Сатлыков Закир Фазлыәхмәт улына! (Аургазинский район)
“Урал” ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Сатлыков Закир Фазлыәхмәт улын 80 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!
1940 йылдың 2- се ғинуарында колхозсылар Фазлыәхмәт һәм Мәҙинә ғаиләһендә алтынсы улдары булып Закир донъяға тыуған. 1930-1944 йылдарҙа тыуған балаларҙы “Һуғыш осоро балалары” тиҙәр, әйтерһең уларҙы һуғыш тыуҙырған. Ә бер яҡтан дөрөҫлектә бар, сөнки бала саҡтары һөйөлөп-наҙланып түгел, ә аслыҡта, һыуыҡ өйҙәрҙә инәйҙәренең , абзыларының колхоз эшенән ҡайтыуын көтөп һикелә үтә, балалар ҙа бар ауырлыҡтарҙы үҙ башынан кисерәләр. Аллаға шөкөр аталары Фазлыәхмәт бабай һуғыштан еңеүсе булып иҫән-һау ҡайта. Ғаиләнең тормошо еңеләйә, ваҡытында мәктәпкә уҡырға бара. Закир ағай 7 -се классты тамамлағаста 16 йәштән колхозға эшкә сыға. 1959 -1961–се йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, армия хеҙмәтенән һуң Первомайский СПТУ –һында уҡып тракторист һөнәрен алып сыға. Уҡып сығыу менән туған колхозында тракторист булып эшләй башлай. 1963 - 2000 йылдар һайлаған һөнәренә тоғро булып, 37 йыл арымай-талмай ДТ-54 һәм ДТ-75 тракторында эшләй. Эштең ниндәйе бит әле, тракторы һәр ваҡыт бульдозер- тейәүгес ПФП-1.2 менән булды. Был бит сәсеү – һөрөү генә түгел, ә яландарға тиреҫ, юлдарға таш тейәү, ҡыш юлдарҙы ҡарҙан асыу һәм башҡалар. Колхозыбыҙҙа 40 йылдан артыҡ арымай – талмай эшләп, ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙана Закир ағай Сатлыков.
Хеҙмәтемде баһаланылар, бүләктәрем күп булды тип рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алды бергә эшләгән колхоз рәйестәрен, инженер – бригадирҙәрҙе һәм тракторист иптәштәрен. Миҙалдарым бар, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, бихисап “социалистик ярыш еңеүсеһе” һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде, минең эшем тип дауам итте ветеран.
1965 йылда һауынсы булып эшләп йөрөгән 19 йәшлек һылыу Рафиға Хабрахман ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ул саҡтағы колхоз рәйесе Закир Мөхәмәт улы Ҡуҙашев ике алдынғы йәш комсомолецтәрҙе дәртләндереп клубта комсомол туйы үткәртә. Ауылдың бар комсомол йәштәре был тантала ҡатыша, шулай итеп йәштәрҙең туйы бар ауыл халҡында матур ваҡиға булып иҫтә ҡала. Бына алла бирһә, быйыл үҙҙәренең ғаилә ҡороуҙарының 55 йылын ҡаршылайсаҡтар. Биш балаға ғүмер биреп үҫтерәләр, бөгөн барыһыла ғаиләле. Уларҙың дауамы булып 12 ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм 3 бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ һеҙҙе шатландыра. Бөгөнгө көндә Закир Фазлыәхмәт улы бөтәбеҙ өсөн дә үрнәкле ғаилә башлығы, балаларының ғаиләләре өсөн яратҡан атай, ҡартатай.
Хөрмәтле юбиляр! Оло байрамығыҙ менән ихлас тәбрикләп, Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, йән һәм тән сихәтендә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ! Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡалығыҙ. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ изгелеге, мәрхәмәте йәшәлер йылдарҙың йәмен арттырһын, шатлығы булһын, яҡты көндәргә нур өҫтәһен.
Источник: СПК Урал