РОСТОВ АУЫЛ СОВЕТЫ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕ

“Һабантуй-2022” үҙәк трибуна алдынан Ростов ауыл советы ауыл биләмәһе хеҙмәтсәндәре уҙҙы.

Колоннала дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, йәштәр, уҡыусылар килә. Колонна башында Ростов ауыл советы башлығы Ғәлимов Ирек Мәғәрүф улы, Олы Ыҡтамаҡ лицей филиалы  - Теләш урта мәктәбе мөдире Хәтмуллина Зимфира Альберт ҡыҙы, Теләш күп функциялы мәҙәниәт йорто методисы Тәҡиуллин Ринат Нурулла улы.

Шулай уҡ колоннала художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар, спортсылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ауыл биләмәләре старосталары.

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль район Ростов ауыл советы территорияһына Ишәле, Теләш, Тәкә ауылдары инә. Халыҡ һаны 700 кеше.

Ауыл биләмәһе территорияһында өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 14 күп балалы ғаилә йәшәй. Өс бала тәрбиәгә алынған.

Ауыл советынан сыҡҡан күренекле яҡташтар:

шағир-журналист Рәшит Әхтәри, математика фәндәре кандидаты Миңлеғәле Бәҙретдин улы Төхвәтов, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры Баһиә Яхъя ҡыҙы Ҡуштыева,  Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны Люция Ғәни ҡыҙы Закирйәнова, Ленин һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры Зилә Сәми ҡыҙы Мөхәмәтйәрова, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Рәшиҙә Әхмәҙиева, рәссам, Башҡортостандың Рәссамдар берлеге ағзаһы Илгиз Тәҡи улы Йоносов, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәкүрә Сәлихйән ҡыҙы Мөхәрләмова, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Таһира Мәүлит ҡыҙы Мөхәмәтова, Рәсәйҙең атҡаҙанған шахтеры Ғәзизйән Ғәфүр улы Мәдйәров, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Сабир улы Мөхөтдинов. 

Ауыл биләмәһе территорияһында Тимерғәзи Фәрхетдиновтың, Фидус Ҡазыевтың, Фидаил Хилатовтың, Алмаз Хисматовтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар Данис Вәзиров, Алик Ҡотлоев, Азамат Йоносов, Фәниә Тәхәүетдинова эшләй.

Ростов ауыл биләмәһендә бер бинала мәктәп һәм балалар баҡсаһы эшләп килә.

Теләш мәктәбе менән Хәтмуллина Зимфира Альберт ҡыҙы етәкселек итә. Мәктәптә ауыл биләмәһенең өс ауылынан 38 бала белем ала. Мәктәп уҡыусылары барлыҡ муниципаль предмет олимпиадаларында, спорт сараларында һәм башҡа бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар ала.

“Ләлә” балалар баҡсаһын филиал мөдире, юғары категориялы тәжрибәле педагог Дәүләтшина Айгөл Радис ҡыҙы етәкләй. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына Ишәле, Теләш, Тәкә ауылдарынан бер төркөмгә 3-7 йәшлек 13 бала йөрөй. Балаларҙы тәрбиәләү һәм мәктәпкә әҙерләү менән тәрбиәсе, юғары категориялы педагог Фәғилә Сәрүәр ҡыҙы Ғәлләмова шөғөлләнә. Ашнаҡсы Альмира Әхмәтйән ҡыҙы Йыһанурова үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.

Ауыл биләмәһендә өс мәҙәниәт учреждениеһы, Теләш ауыл мәҙәниәт йортонда китапхана эшләй. Өс фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс мәсет халыҡҡа хеҙмәт итә.

Ростов ауыл советы ауыл биләмәһендә урынлашҡан иң эре ауыл хужалығы предприятиеһы – “Аҡтау” йәмғиәте.  Предприятие үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Шәхси эшҡыуар Фәниә Тәхәүетдинова икмәк һәм кондитер изделиелары етештерә

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей