Сәмләнеп донъя көтә улар

Ауылда эш юҡ шул тип әйтергә яратыусылар Яңы Балапандан Клара менән Хәлим Зәйтүновтарҙың хужалығына килеп бер көн үткәрһен ине. Йәйен-ҡышын, ниндәй миҙгелдә лә улар бушамай, үҙҙәре әйтмешләй, яйлап тын алырға ла ваҡыттары етмәй.Ауылда эш юҡ шул тип әйтергә яратыусылар Яңы Балапандан Клара менән Хәлим Зәйтүновтарҙың хужалығына килеп бер көн үткәрһен ине. Йәйен-ҡышын, ниндәй миҙгелдә лә улар бушамай, үҙҙәре әйтмешләй, яйлап тын алырға ла ваҡыттары етмәй. Юҡ ерҙә булдырған, барҙы ишәйткән йүнселдәрҙең шәплегенә һоҡланырлыҡ. Шундай ғаиләнең көнитмеше башҡаларға үрнәк булһын.

Шайморатов исемендәге колхоздың бухгалтерияһында эш башлаған Клара Мораҡай фермаһы мөдире Хәлимдән йыллыҡ отчет ҡабул итә. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана, был 1983 йылдың ғинуары була. Күп тә үтмәй, гөрләтеп туй уҙғаралар. Яңы Балапан ауылына килен булып төшкәс, уны бер аҙҙан кире Байымға, бухгалтерияға эшкә саҡыралар. Йәнекәй, Мораҡай һәм Яңы Балапан ауылдарын берләштергән өсөнсө бригаданың бухгалтеры була. 2004 йылға, колхоз тарҡалғансы үҙ һөнәренә тоғро ҡала Клара Вәдүт ҡыҙы. Ғаилә башлығы дүрт йыл Мораҡай фермаһына мөдирлек итә, шунан өмөтлө йәш белгесте Байымға иҡтисадсы итеп алалар. Ситтән тороп, ауыл хужалығы институтын тамамлай. Хужалыҡта эш хаҡы түләнмәй, колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуға барыуына йәне әсегән Хәлим Истаморат улы үҙгәрештәр осоро етеүен аңлай. Шулай Зәйтүновтар мал үрсетеүгә тотона. Мәшәҡәтле, еңел аҡса килтермәгән был шөғөл тотош ғаилә эшенә әүерелә.
— Икебеҙгә генә өлгөрөүе ҡыйын булыр ине, бер-бер артлы малайҙар ҡул араһына инде. Итте, һөт-ҡаймаҡты Белоретҡа һатырға киткәндә Йәмил менән Рәмил донъя көтөп ҡала. Уларға ышанып, тыныс күңел менән һатыу итеп ҡайтабыҙ, — ти ғаилә башлығы Хәлим ағай.
— Өс ырҙын тултырып картуф ултыртабыҙ, уны тәрбиәләп, эш итеп һатыу ғына етмәгән, ауыл халҡынан йыйып, ҡалала һатабыҙ. 1996 йылда картуф табышына «Минск» мотоциклын алдыҡ. Дәртләнеп киттек, артабан машина алыу өсөн тырыштыҡ, — тип һүҙгә ҡушыла Клара апай.
Зәйтүновтар күпләп ҡаҙ тота, яҙ һайын ҡапҡа алдындағы йәшел туғай уларҙың һап-һары бәпкәләре менән тула. Уларға ел-ямғыр тейҙермәй, эшкиндереп алалар. Ҡош-ҡортто ла, малды ла ҡарау еңел түгел. Көн буйы ҡарарға, артынан йүгерергә кәрәк. Йәй бөтөнләй йоҡламайбыҙ, тиҙәр фермерҙар. Малдары күп булғас, айға яҡын көтөү көтәләр. Ул арала ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы әҙерләп өлгөрөргә, һыйырҙың ағын эш итеп, яңы көйөнсә генә һатып алыусыларына алып барып өлгөртөргә лә кәрәк. Уның араһында баҡса, донъя мәшәҡәттәре. Быйыл бесән әҙерәк булды, малды кәметәйекме тип ғаилә «советында» кәңәшләшкәс, улдары Рәмил ҡаршы төшә, киреһенсә, хужалыҡты ҙурайтып, йылҡы алырға күндерә. Ташбулат ҡыҙы Алһыу менән ғаилә ҡорған Рәмил ике ул үҫтерә. Йәштәр тыуған ауылда төпләнеп, айырым йорт һалып сығырға, фермер булараҡ грант алырға хыяллана. Зәйтүновтарҙың өлкән улдары Йәмил кәләше Гүзәл Магнитогорскиҙа йәшәй, биш бала үҫтерәләр.
— Гел эш менән генә булмай, ял итке, кеше араһында йөрөгө килә, — ти эшкә лә сос, һүҙгә лә маһир, йырға ла оҫта Клара Вәдүт ҡыҙы.
Ауылдың «Саңдыүҙәк» фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе ул. «Яҙғы һандуғас», «Оҙон көй», «Йырсы ауыл» йыр конкурстарында, «Йөрәк һүҙе» ижади бәйгеһендә урындар яулай. Ағинәйҙәр, ветерандар менән бергәләп концерттарҙа сығыш яһай.
Әйткәндәй, аш-һыуҙы ла бик тәмле яраштыра. Ул ҡойған буҙаны эсеп туймаҫлыҡ, ҡоротто ла әсәһенән өйрәнеп ҡалған боронғо ысул буйынса эшләй. Йәй буйы баҡсаһында ниҙәр генә үҫтермәй, яҡшы уңыш ала, ауылда үткән конкурстарҙа бүләкһеҙ ҡалмай. Шулай тормоштоң йәмен, ғәмен тойоп, сәмләнеп донъя көтә өлгөр, берҙәм Зәйтүновтар.

Автор:Динара Сафиуллина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей