Шакир ағайым

Шакир Мөъмин улы Кинйəкəев 1924 йылдың 12 мартында, Түбəнге Мотал ауылында олатайым менəн өлəсəйемдең иң төпсөк балалары булып донъяға килгəн. Бала саҡтан уҡ бик шуҡ, шаян малай булып үҫə. Ул ваҡыттағы төрлө уйындар уйнап, ҡармаҡ һалып, һыу кереп, теремек ауыл малайы булып буй етə. Бəлəкəйҙəн веялка, молотилка кеүек техник əйберҙəр менəн ҡыҙыҡһына. Үҫеп, егет булып еткəс, Мораҡҡа ФЗО-ға уҡырға керə. Уны тамамлап техника белгесе булып ҡайтҡас, колхозда тракторҙа эшлəгəн. Уның менəн эшлəгəн Əхмəтғариф бабай һөйлəүенсə: «Шакир бик көслө була торғайны, тракторҙы ҡыҙҙырғанда (тыштан тороп ҡыҙҙырғандар), тракторҙың ал яғы күтəрелеп китə торғайны», - тип иҫлəй ине. Шунан инде 1942 йыл армия йəшенə етə, 18-е тула һəм шунда уҡ һуғышҡа элəгə. Был декабрь айы була. Шулай итеп ағайымдың балалығы тамамлана, ҡулына ҡорал тотоп, фашистарға ҡаршы һуғыша башлай. Олатайымдар заманында уның тураһында мəғлүмəт бик аҙ булған. Ағайымдың ҡайҙа һəм нисек һуғышҡанын һирəк кенə килгəн хаттары аша əҙ-мəҙ генə белеп ҡалғандар. Əлеге техника заманында ағайымдың ҡайҙа һəм нисек һуғышҡанын, ҡайҙа ерлəнгəнен беҙ интернет аша белеп, күсереп яҙып алдыҡ. Уның һуғышта нисек батырҙарса, үҙен аямай көрəшкəне тураһында наградалары күрһəтə. Наградаһы ҡағыҙында ошо һүҙҙəр яҙылған: «Кинйəкəев Шакир Мөъмин улы, гвардия ефрейторы, 101-се айырым гвардия сапер батальоны саперы. Батальон составында 1943 йылдың июленəн. Украиналағы хəрби операцияларҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендə, дошман уты аҫтында шəхсəн үҙе танкыға ҡаршы 320 мина йүнəлтте. Надоболь-Пристань участкаһында күпер төҙөгəн саҡта ҡушылған эште 160 процентҡа үтəп, намыҫлы өлгө күрһəтə һəм шуның менəн отделениеның барлыҡ составын үҙенең артынан эйəртə. Янов ауылы янындағы күперҙе төҙөгəндə тағы ла күберəк тырышлыҡ күрһəтə. Хəрби заданиеларҙы үтəгəндə ҡаһарманлыҡ һəм батырлыҡ күрһəткəне өсөн хөкүмəт наградаһына — «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менəн бүлəклəнə. 9 декабрь, 1943 йыл. 101-се айырым гвардия сапер батальоны командиры Харламов». Шулай итеп, минең ағайым үҙенең йəшлек көсөн, хисен дошманды еңергə биреп, азатлыҡҡа ынтылып, батырҙарса башын һалған. Шакир ағайыма 2019 йылдың 12 мартында 95 йəш тулған булыр ине. Беҙгə, иҫəндəргə, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға ла насип булды. Үҙебеҙсə донъя көтəбеҙ, балалар үҫтерəбеҙ, алға — яҡшы тормошҡа ынтылабыҙ, шатланабыҙ, ҡайһы саҡта зарланабыҙ. Нисек кенə булмаһын йəшəйбеҙ, тырышабыҙ, тыныслыҡ телəйбеҙ. Һуғыш хəтирəлəрен онотмайыҡ, яу яланында ятып ҡалғандарҙы һəр ваҡыт иҫлəйек. Донъя мəшəҡəттəренə бирелһəк тə, күңелдəребеҙҙең бер мөйөшөндə уларға ла урын ҡалдырайыҡ. Наилə ЙОСОПОВА, Өфө ҡалаһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей