Әсә йөрәге - иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк

Ошо көндәрҙә Ҡустығол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Нәғимә Нәжип ҡыҙы Рәхимова 80 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ҡәҙерлебеҙ тәбиғәттең гүзәл мөйөшөнә һыйынып ҡына ултырған Сахай ауылында тыуып үҫә. Ата-әсәһе ҡосағында иркә ләнеп, наҙланып, тиҫтерҙәре менән туйғансы уйнап үҫә торған матур бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Күпме сабыйҙың яҙмышын, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, балалыҡ бәхетенән мәхрүм иткән ул йылдар шауҡымы уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. Атаһы Нәжип Мөхәмәтйәр улы һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтҡа алына һәм дошман менән алышта ҡаһармандарса һәләк була. Әсәһе Нәжибә Фәрүәзетдин ҡыҙы бирешмәй, тыуасаҡ сабыйын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һала. 1941 йылдың ноябрь айында әсәйебеҙ донъяға ауаз һала.
Ҡәҙерлебеҙҙең хеҙмәт юлы бик иртә башлана. Быуыны ла нығынып өлгөрмәгән килеш өлкәндәр менән бергә “Победа” колхозында төрлө эштәрҙә тырышып хеҙмәт итә. Бар эшкә лә оҫта, уңған, изге күңелле, һылыу булып буй еткән ҡыҙҙың күңелен Ҡустығол ауылында йәшәүсе Ғәйфулла улы Әсхәт исемле егет яулай. Йәштәр күпмелер осрашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡороп, бик матур итеп йәшәп китәләр. Икеһе лә колхозда намыҫлы хеҙмәт итәләр, ҙур, иркен, матур йорт һалып сығалар. Рәхимовтарҙың шатлыҡ тулы йорто балалар тауышына күмелә. Ғаиләлә ике ҡыҙ һәм өс малай тәрбиәләнә. Һөйөнөп кенә йәшәп ятҡанда, 1979 йылдың декабрь айында ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килә. Атайыбыҙ фажиғәле рәүештә вафат була. Инәйебеҙ бирешмәй, балаларын үҙе һымаҡ көслө рухлы, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәтте. Беҙгә белем, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара, етеш тормошта, бәхетле булып үҫтереү өсөн бар ғүмерен “Чапаев” колхозында фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәрә. Йәй буйы сөгөлдөр баҫыуында тир түкһә, ҡышын фермала һыйыр һауа. “Чапаев” колхозы “Вилданов” исемендәге колхоз итеп үҙгәртелгәс, ошо хужалыҡта эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, алдынғы сафта, эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн оло хөрмәткә лайыҡ булды.
Бөгөнгө көндә әсәйебеҙ үҙ өйөндә Әлмира ҡыҙы менән ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. Тормош матурлығына һөйөнөп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып, кәңәш, фатихаһын бирә, тормошобоҙға йәм, ҡот өҫтәй. Доғалар уҡый, биш намаҙын да ҡалдырмай. Инәйебеҙ бәхетле, ҡәҙерле, хәстәрлекле өләсәйҙә. Ул ейәндәргә бай – ете ейәне, биш ейәнсәре һәм ике бүләләре бар.
Әсәй, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырма һын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо сыуаҡ, яҡты көндәр генә биҙәһен!

Автор: Фируза Рахматуллина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей