Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше

Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше

Быны белеү маҡсатында беҙ Иҫке Мишәр ауылынан Ғилметдиновтар ғаиләһенә барҙыҡ. Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә 656 баш һыйыр малы аҫрайҙар, һигеҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй. Ләкин фермерҙарҙан тыш, шәхси хужалыҡтар ҙа бар, уларҙа халыҡ күп һанлы мал тота. Елена Николаевна менән Рифат Ишмөхәмәт улы тап шундайҙар иҫәбенә инә лә инде.
Улар 21 йыл элек ғаилә ҡорған. Тәүҙә хужалыҡта ике һыйыр була, әммә ваҡыт уҙыу менән йәштәр мал һанын арттыра. Бөгөн улар 10 баш һыйыр малы аҫрай, шуларҙың алтауһы – һауын һыйыры.
Ғаилә башлығы урындағы мәктәптә водитель булып эшләй. Ҡатыны 10 йыл ауыл хакимиәтендә хеҙмәт итә, хәҙер – хужабикә. Уларҙың өс балаһы бар, иң өлкән ҡыҙҙарына – 20 йәш. Ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн дә хужалыҡта эш етерлек.
– Бөтә һыйырҙарҙы ла үҙебеҙҙең хужалыҡта тотабыҙ, – тип һөйләй Елена Николаевна. – Йәй көнө малдар дөйөм көтөүгә йөрөй, ауылда уларҙы сиратлап көтөү ойошторолған. Һыйырҙарҙы ҡул менән һауабыҙ. Йәйгеһен был эштә ҡыҙым, ҡалған ваҡытта тормош иптәшем ярҙам итә.
Ошондай иҫәптә һыйырҙар өсөн төплө мал аҙығы әҙерләү талап ителә. 11,5 гектар ер участкаһына күп йыллыҡ үлән сәселгән. Йыл һайын Ғилметдиновтар 130 рулон бесән әҙерләй. Бында техникаһыҙ булмай. Ғаилә башлығының был осраҡҡа тимер ярҙамсылары – сапҡысы һәм ҡулдан эшләнгән тырмалары менән “Т-40” тракторы, шулай уҡ рулондарҙы ташыу өсөн “ГАЗ-53” йөк автомобиле бар.
– Йәй көнө тәүлегенә 70 литр самаһы һөт һауып алабыҙ, – ти Рифат Ишмөхәмәт улы. – Уны Дыуан районы Мәсәғүт һөт комбинатына тапшырабыҙ, итте Балаҡатай районына алып барабыҙ. Ваҡытында иҫәпләшәләр, шуға күрә был предприятиелар менән артабан да хеҙмәттәшлек итеүгә өмөтләнәбеҙ.
Шулай уҡ Елена Николаевна ғаиләһе өсөн һәм ауылдаштарына һатыуға эремсек яһай, ҡаймаҡ әҙерләй. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һыйырҙарҙан тыш, Ғилметдиновтар ихатаһында 25-кә яҡын һарыҡ, йорт ҡоштары бар, умарта тоталар. Шул уҡ ваҡытта улар ошонда, Иҫке Мишәрҙә, яңы йорт һала.
Беҙ ғаилә парынан: “Бындай ҙур хужалыҡты нисек ҡарап була?” – тип һораныҡ, һәм улар, йылмайып, былай тип яуап ҡайтарҙы:
– Иң мөһиме – ялҡауланмаҫҡа! Теләк булғанда һәм эш яратҡанда, һыйыр аҫрау яҡшы килем килтерә. Беҙҙең ауылда күпләп мал аҫраусылар бихисап.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей