"Шөкөр итеп йәшәйем"
Тылсымлы ҡулдар эйәһе, тыл һәм хеҙмәт ветераны, һуғыш осоро балаһы булған, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Рәйсә Шәйхәттәр ҡыҙы Әхтәмованы белмәгән кеше юҡтыр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып, ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, барлыҡ донъя йөгөн ҡатын-ҡыҙҙарға һәм бала-сағаларға үҙ елкәләрендә татырға тура килә. Бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй, йәнен-тәнен аямай Еңеү көнөн яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән, беҙгә ошо матур, яҡты көндәрҙе бүләк иткән улар. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе хеҙмәт һәм тыл ветераны Рәйсә Әхтәмова ла шул дәүерҙең тере шаһиты булған, әсе яҙмыш кисергән.
Рәйсә Шәйхәттәр ҡыҙы 1930 йылдың 22 февралендә Ҡырмыҫҡалы ауылында донъяға килә. Һуғыш башланып киткәс, 11 йәшлек ҡыҙ ололар менән бер рәттән эшләй башлай.
- Еңеү яҙы килгәнгә 77 йыл ваҡыт уҙһа ла, ул саҡтағы ваҡиғалар һаман да хәтерҙә. Ауыр йылдарҙа бик күп эшләргә тура килде беҙгә. Икенсе яҡтан аслыҡ-яланғаслыҡ та йонсотто. Атайымды хеҙмәт армияһына алғайнылар. 1943 йылда бик ауыр эштән һаулығы ҡаҡшаған, артабан хеҙмәт итергә хәле ҡалмаған атайым тыуған яғына ҡайтып төштө. Шунан һуң ике аҙна ғына сирләп ятты ла мәрхүм булды. Йәш саҡтарҙа бер эштән дә ҡурҡып торманым, ҡайҙа ҡушһалар шунда барҙым. Тәүҙә колхозда, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы район кооперацияһы өлкәһендә эшләнем. Ҡайҙа эшләһәм дә хөрмәт ҡаҙандым. Икенсе төркөм инвалиды булған әнейемде 91 йәшенә тиклем ҡарап, һуңғы йылға оҙаттым. Бар ғүмерем шулай эш менән үтеп киткән, хатта, үҙемдең ғаиләмде ҡорорға ла ваҡытым ҡалмаған. Хәҙер тормош бик ныҡ еңеләйҙе, Аллаға шөкөр. Һыуы үҙе керә, үҙе сыға. Элек бөтә нәмәгә лә һыуҙы көйәнтәләп ташыныҡ. Ут яғырға, көл түгергә түгел, йортто газ йылыта, шул тиклем рәхәт. Ай һайын пенсияһы ла килеп тора. Шулай рәхәтләнеп йәшәргә лә йәшәргә лә бит, тик ҡартайҙым, һаулыҡ яғы ла насарайҙы, - тип ҡыҫҡаса тасуирлай ул үҙенең тормош юлын.
Рәйсә инәйҙең ҡулдарының тылсымға эйә булыуы хаҡында ла күптәр беләлер. Быуындары сыҡҡандар быуынын ултыртырға, бала таба алмаған ҡатындар эсен һылатырға уға килер булған.
- Йәш сағында әнейем дауалай торғайны, хаҡлы ялға сыҡҡансы минең уның менән шөғөлләнергә ваҡытым ҡалманы. Шөкөр, бик күп ҡатындар минән эсен һылатып, бала таптылар. Бер ваҡыт миңә аяҡ табандары бер-береһенә ҡарап торған йәш ярымлыҡ баланы алып килгәйнеләр. Оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом, тотонорғамы- тотонмаҫҡамы тип. Йәш баланыҡы төҙәлер, моғайын, тип тотонорға булдым шунан. Был баланы аҙна һайын килтерҙеләр. Ике йәш тулыуға уның аяғы дөрөҫ формаға килде һәм бала аяғына баҫты. Шунан һуң башҡа килмәнеләр. Хәҙер ул бала үҙе атайҙыр инде, - ти ул был хаҡта.
Һеҙ дауалаған кешеләр күп йылдар үткәс тә килеп рәхмәт әйтеп китәләрҙер, моғайын тигәнемә ул:
- Дауаланып бөткәс тә, рәхмәттәрен әйтәләр, әлбиттә. Ә бына йылдар үткәс, килгәндәре юҡ. Мин уларҙың һәр береһен тиерлек хәтерләп алам. Ысынлап та, әле миҫалға килтергән баланы әсәләре алып килеп, үҙенән рәхмәт әйттереп китһәләр, бигерәк ҡыуаныр инем. Хәҙер дауалауға тотонмайым, хәлем дә, ҡулдарымдың көсө лә юҡ. Шөкөр, үҙемдең йомошомдо үҙем үтәйем, үҙемде тәрбиәләйем. Социаль хеҙмәткәр килеп, өйөмдө йыйыштырып, магазиндан аҙыҡ-түлек килтерә. Ярай әле үҙем эшләгән осорҙа, аҡса булған саҡта йортома бөтә уңайлыҡтар эшләтеп ҡалғанмын, тип шатланам. Магазинға сыҡмайым, машиналар шәп йөрөй, ҡурҡыныс. Байрамдарға саҡыралар, күстәнәстәрен килтереп торалар. Тормоштоң ауырлығын да, еңеллеген дә татыныҡ. Барыһына шөкөр итеп кенә йәшәйем, - тип яуап бирҙе.
Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбенең 5 “Б” класы уҡыусылары класс етәкселәре Рәсимә Миҙхәт ҡыҙы Ибраһимова менән “Пионерҙар – ветерандарға” район акцияһы сиктәрендә Рәйсә Шәйхәттәр ҡыҙының йорт алдын таҙартып, баҡсаларын тырматып, ҙур ярҙам күрһәтеп киткәндәр. Уҡыусылар һуғыш йылдары тураһында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да биргәндәр.
- Уҡыусыларға рәхмәт, бәләкәй генә булһалар ҙа килеп, әллә күпме эшемде эшләп киттеләр. Иң мөһиме һуғыш булмаһын. Һеҙгә лә рәхмәт, килеп хәлемде белеп, хөрмәт күрһәткәнегеҙ өсөн, - тип изге доғаларын уҡып, рәхмәттәрен әйтеп ултыра яҡты тормоштоң йәмен күрә белеүсе Рәйсә Әхтәмова.
Автор:Розалия Назарова