Сэлэм хаттары

В преддверии празднования 75-летия Победы в Великой Отечественной войне и в рамках Года памяти и славы из музейных коллекций #музейАхметзакиВалиди предлагаем "Сэлэм хаттары".
В фонде музея хранятся письма на арабском языке фронтовика Сайфутдинова Гильметдина Мингажетдиновича уроженца села Кузяново Макаровского (Ишимбайского) района БАССР.

23.08.1941 йыл.
Хат башы яҙ ҡаршы.
Исәнме иптәшем Ғәфифә. Сезгә иптәшең Ғилметдиндән сағынышлы сәләм. Һәм дә улым Миниярға сағынышлы сәләм. Улым Әнүәргә сағынышлы сәләм. Һәм дә улым Зинурға сағынышлы сәләм. Кызым Кәримәгә сағынышлы күп, күпдин-күп сәләм. Кәримәне бик сағындым, күрәсе килә, булмый инде. Һәм дә әтәйгә бик сағынышлы сәләм. Һәм дә әнкәйгә сағынышлы сәләм. Һәм дә иркәләргә сағынышлы сәләм. Бабай белән әбигә сағынышлы сәләм. Бөтен ағай-эне, жиңгәләргә, ҡәрдәшләргә, бабайларға, әбиләргә барсынада сәләм әйтегез. Сәләм шуның белән тамам.
Үзебезнең хәлләргә килгәндә, хәзергә исәнләрбез. Сезнедә шулайдыр тип беләбез. Бик ҡабалан язам. Ленинград ҡаласына әйбергә килгәндә урамда ғына язам. Без мында 22-нче 23-нче көнне, ике көн, без мыннан 70 саҡрым ары ятабыз. Ҡалаға түлке әйбергә генә киләбез. Мин китәбез тип хат язган идем, сыҡҡас кире кердек. Нәғим, Ғәбдрәхим алар ағалы-энеле бергә китә...
Без барыбыз да мында ҡалып тордыҡ. Хәзер генә көтөп торабыз, билдә ҡайыш та (шишелгән) юҡ, тигәнне белегез инде.
Әле хат язмай торығыз бездән адрес булмайынса. Үземнең бер 40, 50 сум аҡсаны сезгә ҡайтарам. Мында барыбер бер нәрсә дә юҡ, сезгә аз булсада бер кирәккә ярар. Мин бер үзем, аллаға шөкөр. Берсә мин мында сезнең исәннекне уйлап бик шатланам. Мында халыҡларға бик ҡыйын хәл тыуған:өйләрен ташлап, ҡасып артҡа китәләр. Бик күп балалары, бер атҡа өс-дүрт семья тейәлеп йөриләр.
Сез дә шуңа бик шат булығыз. Хуш булып торығыз!

15.11.1941 йыл.
Хат башы яҙ ҡаршы.
Әткәйем сиңә сит илләрдә сезне бер ҡайтып күрү өсөн зарығып беткән улың Ғилметдиндән ҡаты сәләм. Һәм дә әнкәйемә ҡаты сағынышлы сәләм. Сәләм соңында фатихадан ташламауығызны сорап ҡалам. Һәм дә миңә озын ғүмерләр теләүегезне сорайым. Һәм дә иркәм Зөләйхаға ҡаты сағынышлы сәләм. Һәм дә иркәм Хәдисәгә ҡаты сағынышлы сәләм. Һәм дә иптәшем Ғәфифәгә ҡаты сағынышлы сәләм. Һәм дә балаларыма айырмыйса ҡаты сағынышлы сәләм. Аларның бәхетле булыуын теләп ҡалам. Һәм дә Өмөгөлсөм түтәйгә, иркәләр белән айырмыйса ҡаты сағынышлы сәләм. Һәм дә ағай-эне, ҡыз-ҡәрдәшләргә, бабайларға, әбиләргә, күршеләргә, күз күргәннәргә миндән күп сәләм. Һәм дә мине искә алып сораусыларға күп сәләм әйтерсез. Сәләм шуның белән тамам.
Үземнең хәлгә килгәндә, аллаға шөкөр, сау сәләмәтмен, сезнедә шулайдыр дип беләм. Үземнең иптәшләр Ғилаж бажа, Ҡәбир ҡәйнеш, Ҡызыл Октябрь Ғилаж, Әрмет ауылынан бер дус егет бар. Үзебез 5 се сентябрдән алып фронттабыз, Ленинград ҡаласы ҡырында. Бик күп хатлар яздым, ҡаршы хат алғаным юҡ. Әллә минең хатым бармады, әллә сезнең хатығыз килмәде. Бик аптырадым инде, өйдән сығып киткәннән бирле сезнең хатны алғаным юҡ. Бик сағындым. Минең хатым бармайдыр дип, әз генә язырға булдым. Үзегезнең исәннекне хат язғанда, ауылда нинди хәлләр бар, шуны айырып язығыз. Үзегез ашамаҡ-эсмәк яғына нисек торасыздыр.
Менә, әтәй, сиңә сүзем шулдыр:Ғәфифәгә аҡыл ярдәме булса да биреп тор. Исән ҡайтсам бер дә онотмас идем. Безнең балаларның ашарына нисек, бәрәңгеләре күпме, колхоз әпәй белән ярдәм итәме юҡ мы, шуларны айырып язығыз.
Ярай, шуның белән хатымны тамам итәм. Үземнең насар ғына булса да сүрәтемне жибәрәм. Үзем ҡайтҡансы саҡлағыз. Сау булығыз, минең исән- сау тиз ҡайтыуны теләгез.
Хат язусы улың Ғилметдин Сәйфетдинов, имзам: —-—
Хат язылды 15-се ноябрь көнне. Мында ҡыш булуға бер ай. Хатны шулай язып ҡарағыз, адресы шушы;
Г. Ленинград
Действующая Красная армия
Полявая станция 15, п/я 45, 1-я рота
Сайфутдинову Гильметдину М.

30.09.1941 йыл.
Хат башы яҙ ҡаршы.
Исәнме иптәшем Ғәфифә, сиңә сит илләрдә бер күрергә зар булып йөрөүсе иптәшең Ғилметдиннән ҡаты сағышлы сәләмнәремне аҡ ҡыягазга язып ҡалам. һәм дә әтәйгә безнең бик сагынып, бик күптән -күп дога и сәләм. Хәйер фатихазан ташламауыгызны үтенәм. Һәм дә әнкәйемә, шулай уҡ ҡаты сагышлы сәләм. Сәләм соңында хәйер фатихазан ташламауын үтенәм. Һәм дә күз карасы кебек күргән улларым- Миңниярга, Ануарга һәм Зинурга барысына да сагынып, сагынып күп сәләм. Һәм дә ер еләгенән дә татлы булган ҡызым Кәримәгә бик сагышлы сәләм. Һәм дә бабайга бик сагышлы сәләм. Хәйер фатихалар ҡылыуығызны үтенеп ҡалам. Һәм дә Зөләйха иркәмә сагынышлы сәләм, һәм дә Өмөгөлсөм түтәйгә, Ғыйбаҙулла энемә, барса уаҡ иркәләргә сағынышлы сәләм. Һәм дә Ғәйниямал түтәйгә, жизнәйгә, иркәләргә сагынышлы сәләм әйтегез. Һәм дә ике киленгә балалар белән бик күп сагынышлы сәләм.һәм дә ҡалған ағай-эне бабайларға шулай уҡ еңгәйләргә мине искә алып сораганнарға бик куп сәләм әйтегез. Ҡыз ҡәрҙәшләргә, еңкәйләргә, ҡоҙағыйларға барысына күп сәләм әйтегез. Сәләм шуның белән тамам булды.
Үҙемнең хәлләргә килгәндә аллаға шөкөр исән әле. Сеҙне ҙә шулайдыр дип беләмен. Үзебез 5 сентяберҙән бирле фронттабыз. Ленинград ҡаласына ераҡ түгел. Фензалив буйында. Суғыш бик ҡаты. Шулай булсаҙа без оборонада булғас аллаға шөкөр исәнбез әле. Шулай инде, ҡыйын булса да ғүмер үтә, сезгә дә бик ҡыйындыр. Бер хат ала алмаҙым. Сезнең хәлне белеп булмай. Хат килер ердән килмәй. Язған саен бер төрле адрес. Бер дә точно адресны әйтмәйләр. Үҙебез хәзер бер ротада Ғыйлаж бажа, Ҡызыл Октябрь Ғыйлаж, Кәбир, Сиражов Миңлеғәли бар иде. Ул вафат булды. 12 сентябрь көнне. Көндөҙге сәғәт 12 иде. Бик ҡыйын булды. Үзегез хатны алыу белән хат салып ҡарағыз, тағы да яңы адрес бирделәр. Мин инде бик күп хатлар салдым. Безгә айырым хат язмай тип, берегез дә үпкәләшмәгез. Барыгыз да минең өсен бер тигез. Шулай булгас, шушы хатны барыгыз да уҡып, минең исән йөрөп ҡайтыуыма бер аллаһыға сығынып доға ҡылығыз. Үзем исән ҡайтсам, һәр берегезгә барып берәр көн өйөгездән сыҡмай бындағы михнәт ғазапларны сөйләп бирермен. Үзем исән сау ҡайтсам (әйткән васыятым бар), бер сарыҡны ҡорбанға салып бәйрәм ясарға.
Бу хат тамам, үҙегеҙ яҙганда бар нәрсә турында ҡысҡа ғына булса да аерып язығыз.
Шулай Ғәфифә, әтәй, инәй, бабай, әбей минең сүҙем шул. Әгәр дә ауыр ҡыйынлыҡҡа төшмәсәгеҙ минең кейемнәремне саҡлағыҙ. Яңа кәстүмне, пәлтәне, толопно. Йәғни аның шунысы бар: малығыз бетсә мал табылыр, бер бәрәс алсаң- сарыҡ була, бер бәрәс алсаң -кәжә була. Хәзерге ваҡыт андай кейемне табулары бик ҡыйын буласаҡ. Суғыш туҡтап китмәсә, ҡыйын хәлләргә төшсәгез ҡарап тормассыз. Берәүнең дә асҡа үләсе килмәс. Алар барда ас булмасағыз, саҡларға тырышығыз йәме?
Исән ҡайтсам, бик ҡәҙереңне беләрҙәй булдым. Мин только дүрәк булып, ат аламасы тайға эйәргән кеүек йөрөгәнмен. Бу хатларны һәр берен жыеп тотоғоҙ, үҙем уҡып ғибрәт алырлыҡ булсын. Ғәфифә, хатны уҡыу белән алып ҡуйма, әтәй белән инәйгә ҙә уҡып бир һәм бабай белән әбейгә. Һәм бындай языуны уҡый белмәгәннәргә дә уҡып бир. Бу языу синең өсөн бик ансат. Мин мыны бик яҡшы уҡырлыҡ итеп яздым. Бу хатны әзерәк башҡа сыҡҡан көе яздым.

Был, мөғжизә менән һаҡланып ҡалған, хаттарҙы яҙыусы Сәйфетдинов Ғилметдин Минхажетдин улы, Маҡар(хәҙерге Ишембай) районы Көҙән ауылында 1907 йылда тыуған. Һуғыш башланғас, өс улын, ҡыҙын, ҡатыны Ғәфифә Зиннәтулла ҡыҙына ҡалдырып фронтҡа китә.
Атаһы һуғышҡа киткәндә ете айлыҡ Кәримә апай һаҡлай ул хаттарҙы. “Инәйем менән илай-илай уҡый торған инек”, тип иҫенә төшөрә ул. Шулай булмай ни, «ер еләгенән дә татлы” булған ҡыҙына бик һағынышлы сәләмдәр ебәрә бит атаһы. Хаттар ғәрәп графикаһы менән яҙылған. Кәримә апайҙың ҡыҙы Гөлназ кириллицаға күсереп яҙырға ярҙам иткән. Уларға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Һуғыш башланғансы Ғилметдин бабай колхозда бригадир булып эшләй.1939 йылдың 26 ноябрендә “Башлеспромсоюз”системаһында артель председателдәре әҙерләү курсында уҡый. СССР конституцияһы, арифметика, баланс иҫәпләү нигеҙҙәрен, хеҙмәтте һаҡлау һәм пожарға ҡаршы эштәр программаһын «4» ле билдәһенә үҙләштерә. Буласаҡ колхоз рәйесенә һуғыштың беренсе көнөндә үк фронтҡа китеү насип була. Артабанғы яҙмышы ата-әсәһенә, ҡатынына яҙған хаттарҙа.
Ҡыҙыл армеец Сәйфетдинов Ғилметдин Минхажетдин улы 1941 йылдың 16 декабрендә батырҙарса һәләк була. Ленинград өлкәһе Вологодская ауылында ерләнгән. Бер туған ҡустылары Фәрхетдин менән Ғизетдин Минхажетдин улдары һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайталар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей