҙың 127-һе (85 %) әҙер, барлыҡ тағылма техника ремонтланған, әҙерлек 95%.
Яҙғы баҫыу эштәренә 380 т яғыулыҡ-майлау материалы кәрәк. Әле хужалыҡтарҙа 90 т ашыу яғыулыҡ бар, ҡалғанын һатып алыу мәсьәләһе хәл ителә. Районда техниканың 60 % самаһы яңыртылған. Былтыр райондың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 130 млн һумдан ашыу суммаға (ШЭ Г.М.Тахтаров (3 “ДжонДир» тракторы, 1 “Акрос-595” комбайны), «Восход-СТ» - 1 «Massey Ferguson ” тракторы һәм башҡа ҡорамалдар), ауыл хужалығы кооперативтары эшкәртеү өсөн ҡорамалдар) һатып алған.
10 марттан Дәүләт техник күҙәтеүе менән берлектә яҙғы сәсеүҙә ҡатнашҡан тракторҙарҙы һәм башҡа үҙйөрөшлө машиналарҙы техник тикшереү бара. Хужалыҡтарҙа хәүефһеҙлек буйынса инструктаждар үткәрелә.
Ю.А.Родионов ауыл хужалығының мөһим тармағы малсылыҡҡа ла туҡталды. 1 мартҡа ҡарата районда 16160 баш һыйыр малы булып, уның 4140 башы - ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалығында. Һауын һыйырҙары - 7257 баш, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында - 2378, сусҡалар - 899, йылҡы – 3303 баш, ҡош-ҡорт - 185096 баш, һарыҡ һәм кәзәләр - 14189 баш, бал ҡорто ғаиләләре - 15445 дана. Ғинуар-февраль айҙарында хужалыҡтарҙа 30458 ц һөт, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеһында һәм крәҫтиән-фермер хужалығында - 11899 ц етештерелгән. Һуғымға 3936 ц мал һәм ҡош-ҡорт һуйылған.
Район хужалыҡтарында мал ҡышлатыу һәйбәт бара. Ауыл хужалығы предприятиеларында бер һыйырҙан тәүлек һауым 11,2 кг тәшкил итә, тәүлегенә 6,5 т һөт һатыла.
Дөйөм алғанда районда яҙғы сәсеүгә әҙерлек эштәре тейешле кимәлдә бара. Ауыл эшсәндәре был осорға ҙур өмөттәр бағлап түҙемһеҙлек менән көтә.
Илшат ФӘЗРАХМАНОВ:
“Сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләме артырға тейеш”
15 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Рәсәй” телеканалының матбуғат үҙәгендә киләһе сәсеү кампанияһына әҙерлек барышы тураһында һөйләне.
- Хәҙерге шарттарҙа сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙе арттырырға кәрәк. Төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә 100 процентҡа әҙер. планлаштырылған финанстарҙың 22 процентҡа тиклеме киләһе аҙна аҙағына ауыл хужалығы етештереүселәренә еткереләсәк. Республика иген культуралары орлоғо менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Техник культураларға килгәндә, шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, сояның запасы 60 процентҡа тупланған. Ҡалған 40 процентты һатып алырға кәрәк. Аграрийҙар шулай уҡ минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин ителә. 90 мең т минераль ашлама һатып алырға кәрәк. Был йәһәттән аграрийҙарға 20 миллиард һум аҡса талап ителә, - тине Илшат Фәзрахманов.
Рәсәй Хөкүмәте илдән шәкәр, бойҙайҙы экспортҡа сығарыуҙы 31 авгусҡа тиклем тыйҙы. Был йәһәттән Илшат Фәзрахманов үҙ фекерен әйтте:
– Илдә шәкәр ҙә, бойҙай ҙа етерлек. Был сара эске баҙарҙа тотороҡлолоҡ булһын, хаҡ күтәрелмәһен өсөн кәрәк. Донъяның ҡайһы бер илдәрендә бойҙайҙың хаҡы 500 долларға тиклем етте. Эске баҙар тотороҡло, бойҙайға хаҡ килограмына 20 һумдан артмай. Дизель яғыулығына хаҡ төшә, әгәр был дауам итһә, быға ҡыуанырбыҙ ғына. Әле Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары келәттәрендә 40 мең тонна шәкәр бар. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң майҙанын арттырасаҡбыҙ. Был ике заводтың ҡеүәте көслө: 1 миллион 950 мең тонна "татлы тамыр" эшкәртә алалар.